Магний

Магний — ер ҡабығында таралышы буйынса алтынсы урында тороусы (кислород, кремний, алюмин, тимер һәм кальцийҙан ҡала) элемент.

Магний
Рәсем
Масса 24,305 ± 0,002 массаның атом берәмеге
Кем хөрмәтенә аталған оксид магния[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Джозеф Блэк[d]
Асыу датаһы 1755
Табылыу урыны Бөйөк Британия
Элемент символы Mg
Химик формула Mg
Каноническая формула SMILES [Mg]
Атом һаны 12
Электронная конфигурация 1s² 2s² 2p⁶ 3s² һәм [Ne] 3s²
Электр кирелеге 1
Ионный радиус 0,57 ангстрем, 0,72 ангстрем һәм 0,89 ангстрем
Әселәнеү дәрәжәһе 1 һәм 2
Удельная электрическая проводимость 21 500 000 А / (В·м)
Стандартная молярная энтропия 32,7 ± 0,05 Дж / (моль·К)
Иреү температураһы 649 °C
Ҡайнау нөктәһе 1100 °C
Таксонда бар F. vulgare, T. cacao[d], M. tomentosa[d], M. frutescens[d], M. leucantha[d], M. grandiflora[d], Artemia salina[d], I. cicadae[d], H. sabdariffa[d], M. chamomilla, P. aequatorialis[d] һәм C. recutita[d]
Магний Магний Викимилектә

Тарихи белешмә

XIX быуат башында инглиз ғалимы Һемфри Дэви (1778—1829) магний табыу өсөн бик күп тырышлыҡ һала, ләкин уның күп ынтылыштары емешһеҙ була. Шулай ҙа ул уңышҡа өлгәшә — Дэви еүеш магнезияны (MgSO 4) терегөмөш оксиды менән бутай, ҡатнашманы платина пластинкаға һала һәм уның аша ток үткәрә; амальгаманы йылытып терегөмөштән арындыра һәм яңы металл таба.

Дэви металлды magnium тип атай.

Металлик магнийҙы еңелерәк табыу ысулын 1828 йылда А. Бюсси аса. Ул һыуһыҙ MgCl 2 менән калий ҡатнашмаһын быяла көпшәлә йылытып, магнийҙы таба. Был реакцияла калий ҡушылманан магнийҙы ҡыҫырыҡлап сығара һәм калий хлориды менән магний барлыҡҡа килә. Был алым 19-сы быуат аҙағына тиклем ҡулланыла, шунан һуң электролитик ысул табыла.

Физик һәм химик үҙенсәлектәре

Магний — көмөшһыу-аҡ ялтырауыҡ металл. Ул сағыштырмаса йомшаҡ һәм пластик, яҡшы электр һәм йылылыҡ үткәргесе. Һауала оксидтан тороусы яры менән ҡаплана. Магнийҙың тығыҙлығы 1,739 г/см3 (200 С та); иреү һәм ҡайнау температуралары 6510 С һәм 11070 С; электр үткәреүсәнлеге 22 (Hg=1). Магний 600—6500 С та ялҡынлана һәм MgO, өлөшләтә Mg 3 N 2 барлыҡҡа килә. Магний электр тогын насар үткәрә.

Тәбиғәттә таралышы

Литосферала магний 2,1 % -ты алып тора. Тәбиғәттә магний ҡушылмаларҙа ғына осрай, ул карбонаттар, силикаттар һ.б. төҙөлөшөнә инә. Ерҙәге тереклектә магний 1011 тоннаға тиклем.

Иң күп магний экспортлаусы илдәр (2014, млн $, донъя магний экспортының %-ы): Ҡытай — 1040 (57 %), Израиль — 115 (6.3 %), Германия — 109 (6 %), АҠШ — 103 (5.6 %), Австрия — 72.4 (4 %), Нидерланд — 37.5 (2 %), Чехия — 28.9 (1.6 %), Канада — 26.7 (1.5 %), Венгрия — 18.6 (1 %).

Иң күп магний импортлаусы илдәр (2014, млн $, донъя магний импортының %-ы): АҠШ — 198 (11 %), Канада — 195 (11 %), Германия — 178 (9.7 %), Япония — 112 (6.1 %), Мексика — 72.3 (3.9 %), Көньяҡ Корея — 66.4 (3.6 %), Франция — 59.6 (3.3 %), Нидерланд — 55.4 (3 %), Бразилия — 52.9 (2.9 %), Һиндостан — 49.8 (2.7 %), Италия — 46.9 (2.6 %), Австрия — 45.3 (2.5 %), Норвегия — 41.2 (2.2 %), Румыния — 40.2 (2.2 %), ППольша — 34 (1.9 %), Төркиә — 31.8 (1.7 %), Чехия — 29.7 (1.6 %), Испания — 29.2 (1.6 %), Швейцария — 29.2 (1.6 %).

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Магний// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 15-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар

Tags:

Магний Тарихи белешмәМагний Физик һәм химик үҙенсәлектәреМагний Тәбиғәттә таралышыМагний ИҫкәрмәләрМагний ӘҙәбиәтМагний ҺылтанмаларМагнийАлюминКальцийКремнийТимер

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ЙәкшәмбеSkypeБоготаЕкатерина II17 декабрьНеймарРус православие сиркәүеКөньяҡ Ҡытай диңгеҙеСалауат (доға)Ҡояш системаһыHTMLТолмачевка (Ауырғазы районы)ӘкиәтАй (юлдаш)Нью-ДжерсиҠарткиҫәкОло ҠыҙылбайАлександр IБөйөк Британия (утрау)БейеүБуллингКаллисто (юлдаш)ФашизмКинйәкәев Сабир Мөьмин улыБизнесБөйөк Ебәк юлыҺинд цивилизацияһыЖюль ВернӘминева Резида Рәүф ҡыҙыАзия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлегеШон КоннериТанзиматСатьяджит РайСуданӘл-ҠаидәЙыһат (ғазауат)Елизавета IIНилҠөрьәнБрюс ЛиВикимедиа хәрәкәтеКлод МонеНорвегияЛитосфераБокау25 ғинуарСиғандар2 декабрьӘл-Фатиха сүрәһеБураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙыМультипликацияБөйөк Владимир кенәзлегеКәрим (исем)Чукот автономиялы округыАҠШ Дәүләт департаментыКопенгагенГагарин Юрий АлексеевичШива🡆 More