Люблин (пол.
Ҡала майҙаны 147,5 км² тәшкил итә. Халҡы һаны — 339 811 кеше (2018 йылда).
Ҡала Люблин ҡалҡыулығының төньяҡ ситендә урынлашҡан, диңгеҙ кимәленән 163—238 м бейеклектә ята. Быстшица йылғаһының үҙәне (Вепш йылғаһының һул ҡушылдығы) ҡаланы ике өлөшкә бүлә. Көнбайыш ярында тәрән үҙәндәре һәм һары тупраҡлы тарлауыҡтары менән Наленчовски (пол.Nałęczowski) яйлаһының өлөшө ята. ә Щвидницки (пол. Świdnicki) яйлаһының өлөшө һәм Гелчевска ҡалҡыулығы (пол. Giełczewska) менән барлыҡҡа килгән көнсығыш ярҙарының ландшафты күп төрлө түгел.
Люблинда Быстшица йылғаһына ике ҙур булмаған йылға — Чернеювка (пол.Czerniejówka) һәм Чехувка (пол.Czechówka) ҡоя. Ҡала аша дүртенсе йылға — Нендзница (пол.Nędznica) аға.
Хәҙерге Люблин территорияһындағы беренсе ултыраҡ VI быуатта Чвартек убаһында барлыҡҡа килә. X быуатта ағас, аҙаҡ таш оборона ҡоролмаһы төҙөлә. Ҡала тураһында беренсе яҙма телгә алыу 1198 йыл менән даталана.
1205 йылда Галич кенәзе Роман ай буйына ҡаланы ҡамай, ләкин сигенергә мәжбүр була.
1241 йылда монголдар Люблинды емерә, ә өс йылдан һуң ул литвалар яғынан бөлгөнлөккә дусар була, улар прустар һәм ятвягтар менән бергә эш итә. Шул уҡ йылда кенәз Даниил Галицкий, ҡалаға эйә булып, уны нығыта.
1260 йылда доминикансылар тарафынан Архангел Михаил исемендәге тәүге католик сиркәүе төҙөлә.
1317 йылда кенәз Владислав Локетка хакимлығы ваҡытында ҡала магдебург хоҡуғы рәүешендә ҡала законын ала. 1341 йылда Бөйөк Казимир Люблин эргәһендә татарҙар өҫтөнән еңеү яулай.
1474 йылда Казимир Ягеллон ҡаланы яңы ойошторолған Люблин воеводлығының баш ҡалаһы итә.
XV—XVI быуаттарҙа уның аша Ҡара диңгеҙҙән Көнбайыш Европаға сауҙа юлы үткән юл арҡаһында Люблин тиҙ үҫешә.
1569 йылда Люблинда Польша Короллеге һәм Бөйөк Литва кенәзлегенең конфедератив Речь Посполитая дәүләтенә берләшеүе тураһында килешеү төҙөлә, был тарихта Люблин унияһы булараҡ билдәле.
XVII быуатта ҡалала эпидемия 5 меңдән ашыу кешенең ғүмерен өҙә, ҡаланы тәүҙә Пётр Потёмкиндың рус-казак ғәскәре, ә һуңынан шведтар емерә. Артабан ҡаланың хәле яҡшырмай, башлыса Төньяҡ һуғыш арҡаһында. Люблинда йәрминкәләр үткәреүҙән туҡтала, Европа сауҙагәрҙәре ҡаланы ҡалдырып китә.
1703 йылда Август II ҡалаға Краков хоҡуҡтары менән тиң өҫтөнлөктәр бирә. Төньяҡ һуғыштарынан һуң төҙөлөштәрҙе яңыртыу осоро башлана, нигеҙҙә сауҙагәр һәм сиркәү слободалары төҙөлә. Хәҙерге Краков биҫтәһе образы формалаша.
1792 йылда ҡаланы рус ғәскәрҙәре яулап ала. Речь Посполитаяны өсөнсө тапҡыр бүлгәндә ҡала Австрия биләмәһендә була. 1809 йылда ҡала Варшава Кенәзлегенә инә. 1815 йылда — Рәсәй империя составындағы Польша Батшалығына (Короллеге) инә.
Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Люблинды Германияның һәм Австро-Венгрияның ғәскәрҙәре биләй.
1918 йылда Люблинда Католик университетына нигеҙ һалына.
Икенсе донъя һуғышы ваҡытында ҡала вермахт ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана. 24 июлдә 2-се совет танк армияһы Люблинды Люблин-Брест операцияһы һөҙөмтәһендә яулап ала. 1-се Белоруссия фронтының 16 часенә һәм берләшмәләренә «Люблин» почетлы исеме бирелә. 1945 йылдың 17 ғинуарына тиклем ҡала ваҡытлыса Польшаның баш ҡалаһы була.
1944 йылдың 23 октябрендә Люблинда Мария Кюри-Склодовская университеты ойошторола.
Ҡалала Хонкер йөк автомобилдәре заводы (Samochodów Fabryka Honker) урынлашҡан. Йылына ике йөҙ тирәһе автомобиль сығара
Төп мәҡәлә: Люблин троллейбусы
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Люблин, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.