Коммунизм

Коммуни́зм (лат. commūnis — коммуна, урыҫса «общий», башҡортса «дөйөм, уртаҡ») — марксизм тәғлимәтендә — фаразланған, гипотезаға нигеҙләнгән социаль тигеҙлекле һәм етештереү саралары йәмғиәт милке булған ижтимағи һәм иҡтисади ҡоролош.

XIX быуаттан һуң был аңлатма марксистарҙың теоретик хеҙмәттәрендә күҙәлланған етештереү сараларына йәмғиәт милке булған ижтимағи-иҡтисад формацияһына ҡарата ҡулланыла. Марксизмға нигеҙ һалыусылар фекеренсә, бындай йәмғиәт ҡоролошо ныҡ үҫешкән етештереү көстәре булыуын, социаль синыфтарҙың юҡлығын, дәүләттең аҡрынлап юҡҡа сығыуын, аҡсаның, тәғәйенләнеше үҙгәреп, шулай уҡ юҡ булыуын күҙ уңында тота. Марксизм классиктары фекеренсә, коммунистик йәмғиәттә «Һәр кем һәләтенә ҡарап, һәр кемгә ихтыяжы буйынса!» тигән принцип тормошҡа ашырыла.

Коммунизмдың төрлө билдәләмәләре

  • Карл Маркс (1844): „…коммунизм — ул хосуси милекселекте юҡ итеүҙең ыңғай кәүҙәләнеше; тәүге осорҙарҙа ул дөйөм хосуси милекселек булып күренә“.»Коммунизм «хосуси милекселекте» — кешенең үҙ-үҙенән ситләшеүен — ыңғай юҡ итеү булараҡ <…> кеше менән тәбиғәт, кеше менән кеше, йәшәйеш менән асыл һәм төп нигеҙ, ирек һәм зарурлыҡ, айырым кеше һәм ырыу араһындағы бәхәсте һәм ҡаршылыҡтарҙы «ғәмәлдә» хәл итеү. Ул — тарих серҙәрен сисеү, һәм ул үҙенең нәҡ ошо сисеш икәнен белә".
  • Фридрих Энгельс Коммунистар союзы программаһы «Коммунизм принциптары» проектында" (1847 йылдың октябрь аҙағы): "Коммунизм — ул пролетариатты азат итеү шарттары хаҡындағы тәғлимәт.
  • Владимир Даль «Толковый словарь живого великорусского языка» («Бөйөк урыҫ йәнле теленең аңлатмалы һүҙлеге», 1881): «Коммунизм — мал-мөлкәттең тигеҙлеге, биләмәләрҙең уртаҡлығы һәм һәр кемдең сит-ят милеккә хоҡуғы тураһындағы сәйәси тәғлимәт»
  • В. И. Ленин (1919 йылдың декабре): «Коммунизм социализм үҫешенең иң юғары баҫҡысы: кешеләр дөйөм файҙаға эшләргә кәрәклекте аңлап эшләй».
  • КПСС-тың Өсөнсө Программаһы (1961): «Коммунизм — етештереү саралары берҙәм дөйөм халыҡ милкендә һәм йәмғиәттең бар ағзалары ла тулы социаль тигеҙлектә булған синыфһыҙ ижтимағи ҡоролош. Унда кешеләрҙең төрлө яҡлы үҫеше менән бер рәттән даими үҫеүсе фән һәм техника нигеҙендә етештереү көстәре лә үҫә бара. Йәмғиәт байлыҡтарының бөтә сығанаҡтары ла тулы ағымлы һәм „һәр кем һәләтенә ҡарап, һәр кемгә ихтыяжы буйынса!“ тигән бөйөк принцип тормошҡа ашырыла. Коммунизм — ул ирекле һәм аңлы хеҙмәтсәндәрҙең юғары ойошҡан йәмғиәте, унда йәмәғәт үҙ идараһы ҡабул ителә, йәмғиәт өсөн хеҙмәт барыһы өсөн дә беренсел тормошсан ихтыяжға әйләнә, һәр кемдең һәләте халыҡ өсөн иң ҙур файҙа менән ҡулланыла».
  • Инглиз телендәге Merriam-Webster һүҙлеге (мәғәнәләрҙең береһе): "Дәүләт милкендә булған етештереү сараларын берҙән-бер авторитар сәйәси фирҡә контролдә тотҡан тоталитар идара системаһы "

Этимология

Хәҙер ҡулланылған «коммунизм» төшөнсәһе XIX быуаттың 40-сы йылдарында француз телендәге communisme һүҙенән алынған, ул үҙ сиратында был телдәге commun һүҙенән килә — урыҫса «общий, общественный», башҡортса «дөйөм, уртаҡ, йәмәғәтсел» тигән мәғәнәне бирә). 1848 йылда «Коммунистар партияһы манифесы» баҫылып сыҡҡандан был һүҙ атама булараҡ нығынып ҡала. Быға тиклемге «коммуна» һүҙе барлыҡ йәмғиәтте түгел, ә ни бары уның бер өлөшөн йәғни барлыҡ ағзалары ла дөйөм мөлкәтте һәм барыһының да уртаҡ хеҙмәтен ҡулланған төркөмдө генә ҡылыҡһырлаған (аңлатҡан).

Коммунистик идеялар тарихы

Кешелек үҫешенең тәүге осорҙарында мөлкәттең уртаҡлығына нигеҙләнгән тәүтормош коммунизмы йәмғиәттең берҙән-бер формаһы була. Тәүтормош—община ҡоролошоноң мөлкәт һәм социаль яҡтан ҡатламдарға бүленеүе һәм синфи йәмғиәт ойошоуы нәтижәһендә быға тиклем ғәмәлдә булған коммунизм бары тик хыялдағы ғәҙел йәмғиәткә, мифологик «Алтын быуат»ҡа һәм башҡа ошо төр күҙаллауҙарға әйләнә.

Барлыҡҡа килгән саҡта коммунистик ҡараштар мөлкәт уртаҡлығы нигеҙендә социаль тигеҙлекте талап итеүгә йүнәлтелә.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

KONTOL


Tags:

Коммунизм дың төрлө билдәләмәләреКоммунизм ЭтимологияКоммунизм Коммунистик идеялар тарихыКоммунизм ИҫкәрмәләрКоммунизм ӘҙәбиәтКоммунизм KONTOLКоммунизмXIX быуатАҡсаБашҡорт телеЛатин телеМарксизмУрыҫ теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ҠояшАрхеология26 апрельМонгол империяһыБатанов Бәхетғәлей НиколаевичИсламМамыҡ ҡанатлыларҠадир ДаянЙәйәләрИр енес ағзаһыНилГеорг Вильгельм Фридрих ГегельУльтрафиолет нурланышҒәйнәБатыршаАсыу тәлгәштәреАрыҫлан петроглифтарыГалилео ГалилейДинамоАң фәлсәфәһеДиего ВеласкесЭҙләүҙе оптималлаштырыуБернсдорф (район Цвиккау)ВьетнамЙолаИлбәкова Франгиза Фәнән ҡыҙыЛос-АнджелесОперацион системаХагенМуса ЙәлилБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрыҠәҙим Аралбай24 майТөҙөлөшSkypeАҙанғол (Мәсетле районы)БейсболСалауат ЮлаевДанияТөмән өлкәһеНидерланд телеТултырыусыБашҡорт шәжәрәһе2020 йылМария ЧеботарьОтто фон БисмаркВикимилекКаспаров Гарри КимовичҺүҙбәйләнешАҠШ доллары1873 йылФерменттарХәбиров Фәрит Барый улыҺыуЕсенина Татьяна СергеевнаӨлкән сержантУрду телеАнглия17 сентябрьДиалект🡆 More