Малала Юсуфзай (12 июль 1997 йыл, Мингора) — Пакистан хоҡуҡ яҡлаусыһы, бөтә донъяла ҡатын-ҡыҙҙарҙың белем алыуы өсөн сығыш яһай.
2012 йылдың 9 октябрендә хоҡуҡ яҡлау эшмәкәрлеге өсөн «Техрик-и-Талибан Пакистан» террористик хәрәкәте боевиктары уны ауыр яралай. Тыныслыҡ өсөн Нобель премияһы лауреаты (2014).
Малала Юсуфзай | |
пушту ملاله یوسفزۍ урду ملالہ یوسفزئی | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Пакистан |
Псевдоним | Gul Makai |
Тыуған көнө | 12 июль 1997[…] (26 йәш) |
Тыуған урыны | Мингора[d], Пакистан |
Атаһы | Зиауддин Юсуфзай[d] |
Әсәһе | Toorpekai Yousafzai[d] |
Хәләл ефете | Ассер Малик[d] |
Һөнәр төрө | блогер, хоҡуҡ яҡлаусы, мемуарист, яҙыусы, борец за права женщин |
Уҡыу йорто | Edgbaston High School[d] Леди Маргарет Холл[d] |
Строка принадлежности | Malala Fund |
Ҡатнашыусы | World Economic Forum Annual Meeting 2018[d] |
Кем хөрмәтенә аталған | Malalai of Maiwand[d] |
Сәнғәт йүнәлеше | права ребёнка[d] һәм права женщин[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | malala.org |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 2 004 101 |
Предпочитаемое местоимение | |
Малала Юсуфзай Викимилектә |
2009 йыл башында 11 йәшендә Юсуфзай Би-би-си өсөн алып барған блогы менән донъяла билдәлелек ала. Блогында ул талиптар режимы ваҡытында нисек йәшәүе, уларҙың Сват үҙәнен үҙ контроле аҫтына алырға тырышыуы, ҡыҙҙарҙың белем алыуын үҫтереүгә ҡағылышлы ҡараштарын яҙа. 2009 йылдың аҙағында Пакистан хәрбиҙәре боевиктарға ҡаршы көрәш башлай, һөҙөмтәлә талиптар Сват үҙәненән ҡыуыла. Был ваҡиғаларҙы блогында тасуирлағаны өсөн Малала Юсуфзай йыл һайын бирелә торған Милли Пакистан йәштәр тыныслыҡ премияһына дәғүәселәр араһында беренсе урынды ала.
Халыҡ-ара марксистик тенденция яҡлы, 2012 йылда Сватта был ойошма үткәргән йәйге мәктәп ҡатнашыусыһы.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Малала Юсуфзай, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.