Дәүләтбирҙин Ғәзиз Сәлих улы (24 ғинуар 1951 йыл — 2 сентябрь 2011 йыл) — композитор, педагог.
2000 йылдан Башҡортостан Композиторҙар союзы ағзаһы. Свердловск ҡалаһында үткән Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты (1977).
Дәүләтбирҙин Ғәзиз Сәлих улы | |
Зат | ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | РСФСР |
Тыуған көнө | 24 ғинуар 1951 |
Тыуған урыны | Иҫке Собханғол, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР Өфө, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 2 сентябрь 2011 (60 йәш) |
Вафат булған урыны | Өфө, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Бөрйән районы |
Һөнәр төрө | композитор, уҡытыусы |
Уҡыу йорто | Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты |
Кемдә уҡыған | Исмәғилев Заһир Ғариф улы |
Ғәзиз Сәлих (Сәлихйән) улы Дәүләтбирҙин 1951 йылдың 24 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Шағир Тәнзилә Дәүләтбирҙинаның бер туған ағаһы.
Ижади таланты бик иртә асыла. Туғыҙ йәшендә гармунда, аҙаҡ баянда уйнарға өйрәнә, ә 13 йәштән арыу ғына шиғырҙар ижад итә башлай. 1968 йылда республика Хор йәмғиәтенең баянсылар курсына уҡырға инә.
Хеҙмәт юлын 1969 йылда тыуған ауылының культура йортонда башлай. Артабан Учалы районының «Байрамғол» совхозының культура йортонда эшләй, «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле концертмейстры була.
Ансамбль менән бергә йыш гастролдәрҙә йөрөй. Бер үк ваҡытта Учалы балалар йортонда һәм Уральск ҡасабаһының музыка мәктәбендә музыканан уҡыта. Ижади коллективтар менән әүҙем эшләгәне өсөн күп һанда грамоталар һәм дипломдар менән бүләкләнә.
Талантлы музыкант 1977 йылда Свердловск ҡалаһында үткән Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты була. Ул һәүәҫкәр композитор булараҡ танылыу яулай, уның йырҙарын билдәле йырсылар — Нажия Аллаярова, Илфаҡ Смаҡов, Нәзифә Ҡадырова үҙҙәренең репертуарына индерә.
Композитор белеме алыу маҡсатында Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә, унда композитор Заһир Исмәғилев класында уҡый. Институтты тамамлағас, концертмейстр булып эшләй, Өфөнөң 2-се музыкаль-педагогик колледжында һәм Өфө сәнғәт училищеһындә баян класы буйынса уҡыта. 2001—2007 йылдарҙа Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында концертмейстр булып эшләй.
Ғәзиз Дәүләтбирҙин бик күп популяр йырҙар, инструменталь, камера-вокаль һәм хор әҫәрҙәренең, башҡорт халыҡ йырҙары эшкәртеүҙәре авторы. 2000 йылда ул Башҡортостан Композиторҙар союзына ҡабул ителә.
120-нән артыҡ популяр йыр яҙып, композитор вокаль музыка өлкәһендә бик ҙур уңыштарға өлгәшә. Билдәле йырсылар Вәхит Хызыров, Резеда Әминева, Фәнүнә Сиражетдинова, Фәрит Бикбулатовтар уның әҫәрҙәрен беренсе башҡарыусы була.
Композитор байтаҡ башҡорт халыҡ йырҙарын симфоник оркестр һәм халыҡ инструменттары оркестры өсөн, хор капеллаһы башҡарыуы өсөн эшкәртте. Ғәзиз Дәүләтбирҙиндың күп әҫәрҙәре Башҡорт хор капеллаһының даими репертуарына ингән.
Уның Рауил Бикбаев шиғырына яҙған солистар, хор һәм симфоник оркестр өсөн «Мәңгелек» исемле ораторияһы Башҡортостан музыка тормошонда ҙур ваҡиға булып теркәлде.
Ижадсының ҡурай һәм фортепиано өсөн пьесаһы, фольклорсы Мөхтәр Сәғитовҡа арналған тауыш, ҡурай, думбыра һәм фортепиано өсөн Ирек Кинйәбулатов һүҙҙәренә яҙылған ҡобайыры республиканың күп милләтле сәнғәтен байытты.
Композиторҙың йырҙары радио һәм телевидениелә яңғыраны һәм яңғырай. «Китап» нәшриәтендә уның йырҙар йыйынтығы донъя күрҙе.
Ҡыҙғанысҡа күрә, ҡаты ауырыу уның икенсе йыйынтыҡ өҫтөндәге эшен туҡтата. Ул шулай уҡ ҙур әҫәр — башҡорт дастандарына нигеҙләнгән тарихи темаларға опера өҫтөндә эш башлаған була. 2011 йылдың 2 сентябрендә Өфө ҡалаһында вафат була, тыуған төйәге Бөрйәндә ерләнә.
Йырҙары:
Инструменталь әҫәрҙәре:
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Дәүләтбирҙин Ғәзиз Сәлих улы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.