Измир

Измир (төрөк.

Измир провинцияһының административ үҙәге.

Ҡала
Измир, Смирна
төр. İzmir
Измир
Герб
Герб
Ил

Төркиә

Провинция

Измир

Координаталар

HGЯO

Мэр

Азиз Коджаоглу

Диңгеҙ кимәленән бейеклеге

25 м

Халҡы

2 828 927 кеше (2013)

Сәғәт бүлкәте

UTC+2, йәйге UTC+3

Телефон коды

+90 232

Почта индексы

35x xx

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

izmir.bel.tr
 (төр.) (инг.)

Измир, Смирна (Төркиә)
Измир, Смирна
Измир, Смирна

Антиклыҡ осоронда Измир территорияһында грек ҡалаһы Смирна булған. Урта диңгеҙ бассейнындағы иң боронғо ҡалаларҙың береһе һанала. 1922 йылғы һуйышҡа тиклем халҡы башлыса гректарҙан һәм христиандарҙан тора. Төркиә Республикаһын ойошторғас, уның мөһим сәнәғәт һәм мәҙәниәт үҙәгенә әүерелә, шуның менән бик күптәрҙе Анатолиянан күсеп килеүгә дәртләндерә.

Төркиәнең иң либераль ҡалаһы иҫәпләнә.

Географияһы

Ҡала Төркиәнең көнбайышында, Эгей диңгеҙенең көнсығышында, Измир боғаҙы ярында урынлашҡан, бик уңайлы порты бар. Ҡала өсөн типик Урта диңгеҙ климаты хас. Тәпәш тауҙар менән уратылған. Ҡала агломерацияһы төп эсәр һыу сығанағы булған Мәләс (хәҙерге Ҡызылчулы) йылғаһы тамағында ята.

Климаты

Измирҙа йылы, ҡоро йәйҙәр, һалҡынса, ямғырлы ҡыштар хас булған Урта диңгеҙ буйының уртаса климаты хөкөм һөрә. Яуым-төшөмдөң йыллыҡ күләме яҡынса 650 мм тәшкил итә. Башлыса ҡыш яуа. Туңдырып, ҡар яуғылай, ҡайһы бер йылдарҙа ваҡытлыса ҡар япмаһы ята.

Тарихы

Ҡала бай тарихҡа эйә, сәскә атыу һәм түбән тәгәрәү осорҙары кисерә.

Хакимдарының даими алмашынып тороуына (айырыуса Урта быуаттарҙа) ҡарамаҫтан, халҡы башлыса грек һәм христиан булып ҡала килә, ҡала 1922 йылға тиклем Константинополь патриархатының Смирна митрополияһы үҙәге була.

Төрөктәргә тиклемге осор

Б. э. т. 3000 йылда (бәлки, тағы ла иртәрәктер ҙә) ҡала урынында торама була. Б. э. т. II мең йыллыҡта дориҙар баҫымы аҫтында Европа Грецияһынан Эгей диңгеҙе аша эолдар күсеп килә, улар Смирна төбәгендәге яр буйҙарын колониялаштыра. Һуңғараҡ иондар килә, һәм Смирна эолдарҙан иондар ҡулына күсә. Б. э. т. 133 йылда ҡала барлыҡ батшалыҡ менән Рим хакимлығына эләгә һәм «Азия» тигән Рим провинцияһының баш ҡалаһына әүерелә. Рим цивилизацияһы тарҡалғас, Смирна, Рим империяһының башҡа ҡалалары кеүек үк, бөлгөнлөккә төшә. Иртә Византия дәүерендә ул эре дини һәм иҡтисади үҙәк булып ҡала, шуға ҡарамаҫтан бәләкәйләнә һәм башҡаса Рим осорондағы кимәлгә етә алмай. 1076 йылда Смирнаны сәлжүктәр баҫып ала. 1102 йылда ҡала һәм күрше өлкәләр Византия империяһына кире ҡайта. 1204 йылда Константинополде тәре йөрөтөүселәр баҫып алғас һәм Византия ҡолағас, ҡаланы ион рыцарҙары яулай, ләкин бер нисә йылдан Никея империяһы ҡаланы ҡайтара. 1402 йылда уны Аҡһаҡ Тимер баҫып ала. XVI быуат башында Смирнаны ҡабат төрөктәр яулай.

Ғосман һәм төрөк осоро

Ғосман империяһында Смирна — айырым пашалыҡтың, 1864 йылдан Айдын вилайәтенең баш ҡалаһы була. XX быуат башына тиклем христиандар (гректар һәм әрмәндәр) ҡалала йәшәүселәрҙең күпселеген тәшкил итә, шунлыҡтан мосолмандар уны «Ғәүер Измир» тип йөрөтә. Беренсе донъя һуғышында Ғосман империяһы еңелеү сәбәпле, 1919 йылдың 15 майында Смирна, Мудрос солохоноң 7-се статьяһына ярашлы, грек ғәскәрҙәре тарафынан оккупациялана.1920 йылғы Севр солох договорына ярашлы, ул Грецияға китергә тейеш була. Ләкин төрөк милләтселәре договорҙы танымай. 1922 йылдың 26 авгусында төрөк армияһы грек позицияларын өҙә. 6 сентябрҙә сигенеүсе грек армияһы Смирнаға инә, бер көндән ул үҙенең караптарына тейәлеп бөтә. Ул арала, урындағы гректар һәм әрмәндәрҙән тыш, Смирнаға Ионияның төрөктәр тарафынан алынған башҡа төбәктәренән килгән бик күп грек ҡасаҡтары йыйылып китә. 9 сентябҙә ҡалаға Мостафа Кәмал етәкселегендәге төрөк армияһы аяҡ баҫа; христиандарҙы күпләп ҡырыу башлана, ҡала яндырыла.

1912 йылда ҡалала гректар — 243 879, төрөктәр — 96 250, йәһүдтәр — 16 450, әрмәндәр — 7 628, башҡалар 51 872 кеше була.

Һуйыш һәм 1923 йылда гректарҙы төрөктәргә алмашыу Измирҙың дини һәм этник составын ныҡ үҙгәртә. Ҡала тулыһынса мосолман төрөк ҡалаһына әйләнә.

Сәнәғәте

Измирҙа автобустар һәм йөк автомобилдәре производствоһы BMC Sanayi ve Ticaret A.Ş. бар.

Ҡаланың райондары

  • Буджа
  • Ҡонаҡ
  • Алсанжак
  • Кәмәралты
  • Борнова
  • Инжиралты
  • Каршияка

Туғанлашҡан ҡалалары

Галерея

Ҡыҙыҡ факттар

  • Измир (Смирна) — Гомерҙың тыуған ере тип танылыуға дәғүә иткән ҡалаларҙың береһе.
  • Измирҙә йырсы Бәнгү Әрдән тыуған.
  • Измир урамдарының күбеһе исемһеҙ һәм һан менән генә йөрөтөлә. Мәҫәлән: 3046 Sokak (төрөк. Sokak — урам).
  • 2014 йылда Измирҙә Folkart Towers төҙөлә, ул донъялағы иң бейек биш ҡуш башня иҫәбенә инә.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Часть I. Греция // Античная литература. — СПб: Филологический факультет СПбГУ, 2004. — Т. I. — ISBN 5-8465-0191-5.

Һылтанмалар

Tags:

Измир ГеографияһыИзмир КлиматыИзмир ТарихыИзмир СәнәғәтеИзмир Ҡаланың райондарыИзмир Туғанлашҡан ҡалаларыИзмир ГалереяИзмир Ҡыҙыҡ факттарИзмир ИҫкәрмәләрИзмир ӘҙәбиәтИзмир ҺылтанмаларИзмирГрек телеИстанбулТөркиәТөрөк теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

КатарМәккә9 июльФҠолһарина Гөлназ Фәрит ҡыҙыМайкл ДжексонЕйәнсура районыФранцияӘхмәтшин Рәлиф Фәйзел улыҺыуТверьКәбиров Артур Зиннур улыХәбиров Фәрит Барый улы19 августМарганецВьетнамТөмән өлкәһеЗаһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтыЕвропа25 мартҮҫемлектәрҒиндуллин Фәрит Хөрмәтулла улыАрыҫлан петроглифтарыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыБүреләр (рок төркөмө)5 февральХисамов Ғәлим Афзал улыW3CБөйөк Ватан һуғышыҠурған (ҡала)БеларусьISO 3166-1Башҡорт ВикипедияһыВикимилекКаспаров Гарри КимовичВаҡытСалауат Юлаев (хоккей клубы)НефтьХажЯлан кантоныХалыҡ-ара стандарт китап номерыБилл ГейтсРизаитдин Фәхретдинов14 ноябрьXVI быуатИр енес ағзаһыТөркиәНауруз көжөһөАд-Духә сүрәһеРус теле20 апрельАвтомобильСифатАрхеологияТүбәнге Новгород өлкәһеҺүҙбәйләнешАдольф ГитлерВенгрҙарУрал тауҙарыИнтернетҠушма һөйләм🡆 More