Рапс

Рапс — әүернә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған кәбеҫтә затының бер йыллыҡ яҙғы йәки ужым үҫемлеге.

Рапс
Рапс
Общий вид цветущего растения. Испания
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Brassica napus L., 1753

Синонимдар
  • Brassica gongylodes Mill.
  • Brassica napobrassica Mill.
  • Brassica oleifera Moench nom. illeg.
  • Brassica praecox Kit. ex Hornem.
  • Brassica praecox Waldst. & Kit. ex DC.
  • Brassica rutabaga (DC.) Druce
  • Brassica rutabaga DC. ex H.Lév.
  • Brassica stricta Nestl. ex DC.
  • Crucifera napus E.H.L.Krause
Рапс
Викитөркөмдә
Систематика
Рапс
Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN  7661

Таралышы

Шипкәнде (ялан кәбеҫтәһе) баҡса кәбеҫтәһе менән һеркәләндереү һөҙөмтәһендә сығарыла. Ҡырағай рәүештә осрамай. Ҡытайҙа, Канадала, Германияла, Францияла һәм РФ‑та үҫтерелә. Башҡортостанда яҙғы рапс (кольза) үҫтерәләр.

Ботаник яҙма

Рапс 
«Köhler’s Medizinal-Pflanzen», 1887 китабынан ботаник иллюстрация

Һабағы тармаҡлы, бейеклеге 50—250 см тиклем. Розеткалы япрағы һаплы, лира формаһында, ҡауырһын һымаҡ ҡырҡылған, аҫҡы һабаҡ япрағы — лира формаһында, урталағыһы — оҙонса һөңгө һымаҡ, өҫкөһө — оҙонса ланцет формаһында. Сәскәлеге — ваҡ, һары төҫтәге 25—40 сәскәле тәлгәш. Емеше — шар формаһындағы 24—35 орлоғо булған ҡуҙаҡ, төҫө аҡһыл көрәндән ҡараға тиклем. 1000 орлоғоноң ауырлығы 3—6 г. Һыуыҡҡа сыҙамлы, дым яратыусы үҫемлек. Ситтән һеркәләндерелә. Вегетация осоро 80—110 тәүлек.

Составы

Орлоғоноң составы (проценттарҙа): май — 32—35, аҡһым — 21.

Төп элгәрҙәре

Ужым иген культуралары һәм пар баҫыуҙары. Орлоҡто ябай рәт ысулы менән сәсеү нормаһы 2,5—3,0 млн дана/га (10—12 кг/га), сәсеү тәрәнлеге — 3—4 см. Р. — май биреүсе культура, мал аҙығы культураһы, баллы үҫемлек. Р. майы аш‑һыу әҙерләгәндә, шулай уҡ сәнәғәттең маргарин, һабын, металлургия, текстиль тармаҡтарында һ.б. ҡулланыла. Йәшел массаһы, төпрәһе һәм ҡалдығы мал аҙығы булараҡ файҙаланыла.


Рапс 
Сәскә атыусы рапс сәсеүлектәре
Рапс 
Рапстың Plasmodiophora brassicae йыйыусы бүрткән тамыры

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар


Май биреүсе культуралар
Ҡытай сәтләүеге | Аҡ гәрсис | Сарепт гәрсисе | Ҡара гәрсис | Кенә уты | Кокос пальмаһы | Киндер | Кунжут | Етен | Ляллеманция | Европа зәйтүне | Перилла | Көнбағыш | Кукуруз | Рапс | Шипкән | Сафлор | Соя | Тунг | Мамыҡ | Чуфа

Tags:

Рапс ТаралышыРапс Ботаник яҙмаРапс СоставыРапс Төп элгәрҙәреРапс ИҫкәрмәләрРапс ҺылтанмаларРапс

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Хисамов Ғәлим Афзал улыXVIII быуатҠәҙим АралбайМәскәү өлкәһеЯлан кантоныНемецтарБанкнотаБлогГалилео ГалилейЫрыу (биология)МәҙрәсәБөжәктәрҺарыҡты кем ашаған?Башҡорт алфавитыБатанов Бәхетғәлей Николаевич3 октябрьЕйәнсура районыТверьӘрмәнстанЙәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы25 апрельSkypeМәскәү1873 йылБашҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәреМөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улыХәйбуллин Ишморат Нәзир улыХәйбулла районыHTMLАрҡайымМәжүсилекКорея Халыҡ-Демократик Республикаһы19 августСалауат ЮлаевЕкатерина IIҠошсо кантоныБүреӨфө «Нур» татар дәүләт театрыВикипедияТау эшеБашҡортостан ҡоштарыЭҙләүҙе оптималлаштырыуЭякуляцияСәғитов Әхәт Ҡәйүм улы2020 йылБронза быуатыЕнси актОкеанияМостай КәримЙәйәләрСыйырсыҡХәбиров Фәрит Барый улыБиохимияЭлектроникаАлмаш (һүҙ төркөмө)Гәрәев Муса Ғайса улыКонституцион монархияНил1990 йыл5 февральТултырыусыИорданияДаянова Тәскирә Байрам ҡыҙы🡆 More