Көҙ: йыл миҙгеле

Көҙ — йыл миҙгеле, айырым бер билдәләр (астрономик, календарь, климатик, фенологик һ.б.) буйынса билдәләнә.

Астрономияла төньяҡ ярымшарҙа көҙгә көҙгө көн тигеҙләгәндән (22—23 сентябрь) ҡышҡы ҡояш торошона (21—22 декабрь) хәтле булған ваҡыт арауығы иҫәпләнә.

Көҙ: Мәғлүмәт, Башҡорт халыҡ ижадында, Һынлы сәнғәттә
Көҙгө пейзаж
Көҙ: Мәғлүмәт, Башҡорт халыҡ ижадында, Һынлы сәнғәттә
Ҡайындар һарғая. Эстония
Көҙ: Мәғлүмәт, Башҡорт халыҡ ижадында, Һынлы сәнғәттә
Көҙ

Мәғлүмәт

1 сентябрҙән 30 ноябргә тиклемге осор календарь көҙ тип һанала. Климатик сезон булараҡ, йәйҙән ҡышҡа күсеү ваҡытын тәшкил итә һәм температураның түбән төшүе буйынса характерлана. Көҙ башы тип һалҡын булмаған осорҙоң тамамланыуы йәки һауаның уртаса тәүлеклек температраһы 10 °C аша уҙыу (15—20 сентябргә туры килә) датаһы алына. Климатик Көҙҙөң тамамлануы һауаның уртаса тәүлеклек температураһы 0 °C аша (24 октябрь–2 ноябрь) уҙыу датаһы йәки ҡар ҡапламы барлыҡҡа килү (20—31 октябрь) менән билдәләнә. Шул рәүешсә, Урал биләмәһендә көҙгө осор уртаса 1,5 ай дауам итә.

Башҡорт халыҡ ижадында

Мәҡәлдәр, әйтемдәр, һынамыштар

  • Көҙ оҙон килһә, яҙ һуӊ килер.
  • Көҙ килеше йәйенән билдәле.
  • Турғай түбәндән осһа, көҙ ҡыҫҡа булыр.
  • 1 сентябрҙә йылы булһа, бөтә көҙ йылы булыр.
  • Симән көнө ямғыр яуһа, көҙ бысраҡ килер.
  • 1 октябрь көндө торналар китмәһә, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ.
  • 8 октябрь тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә- тиҙ иреп бөтәсәк.

Йомаҡтар

    • Ашай ҙа ашай,
      Илай ҙа илай.
      Бала – сағаны
      Өйгә ҡыуалай.
  • Үҙе илай, үҙе һыйлый (көҙ).

Һынлы сәнғәттә

Әҙәбиәттә

«Көҙ» Константин Бальмонт.

1913 йылда Дауыт Юлтый тәржемә иткән:

              Нарат еләктәре беште инде,
              Көндәр һалҡыная төштө инде;
              Көтөү-көтөү ҡоштар күк диңгеҙҙең
              Арттарына ҡарай осто инде.
              Төрлө кейем менән биҙәнгән
              Урман, ағас ҡалды ялтырап,
              Тәмле еҫтәр сәскән гөл-сәсәктәр
              Ҡаулан булды барыһы шылтырап.
              Ҡояшҡай ҙа хәҙер һирәк көлә,
              Ҡаплай уны томан, болоттар,
              Оҙаҡламай һалҡын йәштәр менән,
              Көҙкәй илай башлар — боҫоҡтар.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Иван Забелин. «Домашний быт русских царей в XVI и XVII столетиях». Издательство «Транзиткнига». М.: 2005. С. 162. ISBN 5-9578-2773-8

Һылтанмалар

Tags:

Көҙ МәғлүмәтКөҙ Башҡорт халыҡ ижадындаКөҙ Һынлы сәнғәттәКөҙ ӘҙәбиәттәКөҙ ИҫкәрмәләрКөҙ ӘҙәбиәтКөҙ ҺылтанмаларКөҙ

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Талха Ғиниәтуллин1873 йылБиологик систематикаЫрымбур башҡорт педагогия техникумыРун яҙмаһыИрекмәнлекРәсәй ФедерацияһыИспанияВикимедиа фондыДионис театрыЭлектр тиҫкәрелекИсем (һүҙ төркөмө)Шәрипова Зәйтүнә Яхъя ҡыҙыЭдгар ПоБуранғолов Мөхәмәтша Абдрахман улыОҫҡонЭктел Василий ПетровичБуранбай сәсән22 апрельСолоҡсолоҡДоткомЕнси актБашҡорт халыҡ йырҙарыАлмаш (һүҙ төркөмө)Баязит БикбайКаспаров Гарри КимовичБашҡорт ир-ат исемдәреXMLИенаISO 4217Сиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улыҒабдулла Туҡай2-се ЭтҡолYouTubeМәмбәт (Хәйбулла районы)УҡӘбүғәлисинаҠорама тегеүҒәҙелгәрәйХацапетовка һауынсыһыҺынамыштар2008 йыл23 апрельПриматтарРостов АренаРәшит НиғмәтиМәжүсилекҠыҙылтүшЖурналистикаАҙнай12 майШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыШевцова Любовь ГригорьевнаСүриә флагыМусин Ноғман Сөләймән улыСалауат ЮлаевПарантроптарWindowsМалайзияӘлисәнең Сәйерстандағы мажараларыХәсән НазарЭмоцияҮсекләшеүҙәр🡆 More