Бром

Бром (лат.

Bromum) — Менделеевтың периодик таблицаһының VII төркемендә, 35-се һанында урынлашҡан химик элемент. Бромдың атом массаһы 79,904. Бромды 1826 йылда, Урта диңгеҙ тоҙ табыу урындарынан алынған тоҙло һыуҙы тикшергән ваҡытта, француз химигы Антуан Жером Балар аса. Бром исеме грек һүҙе bromos — "тәмһеҙ еҫ"тән алынған.

Бром
Рәсем
Масса 79,904 ± 0,003 массаның атом берәмеге
Кем хөрмәтенә аталған вонь[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Лёвих, Карл Якоб[d] һәм Антуан Жером Балар[d]
Асыу датаһы 1825
Табылыу урыны Франция
Элемент символы Br
Атом һаны 35
Электр кирелеге 3
Ионный радиус 1,96 ангстрем, 0,31 ангстрем, 0,25 ангстрем һәм 0,39 ангстрем
Энергия ионизации 10,55 ± 0,01 электронвольт
Бром Бром Викимилектә
35
Бром
79,904
3d104s24p5

Тәбиғәттә таралышы

Бром ер ҡабығының 1,6*10−4%ын (масса буйынса) алып тора, 1015-1016 т тирәһе. Бром — хлорҙың даими юлдашы. Хлор тоҙҙары ятҡылыҡтарында бром тоҙҙары (NaBr, KBr, MgBr 2) була. Бром диңгеҙ һыуында ирегән хәлдә була.

Физик һәм химик үҙенсәлектәре

— 7,20 та, ҡыҙыл-ҡуңыр-һары кристалға әйләнеп, бром ҡата башлай. Ҡайнау температураһы 58,78 С, бром парҙары ҡыҙғылт-һары төҫтә була. Шыйыҡ бромдың тығыҙлығы (200 С-та) 3,1 г/см3. Бром һыуҙа аҙ ирей ((200С-та 100 г һыуҙа 3,58 г бром). Органик иреткестәрҙә бром бик яҡшы ирей. Бром ҡаты, шыйыҡ һәм газ хәлендәге халәттә ике атомлы молекулаларҙан тора. 8000 С-та һиҙелерлек диссоциация башлана; шулай уҡ яҡтылыҡ тәьҫирендә лә диссоциация күҙәтелә.

Бром атомының тышҡы электрон конфигурацияһы 4s 2 4p 5 .

Химик яҡтан бром бик актив. Бром көкөрт, селен, теллур, фосфор, мышаяҡ һәм сурьма менән тәьҫирләшкәндә, бик күп йылы бүленә, ҡайһы ваҡыт ялҡын да сығырға мөмкин. Шулай уҡ бром ҡайһы бер металдар менән дә (мәҫәлән калий һәм алюмин) әүҙем тәьҫирләшә. Металдарҙан, ҙур температура һәм дым булғанда ла, көмөш, ҡурғаш, платина һәм тантал уның менән тәьҫирләшмәйҙәр. Бром кислород, азот һәм углерод менән ҙур температураларҙа ла ҡушылмай.

Ҡулланылышы

Бромдың миҡдары күп бромлы этил һәмдибромэтан (бензиндарҙың детонация тотороҡлоғон арттыра торған этил шыйыҡлығына инеүсе матдәләр) етештереү өсөн ҡулланыла. Бром ҡушылмаларын төрлө химик анализдарҙа, медицинала ҡулланалар.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Бром// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 4-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар

Tags:

Бром Тәбиғәттә таралышыБром Физик һәм химик үҙенсәлектәреБром ҠулланылышыБром ИҫкәрмәләрБром ӘҙәбиәтБром ҺылтанмаларБром1826 йылХимик элементтарҙың периодик системаһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтыXVI быуатТөркиәLinuxҠушма һөйләм5 февральГәзитҠошсоБиблияЯпонияның милли парламент китапханаһы1873 йылБиохимияЫрыу (биология)Фазлиәхмәтов Азат Миҙхәт улыЛос-АнджелесЯнцзыАпрель (Алағарай)ЙомаТанзиматӘрмәнстанДибаева Зилә Сиражитдин ҡыҙыҠадир ДаянБашҡорт балыТанзанияИрекле сауҙа (фритредерлыҡ)Нидерланд теле24 апрельЖан РасинЯн ВермеерИхтиандрАлмаш (һүҙ төркөмө)ЖурналистикаҠош юлы1975 йылТәбиғәтДжордано БруноТөмән өлкәһеАлбания Фәндәр академияһыКаспаров Гарри КимовичХалыҡ-ара валюта фондыКөньяҡ-Көнсығыш АзияВаҡытДауыт ЮлтыйКилешФХажБронза быуатыНаполеон IРус телеЙәйәләрДжимми УэйлсҠолһарина Гөлназ Фәрит ҡыҙыМәскәү өлкәһеГазпром Нефтехим СалауатОло Алаҡай күленең таш палаткаларыБашҡорт дәүләт университетыМәккәДиалект11 ноябрьАнглияБашҡорт телендә аффиксацияФранц Петер Шуберт24 ғинуарҺуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр21 мартҠытайҙағы мәҙәни инҡилап🡆 More