Башҡорт халыҡ йырҙары — көйө лә, һүҙҙәре лә башҡорт халҡы тарафынан ижад ителә.
Башҡорт халыҡ йырҙары | |
Ил | Башҡортостан Республикаhы |
---|---|
Әҫәрҙең теле | башҡортса |
Йыр — башҡорт музыка сәнғәтенең киң таралған жанрҙарының береһе, халыҡтың борондан килгән тормош юлдашы. Уларҙа тарих дәүерендә булып үткән иң мөһим һәм иң күренекле ваҡиғаларҙың поэтик йылъяҙмаһы, ата-бабаларыбыҙҙың тормош-көнкүреше, быуындан-быуынға күсеп килгән йолалары сағылыш тапҡан. Йырҙарҙа халыҡ үҙенең тыуған илен, батырҙарын данлай, ҡыуанысын һәм шатлығын, ҡайғы-хәсрәтен уртаҡлаша, мөхәббәтен аңлата.
Йыр һәр кемдең үҙе менән йәшәй. Уны шатланғанда ла, моңланған саҡта ла, күңел төшһә лә, теләгән ваҡытта, теләгән ерҙә йырларға, һис юғында көйләргә мөмкин. Йыр менән ир-егеттәр яуға киткән, яуҙан ҡайтҡан; туй ваҡыттарында ла, ҡәҙимге мәжлестәрҙә лә иң беренсе булып йыр һәм ҡурай моңо яңғыраған. Халыҡтың үҙе әйткәнсә, йыр күңелгә йыуаныс та, ҡыуаныс та биргән.
Көньяк Уралда йәшәүсе башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтендә төп урынды йыр поэзияһы биләй. Юғары сәнғәт кимәлендә халыҡтың милли характерын, уның ифрат бай эске донъяһын, фәлсәфәүи ҡараштарын сағылдырған йырҙар баһаларын бер ни менән билдәләп булмаған мираҫ ул. Йыр — кешеләрҙең көндәлек тормош юлдашы, уға әҙәм балаһы шатлыҡлы көндәрендә лә, ҡайғылы мәлдәрендә лә мөрәжәғәт итә, таяна. «Ел елләмәй томан асылмай, йыр йырламай күңел асылмай», — тип, юҡҡа ғына йырланмайҙыр.
Башҡорт халыҡ йырҙары, ниндәй генә сәхнәнән яңғырамаһын, һәр ваҡыт тамашасылар тарафынан бик йылы ҡабул ителә.
Башҡорт халыҡ йырҙары категорияһына ингән мәҡәләләрҙе лә ҡарағыҙ.
Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Хәбир Ғәлимов, Әсмә Шайморатова, Флүрә Килдейәрова, Иншар Солтанбаев, Нәжиә Аллаярова, Сөләймән Абдуллин, Абдулла Солтанов, Ғилман Cәфәрғәлин, Рәшиҙә Әхмәҙиева, Тәнзилә Үҙәнбаева, Мәжит Алкин, Ишмулла Дилмөхәмәтов, Мәғфирә Ғәлиева, Ғәли Хәмзин, Рамаҙан Йәнбәков,Альберт Шәһиев, Райман Ишбаев, Мәүлетбай Ғәйнетдинов, Сулпан Кейекбирҙина, Азамат Тимеров, Хәсән Усманов, Рәмил Туйсин, Лилиә Ишемйәрова, Ян Лира һәм башҡалар.
Был мәҡәләне викилаштырырға кәрәк. Мәҡәләнең бер нисә етешһеҙлеге булһа, {{Rq}} ҡалыбын ҡуллана алаһығыҙ. Бынан тыш, мәҡәләгә автоматик рәүештә Төркөм:Википедия:Викилаштырыу кәрәк булған мәҡәләләр тигән категория өҫтелә. |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Башҡорт халыҡ йырҙары, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.