Дондағы Ростовта Собор Майҙаны

Собор майҙаны — Дондағы Ростовтың Ленин районындағы майҙан.

Дондағы Ростовта Собор майҙаны
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Собор Рождества Пресвятой Богородицы[d]
Дәүләт Дондағы Ростовта Собор Майҙаны Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Дондағы-Ростов
Дондағы Ростовта Собор Майҙаны Дондағы Ростовта Собор майҙаны Викимилектә

Тарих

Дондағы Ростовта Собор Майҙаны 
2008 йылда майҙан

XVIII быуат аҙағында Дондағы Ростовтың һалдат биҫтәләре йылдам үҫеп китә, һөҙөмтәлә, урындағы майҙан барлыҡҡа килә, унда баҙар ойошторола. 1781 йылдың февралендә майҙан янында Пресвятая Богородица Рождествоһы ағас сиркәүе төҙөлә башлай. шул уҡ йылдың сентябрендә сиркәү изгеләндерелә. Әммә ун йыл үткәс, сиркәү йәшен атыуҙан янып бөтә. 1860 йылда ағас сиркәү урынында Пресвятая Богородица Рождествоһы сиркәүе таштан төҙөлә, ул хәҙерге ваҡытта ла ғәмәлдә. 1887 йылда ғибәҙәтхана янында ҡыңғырауҙар манараһы төҙөлә, уның өҫкө өлөшө Бөйөк ватан һуғышы ваҡытында, дошман тарафынан артиллерия утына тотолоуға ориентир булып тормаһын тип, һүтелә.

Собор алдындағы Мәскәү һәм Станиславский урамдары араһында Собор майҙаны урынлашҡан. 1890 йылдың апрелендә унда ҡала кешеләре Александр II рәхмәт йөҙөнән һәйкәл ҡуйғандар. 1920 йылда һәйкәлгә ҡыҙыл йондоҙло йәшник кейҙерәләр, ә 1924 йылда монументты һүтәләр. 1999 йылда, һүтеп алынған император һәйкәле янында Святитель Димитрий Ростовскийҙың һәйкәлен төҙөп ҡуялар. Монумент Дондағы Ростовтың 250 йыллығы тантанаһына бик йәһәт кенә монтажлана. Шул уҡ йылда сиркәүҙең ҡыңғырауҙар манараһы тулыһынса төҙөкләндерелә. Оло Баҡса урамынан майҙанға Йәмиғ тыҡрығы сыға, ул ҡаланың 250-летия йыллығына ҡала йәйәүлеләр зонаһына әйләндерелә.

14 апрель, 2012 йыл, Бөйөк шәмбе көнө, Дондағы Ростов ҡалаһының Собор майҙанында Ростов кафедраль соборының һәм «Аҡ айыу» һөт компанияһының хәйриә акцияһы үткәрелә — Ғайса терелеүе көнөнә арнап ҡала предприятиеһы Батша пасхаһын эшләнгән, уның яҡынса ауырлығы ярты тонна тәшкил итә, бейеклеге — метр тиерлек. 22 сәғәттә сиркәүҙең иерейы Илия Алдошин пасха эремсеген изгеләндерә, ә Пасхаға ғибәҙәт ҡылыу тамамланғас, пасханы мәхәллә кешеләренә бүлеп тарата. Был акция 2013 йылда ла ҡабатлана.

Шуныһы ҡыҙыҡ, был йола 2014, 2015 һәм 2016 йылдарҙа ла дауам итә, Дондағы Ростовта бешерелгән 500 килограмлы пасха шулай уҡ Севастополь, Донецк һәм Симферополь ҡалаларына ла алып барыла.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Пресвятая Богородица Раштыуаһы Соборы
  • Александр II һәйкәле

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Дондағы Ростовта Собор Майҙаны ТарихДондағы Ростовта Собор Майҙаны Шулай уҡ ҡарағыҙДондағы Ростовта Собор Майҙаны ИҫкәрмәләрДондағы Ростовта Собор Майҙаны ҺылтанмаларДондағы Ростовта Собор МайҙаныЛенин районы (Дондағы Ростов)

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

НаурузАмерика футболыРимБашҡортостан РеспубликаһыАвтономияКапитализмВеб-форумДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыӘт-ТәхиәтХәйбуллин Ишморат Нәзир улыЕрВампир9 ноябрьАбхазия1854 йылТаллинМәлики мәҙһәбКалининград өлкәһе1937 йылФилиппинҒәрәптәрРус-япон һуғышыРеформацияБөйөк күлдәрКөньяҡ Африка РеспубликаһыГәрәев Муса Ғайса улы10 ғинуарХалыҡ тығыҙлығыАнархизм1949 йылМөнәжәтВьетнамИнформатикаАвстрияСәлихов Рәшит Ғөбәйҙулла улыМадридБураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙыЗволлеШри-ЛанкаХөсәйен ибн АлиТунисБольшая российская энциклопедияЭньлай ЧжоуАристотельФранц КафкаСанскритКурдистанПасхаМалеЖирафРәшит әд-ДинҒәлиәкбәр мәктәбеФедерализмСәхәрКраснодар крайыМәҡәлдәр һәм әйтемдәрХәбиров Фәрит Барый улыАҡбуҙат (эпос)ХәүзаЭфиопияЙәһүдилекСыуашстанҠомарлы уйынФранцуз телеЗороастризм12 май22 мартВольтерБейеү1812 йылғы Ватан һуғышыВыруМөхәммәт (Пәйғәмбәр)🡆 More