Ҡорт балы (урыҫ.
пчелиный мед) — ҡорт бөрләтәүендә йыйылып, кәрәҙ күҙәнәктәрендә бөркөп бушатылған тат 4-8 көндән балға әйләнә. Өлгөргән бал ҡуйы, үтә күренмәле, хуш еҫле, татлы була
Бал | |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | нектар[d] |
---|---|
Етештереү ысулы | Умартасылыҡ һәм собирательство[d] |
Етештерелә | A. mellifera[d] һәм медоносные пчёлы[d] |
Бал Викимилектә |
300-гә яҡын төрлө матдә; углевод — 70-75 %, һыу − 17,5-21 % , аҡһым − 0,6 %; шулай уҡ 23 аминокислота, 40-тан ашыу микроэлемент бар; калийға, фосфорға бай;
Балды айыралар:
Сығышы буйынса тәбиғи бал сәскә һәм япраҡ балы булырға мөмкин
Баллы үҫемлектәрҙән ҡорттар йыйған нектарға бәйле балды төҫө, тәме һәм еҫе буйынса айыралар.
Балды бер баллы үҫемлектән генә алыу ғәмәлдә мөмкин булмай — умарталыҡ менән йәнәш ғәҙәттә бер үк ваҡытта бер нисә бал биргән үҫемлек була, ә яңы балды айырғанда бал күсенең алдараҡ башҡа үҫемлектәрҙән йыйған иҫке запасы ла эләгеүе мөмкин.
Билдәле бал биргән үҫемлектәр:
|
һәм башҡалар.
Ҡайһы бер һанап кителгән бал төрҙәре ғәмәлдә тейешле бал биргән үҫемлектәрҙең иртә сәскә атыуы йәки уларҙың әҙ булыуы һәм нектарының түбән продуктлылығы арҡаһында алынмауы мөмкин. Көндәлек тормошта «һырғанаҡ балы» һырғанаҡ еләктәренән торған сироптан ғибәрәт.
Бал төрҙәренең бик үк аныҡ булмаған, әммә популяр атамаһы ҡорттар тарафынан бал йыйған урындан килеп сыҡҡан:
Йыш ҡына балды уның сығышы менән бәйле географик урыны менән атайҙар. Рәсәйҙә билдәле балдарҠалып:Кому:
Ҡуйылығы буйынса — бал шыйыҡ йәки кристаллашҡан булырға мөмкин.
Төҫө буйынса бал:
Балдың төҫө үҫемлектәрҙән йыйылған нектарҙан тора: балдың сағыштырмаса асыҡ төрҙәре йүкә, көнбағыш, акация сәскәләренән, ә сағыштырмаса ҡарағусҡыл төҫлө балды ҡарабойҙайҙан, һөтлөгәндән алалар.
АҠШ-тың Һаулыҡ һаҡлау милли институтының мәғлүмәттәренә ярашлы бал бешеүҙе, яраны, йүткереүҙе, диабетты, мукозитты дауалауҙа эффектлы. Бал микробҡа ҡаршы (антибактериаль, антимикотик, антимикобактериаль) үҙенсәлектәргә эйә.
Кеше ҡорттарҙан балдың өлөшөн ала, әммә ул ҡорт күсен һаҡлау һәм үҫеү өсөн балдың тейешле күләмен ҡалдырырға тейеш. Балдың төрлө төрҙәренең кулинария баһаһы яҡынса бер үк, әммә ҡорттарҙы туҡландырыу өсөн япраҡ балын ҡалдырыу кәңәш ителмәй, ә ҡышҡы осорҙа бөтөнләй тыйыла.
Балдың төп компоненты булып күп булмаған миҡдарҙа һыуҙа иретелгән углеводтар тора:
Калориялылығы 100 грамм балда яҡынса 328 ккал.
Бал тип аталған продуктың сифатын баһалауҙың бер нисә йүнәлеше бар. Сифатын баһалау өсөн нигеҙ булып стандарттар (милли һәм халыҡ-ара) тора.
АҠШ-та бал һыу миҡдары, тәме һәм хуш еҫе, ҡатнашмаларҙың булмауы һәм үтә күренмәлелеге кеүек бер нисә рәт ҡылыҡһырламалар менән баһалана. Балдың төҫө баһа шкалаһында критерий булып тормаһа ла төҫө менән дә классификациялана
Сорты | Һыу миҡдары | Тәме һәм хуш еҫе | Ҡатнашмаларҙың булмауы | Үтә күренмәлелеге |
---|---|---|---|---|
A | < 18,6 % | Яҡшы — Яҡшы, тәмле тат һәм хуш еҫкә эйә, башлыса сәскә балы, төтөн еҫе, әсеү, химик һәм еҫтең башҡа сәбәптәре юҡ. | Тышҡы ҡиәфәтенә һәм аҙыҡ үҙенсәлектәренә йоғонто яһаған ҡатнашмалар юҡ. | Үтә күренмәле — тышҡы ҡиәфәтенә йоғонто яһамаған һауа ҡыуыҡсалары, һеркәләр эҙе булыуы мөмкин. |
B | < 18,6 % | Ярайһы уҡ яҡшы — карамель тәме, төтөн тәме, әсеү тәме юҡ. | Әҙ миҡдарҙа — тышҡы ҡиәфәтенә һәм тәме сифатына әһәмиәтһеҙ йоғонто яһай | Ғәмәлдә үтә күренмәле — ҡиәфәтенә бик йоғонто яһамаған һауа ҡыуыҡсалары, һеркә һәм башҡа ваҡ дисперслы киҫәксәләре бар |
C | < 20,0 % | Ярайһы уҡ яҡшы — ғәмәлдә карамелһеҙ, төтөн тәме, әсеү тәме юҡ. | Әҙ миҡдарҙа — тышҡы ҡиәфәтенә һәм тәме сифатына әллә ни йоғонто яһамай. | Ғәмәлдә үтә күренмәле — ҡиәфәтенә йоҡонто яһмаған һауа ҡыуыҡсалары, һеркә һәм башҡа ваҡ дисперслы киҫәксәләре бар. |
Кондиция түгел | > 20,0 % | кондиция түгел | кондиция түгел | кондиция түгел |
Бал сифатын химик анализ юлы, физик-химик ысулдар менән, микроскопия ярҙамында билдәләйҙәр. Йыш ҡына түбәндәге күрһәткестәрҙе билдәләйҙәр:
ГОСТ 19792-2001 буйынса сифат контроле:
Бал — киң ритуаль ҡулланыу тапҡан продукт, ул үлемһеҙлек, уңдырышлылыҡ, һаулыҡ, матурлыҡ, бәхет, тормош «татлығы» символы; уны аллалар аҙығы һәм трмош эликсиры тип атайҙар. Ерләү, туй, тыуған ил, календарь йолаларында һәм халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Ҡорттарәи балауыҙ менән семантик бәйләнеше арҡаһында бал шулай уҡ христиан символикаһына эйә. Бар кәрәҙҙәре Иоанн Крестителдең сүллектә аҙығы булған, уның атрибуты булып тора.
Антик ваҡыттарҙа бал күк бүләге тип һаналған, сөнки ҡорттар уны иртәнге ысыҡтан йыя тип иҫәпләнгән. Иҫке Ғәһедтә ҡайһы бер ағастарҙағы иртәнге татлы ысыҡ «ҡырағай бал» тип аталған. Ерләү йолаларында аллаһтарға ҡорбан сифатында ҡулланылған. Бал борон, хәҙерге ваҡыттағыға ҡарағанда ла ҙур әһәмиәткә эйә булған, сөнки улар өсөн ул шәкәрҙе алмаштырған. Унан шарап та әҙерләгәндәр, уны римлеләр юғары баһалаған, уның менән триумф ваҡытында еңеүселәрҙе һыйлағандар
Өгөт-нәсихәтле мәҫәлдә сабый Купидонды умартанан бал урларға маташыуында ҡорт саға, тип хәбәр ителә. Ул Венера менән йәнәш һүрәтләнә, бала күҙ йәштәренә мансылған, ҡулдарында ҡырағай ҡорттарҙың кәрәҙен тотҡан, ә уның тирәләй ҡорттар осоп йөрөй. Әсә уға башҡаларға килтергән яра күпкә ауырыраҡ була, тип һөйләй.
Иртә христиан сиркәүендә яңы тыуғандарҙы һөт һәм бал менән изгеләндереү йолаһы булған. Был изгеләндереү ожмахтың татлығы тураһында хәтергә төшөрөргә тейеш була, ул «һөт һәм бал аҡҡан» бәхет урыны кеүек аңлатылған. VI Вселенский соборҙың (680 йыл) 57-се ҡағиҙәһе был йоланы ғәйепләй, алтарға бал һәм һөттө алып килеүҙе тыя.
Рус телендә бал менән бәйле күп телмәр әйтемдәре бар. Боронғо апокрифтарға ярашлы, ожмах йылғаларында һөт һәм бал аға, бал аллаһтар бүләге кеүек иртәнге ысыҡтан алына, донъя ағасы тамырҙарынан 12 һөт һәм бал сығанағы сыға. Серб инаныуҙары буйынса бал иртәнге ысыҡтан аллаһтар бүләге булараҡ алына, ул сәскәләрҙә һәм япраҡтарҙа һибелгән һәм уны ҡорттар йыя. Һөт кеүек илаһи эсемлек булараҡ уны бер ваҡытта ла бурысҡа бирмәгәндәр, сөнки был ике яҡ өсөн дә хәүефле булған, әммә бушлай биргәндәр йәки һатҡандар; балды һәм балауыҙҙы сиған ҡатынына биреү, уны түгеү йәки ергә ташлау тыйылған (хорв.). Иблес балдан башҡа бөтә нәмәне ашай һәм балауыҙ еҫен күтәрә алмай тигән ҡараш нығынған (Сербия).
Бал үлгән йәндәрҙең яратҡан ризығы тип иҫәпләнә. Ерләү йолаһында уны айырым ашамлыҡ кеүек ашайҙар, уның менән кутья, коливо, канун (бал ҡушылған һыуға ваҡлап һалынған икмәк), сыта (бал ҡушылған һыу), кеҫәл әҙерләгәндәр, ҡоймаҡҡа бал һылағандар, ритуаль икмәктәр һәм йәймәләр бешергәндәр, балды һыраға һәм әсе балға ҡушҡандар. Көнсығыш славяндарҙа бал һыланған беренсе эҫе ҡоймаҡты мәйеттең башы өҫтөнә һикегә, тәҙрәгә йәки икона эргәһенә ҡуйғандар. Ерләүҙән һуң әбейҙәр, өҫтәлгә сыта ҡуйып, төнө буйына мәйеттең йәнен ҡарауыллайҙар; улар йәндең себен рәүешендә килеп уның өсөн әҙерләнгән эсемлекте эсә тип ышанғандар.
Сығышы, составы, тәме, төҫө һәм башҡа үҙенсәлектәре буйынса бер нисә төркөмгә бүлеп йөрөтөлә.
мёд Викиһүҙлектә | |
Бал Викимилектә | |
Бал Викияңылыҡтарҙа |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Бал, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.