Стихиялы афәт — халыҡтың нормаль эшмәкәрлеген һәм тормошон боҙоусы, һәләкәткә, ҡыйралыш-емереүҙәргә һәм матди байлыҡтарҙы юҡ итеүгә алып килгән, ғәҙәттән тыш хәлгә тарытҡан тәбиғәт күренеше.
Стихиялы бәлә-ҡаҙалар бер-береһенә бәйле лә, бәйһеҙ ҙә була ала, береһе арҡаһында икенсеһе барлыҡҡа килеүе лә ихтимал. Ҡайһы берҙәре айырым кешенең эшмәкәрлегенә бәйле. Бигерәк тә карьерҙар ҡаҙыу эштәре хәүеф тыуҙыра: йыш ҡына ишелмәләр, ҡар өйөмө ябырылыуы, тау боҙлоғоноң емерелеп төшөүе күҙәтелә.
Килеп сығыуының сәбәбенә ҡарамаҫтан стихиялы бәлә-ҡазалар ҙур масштабтары һәм төрлө дауамлылығы (оҙайлылығы) — бер нисә секунд-минуттан (ер тетрәүҙәр,ҡар өйөмдәре ишелеүе, лимнологик катастрофалар) бер нисә сәғәткә тиклем (сил), көндәр (ишелмәләр) һәм айҙар буйы (һыу ташҡыны) менән айырыла. Стихиялы бәлә-ҡазалар бер нисә төргә бүленә.
Ер тетрәүе — ер ҡатламынан ҡапыл килеп сыҡҡан энергия тыуҙырған сейсмик тирбәлештәрҙән ер аҫты тетрәүе һәм Ер йөҙөнөң тирбәлеүе.
Ер тетрәүе ваҡытында тирбәлеү, һелкенеү, шылыу күҙәтелә. Башлыса ер тетрәүе тектоник күренештәр арҡаһында барлыҡҡа килә, шулай ҙа ҡайһы берҙә ишелмәләр, вулкан атылыуы, тау ҡаҙылмалары, йәҙрә шартлауҙары ла сәбәпсе була. Ер тетрәүенең үҙәк нөктәһе ер тетрәүҙең сығанағы тип һанала йәки икенсе төрлө гипоцентр. Ер тетрәгән биләмәне эпицентр тип исемләйҙәр. Ер тетрәүҙәрҙе баһалар һәм сағыштырыу өсөн магнитудалар һәм интенсивлыҡ шкалалары ҡулланыла.
Ер тетрәү үҙе бик һирәк кешеләрҙең һәм хайуандарҙың һәләк булыуына сәбәп була. Ғәҙәттә төп сәбәптәр икенсел ваҡиғаларға бәйле: биналарҙың емерелеүе, көслө янғындар, цунами һәм вулкандар атылыуы. Ер тетрәүҙең ҡотосҡос эҙемтәләрен биналарҙың төҙөү конструкцияһын яҡшыртыу һәм мөмкин булған тиклем халыҡты иртәрәк иҫкәртеү һәм эвакуциялау күпкә кәметә алыр ине.
Аҙаҡҡы ваҡыттағы иң эре ер тетрәү миҫалдары:
Вулкандар атылыуы бик ҙур, масштаблы емерелеүҙәргә һәм ғәҙәттән тыш хәлдәргә килтерә ала торған стихиялы бәлә — ҡаза. Вулкан атылыу ваҡытындағы емерелеүҙәрҙең һәм халыҡтың һәләк булыуҙағы төп сәбәптәре:
Сил — бик ҙур концетрациялы минераль өлөшсәләрҙән, таштарҙан, тау тоҡомо ҡалдыҡтарынан торған ағым. Сил бигүк ҙур булмаған тау йылғалары бассейндарында, ҡоро үҙәндәрҙә, ғәҙәттә оҙайлы ҡойма ямғырҙар йәки бик тиҙ арала ҡар, боҙлоҡ иреүенән барлыҡҡа килә. Шулай уҡ силдең килеп сығыуының төп факторы булып таулы ерҙә урманды ҡырҡып бөтөрөү тора: ағастың тамыры тупраҡтың өҫкө өлөшөн тотоуы билдәле, был үҙ сиратында силде булдырмаҫҡа булышлыҡ итә.
Ишелмә — үҙенең ауырлыҡ ҡеүәте арҡаһында шыуып төшкән һәм тау тоҡомонан айырылған киҫәктәр шыуышмаһы. Ишелмәләр ғәҙәттә үҙән битендә, йылға ярҙарында, таулы урындарҙа, диңгеҙ буйында була. Ғәйәт ҙур ишелмәләр диңгеҙ төбөндә күҙәтелә. Ишелмәләр йышыраҡ һыуға сыҙамлы һәм һыулы ҡатламлы тоҡомдар алмашыулы тау битләүҙәрендә була.
Ишелмәләрҙең килеп сығыуының сәбәптәре:
Убылыу — тау тоҡомдары массаһының тау битләүҙәренән ауырлыҡ көсө тәьҫире арҡаһында аҫҡа ҡарай айырылып төшөүе. Иң эреләрҙән һаналған убылыуҙың күләме 2,2 млрд м³. Был убылыу 1911 йылдың 18 февралендә Мургаб йылғаһында булған. Убылыу һөҙөмтәһендә тәбиғи быуа һәм Сарез күле барлыҡҡа килгән.
Шыуышма — тау битләүенән шыуып төшкән йәки ҡолаған ҡар массаһы. Шыуышмала ҡар күләме бер нисә миллион куб метрға барып етә ала. Шыуышмаларҙың бер нисә төрө билдәле:
Ҡоро шыуышманың тиҙлеге ғәҙәттә 20—70 м/с (125 м/с тиклем) ҡар ҡатламының тығыҙлығы 0,02- ән алып 0,3 г/см³ тиклем. Епшек шыуышма 10—20 м/с (40 м/с тиклем) тиҙлек менән хәрәҡәт итә, ҡар тығыҙлығы 0,3—0,4 г/см³ Беренсе донъя һуғышы осоронда Австрия-Италия фронтында яҡынса 40 000-80 000 һалдат артиллерия утынан ҡуҙғалған шыуышмаларҙан һәләк булған. Беҙҙең замандағы иң билдәле шыуышмалар:
Һыу баҫыу. Чехия, 2002 йыл. Һыу баҫыу — йылға-күлдәрҙә, дингеҙҙәрҙә ҡойма ямғыр йәки бик ҡыҙыу ҡар иреүенән һыу күтәрелеп ташып сығыуы, көслө ел, башҡа сәбәптәр арҡаһында эргә-тирәләрҙәге ерҙәрҙең һыу аҫтында ҡалыуы. Һыу баҫыу кешенең һаулығын ҡаҡшата, һәләк булыусылар ҙа була, шулай уҡ халыҡ ҙур матди зыян да күрә. Иң мөһим һыу баҫыу миҫалдары:
Тропик циклондар ҙур күләмле һыу баҫыуына һәм дауыллы һыу ҡалҡыуына сәбәпсе була:
Цунами — океан йәки икенсе төрлө һыу ятҡылыҡтарындағы ҡалын һыу ҡатламына көслө тәьҫир итеүсе оҙон тулҡындар.
Цунами һыу аҫтындағы ер тетрәүҙәрҙән барлыҡҡа килә. Теркәлгән цунамиҙарҙың 7 % ишелмәләр, 5 % — һыу аҫты вулкан атылыуына сәбәпсе була.
Беҙҙең замандың иң көслө цунами исемлеге:
Ҡайһы бер белгестәр «суперцунами» тыуыуы ла мөмкин, тип фаразлай. Бындай цунамиҙарҙаң бейеклеге йөҙ метрҙан да ашыу булыуы мөмкин, улар океан акваторияһына эре метеориттарҙың йәки ифрат ҙур размерлы ер киҫәктәренең океанға шыуып төшөүенән килеп сығыуы мөмкин.
Лимнологик катастрофа — һыу ятҡылығы төбөнән ҡапыл килеп сыҡҡан газдан (ғәҙәттә CO2) барлыҡҡа килгән һәләкәтле физик күренеш. Лимнологик катастрофа хайуандарға һәм кешеләргә газдан тонсоғоу менән янай. Һәләкәттәрҙең был төрө химик составы, күләме, оҙайлығы менән айырыла. Газдың урғылып сығыуы цунамиҙы ла тыуҙырыуы бар, сөнки өҫкә табан күтәрелгән газдан һыу ҙа күтәрелә. Ғалимдар фаразлауынса, лимнологик һәләкәттәргә шыуышмалар, ер тетрәүе, вулкан әүҙемлеге сәбәпсе була ала.
Бөгөнгө көндә ике күл лимнологик катастрофаһы билдәле:
Лимнологик катастрофаларға алып килеүсе шарттар Камерун күлдәрендә генә түгел, планетабыҙҙың башҡа һыу ятҡылыҡтарында ла бар. Мәҫәлән: Көньяҡ Африкалағы Киву(Kivu) күлендә;
Янғын — кеше ғүмеренә, һаулығына, йәмғиәт һәм хөкүмәт мәнфәғәтенә зарар, шул уҡ ваҡытта бик ҙур материаль зыян килтергән, контролдә тотоп булмаған яныу процесы. Янғын сығыу төрҙәре:
2010 йылының июль, август һәм сентябрь башындағы Рәсәйҙең күп кенә өлкәләрендә аномаль эҫелектән һәм ҡоролоҡтан ҡатмарлы янғын хәле урынлашты. 2010 йылдың 7 авгусына 53 кешенең һәләк булыуы, 1200 йорт-ҡураның юҡ ителеүе раҫланды. Янғын майҙаны 500 мең гектарҙан ашыу тәшкил итте.
1972 йылдың йәйендә СССР-ҙа урман һәм торф янғындары илдең урта өлөшөнөң тиҫтә өлкәләрен солғап алды. Янғын майҙаны 1,8 млн гектар ерҙе биләһә, урман янғын осраҡтары 40 меңгә етте. В тушении пожаров принимало участие около 360 тыс. человек. Янғындарҙы һүндереүҙә 360 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Урман янғыны — урман майҙандарында идара ителеүгә буйһонмаған, стихиялы уттың йәйелеүе. Урман янғындарының сығыу сәбәптәрен икегә бүлеп була: тәбиғи һәм антропоген. Тәбиғи янғындарҙың сәбәптәренең иң билдәлеләре — йәшен һәм ҡоролоҡ. Антропоген сәбәптәр булып башлыса ут төртөү, үртәү һәм иғтибарһыҙлыҡ, кешенең илке-һалҡы ҡарашы тора. Бөгөнгө көндә йәшендән, мәҫәлән, янғындарҙың тик 7 %-8 % ғына сыға. Башлыса урман янғындарының сығыуы кеше эшмәкәрлегенә бәйле. Урман янғындарынан бигерәк тә ҙур зыян ауыл халҡы һәм тәбиғәт күрә.
Янғын төрөнә ҡарап урман янғындарын түбән, юғарғы һәм тупраҡлыға бүләләр. Йәйелеү тиҙлеге буйынса түбән һәм юғарғы янғындар тотороҡло һәм йүгереккә бүленә. Эре урман янғындарының уртаса оҙайлығы 10-15 тәүлеккә, ә янған майҙандарҙың күләме 450—500 гектарға барып етә ала.
Торф янғындары — урман янғындарының торф ҡатламы һәм ағас тамырҙары яныуы менән бәйле төрө. Янған торфтың тәрәнлеге тик ер аҫты һыуҙары кимәле һәм аҫта йәйеүле минераль грунт менән сикләнә. Торф ятҡылығының яныуын ямғыр яуыуы ла баҫа алмай, сөнки ямғыр һыуы торф аша үтеп ер аҫты һыуына ҡушыла. Торф янып бөтмәйенсә яныуҙан туҡтамай.
Ҡойон (торнадо) — йәшен-ямғырлы болот эсендә барлыҡҡа килгән һәм йыш ҡына ер йөҙөнә тиклем барып еткән атмосфера өйөрмәһе. Ҡойон башлыса болот тармағы формаһында йәки тиҫтә һәм йөҙләп метр диаметрлы томшоҡтан тора. Болоттан сыҡҡан ҡойондоң үҙенсәлектәре лә бар. Мәҫәлән, ул өйөрмәле ҡойондан һәм ҡом буранынан айырыла. Ғәҙәттә ҡойондың арҡыры диаметры аҫҡы киҫелешендә 300—400 м тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта ҡойон һыу өҫтөнә тейгән ерҙә был бейеклек 20—30 метрҙан үтмәҫкә мөмкин. Ҡойондоң ер өҫтөнән үткән саҡта оҙонлоғо 1,5—3 км-ға етә ала.
Ҡойондарҙың иң күп һаны Төньяҡ Америка континентында теркәлә, бигерәк тә АҠШ-тың үҙәк штаттарында, көнсығыш штаттарҙа — әҙерәк. Иң оҙайлы ваҡыт хәрәкәт итеүсе ҡойон — Мэттун ҡойоны 1917 йылдың 26 майында 7 сәғәт 20 минут эсендә АҠШ территория буйлап 500 км үткән. Ошо ваҡыт арауығында 110 кеше һәләк булған. Рәсәйҙә 80 млн һумлыҡ зарар килтергән һәм бер кеше ғүмерен өҙгән ҡойон 2011 йылдың 31 июлендә Благовещенскта була.
Циклон — бик ҙур, бер нисә йөҙҙән бер нисә мең километр диаметрлы һәм үҙәгендә түбән баҫымлы булған атмосфера өйөрмәһе.
Циклондарҙың ике төп төрөн айыралар: тропиктарҙан тыш һәм тропиктар. Беренселәре үҫешеү башында уртаса йәки поляр киңлектәрҙә һәм уларҙың диаметры башланған саҡта мең километрҙан бер нисә меңгә тиклем етә. Тропик циклондар тропик киңлектәрҙә барлыҡҡа килә, уларҙың ҙурлығы ла кәмерәк була (йөҙ, һирәгерәк — мең километрҙан ашыу), шул уҡ ваҡытта ел тиҙлеге һәм бари градиенттары бик ҙур була, хатта дауыл ҡуптарыуы мөмкин. Бындай циклондарға хас нәмә — «дауыл күҙе» — 20—30 км диаметрҙағы елһеҙ, аяҙ көн торошло өлкә. Бик көслө ел (секундына 70 — 100 метрға тиклем), ҡойма ямғыр (тәүлегенә 1000 мм тиклем) дингеҙҙә ҡот осҡос тулҡандар тыуҙыра һәм ҡоро ерҙе лә һәләкәткә дусар итә.
Хәҙерге заманда (2005 йыл) ҙур юғалтыуҙарҙы Катрина ураганы алып килде. Төрлө баһаламаларҙан күренеүенсә, был афәттән күрелгән зыян долларҙарҙа 89 млрд-тан 125 млрд-ҡа тиклем етте. Циклондарҙы күҙәтеү тарихында иң үлемеслеһе тип 1780 йылдағы Кариб дингеҙе Кесе Антил утрауҙарында ҡупҡан ураган һанала. Октябрҙең 10-нан 16-на тиклем арауыҡта 27,5 кеше һәләк булған.
Буран (ыжғыр буран) — ер йөҙөнән ел көсө менән ҡарҙы бер урындан икенсе урынға күсереү. Официаль метеорология станцияларҙа буранды өс төргә бүләләр: йәйәүле буран, һепертмә буран һәм ғөмүми буран. Ҡайһы бер белгәстәр болоттан яуып төшкән саҡта уҡ ел ынғайына ҡар бөртөктәренең тура төшмәй, ергә төшкәнгә тиклем ел менән бергә хәрәкәт итеүсе ҡар яуыуҙы ла буран тип атайҙар. Бындай бурандың исеме лә бар — һыбайлы буран. Официаль меостанцияларҙың мәғлүмәттәрендәкүрһәтелмәй. Көн торошон күҙәтеүҙәр тарихында иң көслө ҡар бурандары:
Боҙборсаҡ — ҡойма яуым—төшөмдөң бер төрө. Боҙборсаҡ түңәрәк йәки башҡа төрлө формала була. Ҙурлығы бер нисә миллиметрҙан бер нисә сантиметрға тиклемгә етә. Ҙурлығы 130 мм, ауырлығы бер килограмм тартҡан боҙборсаҡтары ла осрай. Борсаҡтар бер миллиметр тирәһе ҡалынлыҡтағы үтә күренмәле һәм яртылаш күренмәле ҡатламдарҙан тора. Боҙборсағы ғәҙәттә йылдың йылы миҙгелендә ифрат ҙур ямғыр болоттарынан, йыш ҡына ҡойма һәм йәшенле ямғыр ваҡытында яуа. Боҙборсаҡ ауыл хужалығына, шәхси баҡсаларға ҙур зыян килтерә.
Ҡоролоҡ — бер нисә аҙнанан ике-өс айға һуҙылған тотороҡло юғары эҫелек осоро. Ҡаты эҫелеккә яуым булмауы ҡушылыу сәбәпле тупраҡтың еүешлек запастары бөтә, үҫемлектәргә зарар килтерелә. Ҡоролоҡтоң башы ғәҙәттә аҙ хәрәкәтле юғарғы антициклон урынлашыуына бәйле була. Ҡояш йылыһының күплеге һәм шул уҡ ваҡытта һауаның еүешлеге кәмей барыуы (атмосфера ҡоролоғы) быуланыу һәләтен арттыра, был үҙ сиратында тупраҡтың ярлыланыуына булышлыҡ итә. Яуым-төшөм булмағанға күрә йылғалар, күлдәр, шишмәләр, быуалар кибә башлай, гидрология ҡоролоғо башлана. Урта Рәсәйҙә 1972, 2002 һәм 2010 йылдарҙағы оҙайлы эҫелектән һәм ҡоролоҡтан күп һанлы урман, торф янғындары барлыҡҡа килде. Янғындар Мәскәүҙең һәм башҡа ҡалаларҙың төтөнләүенә, халыҡтың һаулығының ҡаҡшауына килтерҙе.
Инвалидтар хоҡуғы Конвенцияһында, хөкүмәттәр халыҡ -ара хоҡуғы буйынса үҙҙәренең бурыстарына ярашлы рәүештә төрлө ситуацияларҙа, шул иҫәптән стихиялы бәлә-ҡазаларҙа, инвалидтарҙы яҡлау һәм хәүефлеҙһеген булдырыу өсөн тейешле саралар ҡабул итергә тейеш, тип билдәләнгән.
1989 йылда БМО-ның Генераль Ассамблеяһы йыл һайын үткәрелә торған Халыҡ-ара стихиялы бәлә-ҡазаларҙың хәүефен кәметеү көнө булдырҙы.
БМО мәғлүмәттәренә ярашлы стихиялы бәлә-ҡазалары араһында һәләк булыусы һаны буйынса беренсе урында гидрометеорология һәләкәттәре, икенсе урында — геология, өсөнсө урында — техноген һәләкәттәр. Ер тетрәүҙәрҙән, урагандарҙан, башҡа төрлө хәүефле тәбиғәт күренештәренән 1970-се йылдан 2010 йылға тиклем донъя күләмендә 3,3 млн-ға яҡын кеше һәләк булған (уртаса йылына 82 500 кеше). Башлыса һәләк булыусылар ярлы илдәрҙә йәшәгән. Стихиялы бәлә-ҡазаларҙан күрелгән зыян 1970—2008 йылдар арауығында 2300 млрд доллар тәшкил иткән. Иң ҙур зыянды ер тетрәүҙәр һәм дауыл -ғәрәсәттәр алып килә. Иң күп зыянды уртаса доходлы илдәр күрә. Стихиялы бәлә — ҡазаларҙы булдырмау саралары
Стихийное бедствие Викиһүҙлектә | |
Стихийное бедствие Викимилектә | |
Стихийное бедствие Викияңылыҡтарҙа |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Тәбиғәт һәләкәте, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.