Ассошиэйтед Пресс

Ассошиэ́йтед Пресс агентлығы (АП; ингл.

Associated Press, AP) — донъялағы иң эре мәғлүмәт-яңылыҡтар агентлыҡтарының береһе . Тәүҙә — яңылыҡтар баҫыусы гәзиттәр кооперативы . Штаб-квартираһы Нью-Йоркта урынлашҡан.

{{{исем}}}
Ассошиэйтед Пресс
Ассошиэйтед Пресс логотибы
Нигеҙләнгән

май 1846

Баш офис

АҠШ, Нью-Йорк

Веб-сайт

ap.org

[[commons:Category:Ассошиэйтед Пресс Associated Press Викимилектә|Ассошиэйтед Пресс]] Викимилектә

Компания тарихы

Ассошиэйтед Пресс 
Нью-Йоркта Ассошиэйтед Пресс агентлығының төп офисы
Ассошиэйтед Пресс 
АҠШ-тын Диңгеҙ пехота Корпусы мемориалы төҙөүен 1945 йылдағы, Икенсе донъя һуғышы барышында, 6 хәрби хеҙмәткәр һүрәтләғән «Иводзима өҫтөндә флаг күтәреү» фотографияһы рухландырҙы. Фотография Ассошиэйтед Пресс фотографы Джо Розентальдан алынды.

Ассошиэйтед Пресс агентлығы (ҡыҫҡаса — «АП») 1846 йылдың майында Нью-Йоркта биш гәзит сығарыусы нәшриәттең берләштерелгән кооперативы булараҡ ойоша. Ойошоу маҡсаты — пони — экпресс почта хеҙмәтен булдырыу, Алабама штаты аша Мексика һуғышы тураһында мәғлүмәтте, америка почта хеҙмәтенән алдараҡ төньяҡҡа еткереү.

Коопертивҡа ойошоуҙың маҡсаты Европанан яңылыҡтарҙы оператив рәүештә еткереү менән бәйле (элек Америкаға хәбәр 20 көн үткәс кенә килеп еткән).

1970 йылда компанияла 100 мең хеҙмәткәр эшләгән. 1978 йылда Юнайтед Пресс Интернэшнл менән АҠШ-та мәғлүмәт таратыу буйынса монополист булалар, улар «АҠШ-та барлыҡ гәзиттәрҙең ⅔ өлөшөн, 3 меңдән артыҡ радио- һәм телестанцияларҙы, 4 меңдән артыҡ сит ил баҫмаларын хеҙмәтләндерә».

АП ҡарамағында «Доу Джонс» экономика һәм коммерция хеҙмәте, шулай уҡ фото-, теле- һәм радиохеҙмәттәр бар.

Рәсәйҙә

Ассошиэйтед Пресс биргән мәғлүмәт, фотографиялар, репортаждар, телевизион видеоматериалдарҙы, «Известия», «Комсомольская правда» кеүек баҫмалар һәм башҡа КМС файҙалана.

Ассошиэйтед Пресстың Мәскәү бюроһын билдәле америка журналисы Линн Берри етәкләй.

Телевизион хеҙмәтте (APTN) Александр Меркушев етәкләй. 2005 йылда телевизион хеҙмәттең Мәскәү бюроһы Баслан ваҡиғаларын яҡтыртҡан өсөн «Эмми» премияһына лайыҡ булды. 2003 йылда Мәскәүҙә APTN офисында янғын сыға, бюроның күп документтары юҡҡа сыға.

Телевизион хеҙмәт клиенттары:

1991 һәм 1996 йылдарҙағы Рәсәй тураһындағы фоторепортаждар өсөн АП шеф-фотографы Александр Земляниченко Пулитцеров премияһына лайыҡ була..

Бюро Фотографы Иван Секретарев халыҡ-ара һәм Рәсәй фотожурналистика конкурстарында призлы урындар яулай.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Ассошиэйтед Пресс (АП) // Краткий политический словарь / Под общ. ред. Н. В. Шишлина,. — М.: Политиздат, 1978. — С. 23—24. — 415 с. — 300 000 экз.

Tags:

Ассошиэйтед Пресс Компания тарихыАссошиэйтед Пресс ИҫкәрмәләрАссошиэйтед Пресс ӘҙәбиәтАссошиэйтед ПрессИнглиз телеНью-Йорк

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

РИА НовостиБызина Нина ИвановнаБөйөк Ватан һуғышы21 мартСовет Социалистик Республикалар СоюзыАҙанғол (Мәсетле районы)ҒаләмГеографик координаталарСалауат (Ислам)ИорданияИнглиз телеАпрельӘхмәтшин Рәлиф Фәйзел улыРус телеКарфагенАлмаш (һүҙ төркөмө)Ғарипов Рәми Йәғәфәр улыЛос-АнджелесГригориан стилеӨфө «Нур» татар дәүләт театры1884 йылБөтә Донъя СелтәреНазаров Рәшит Сәйетбаттал улыЕвропаИхтиандрБатанов Бәхетғәлей НиколаевичБөжәктәрЯн ВермеерИстанбулАмерика Ҡушма ШтаттарыАрхеологияӨфөАд-Духә сүрәһеШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыДонъя финанс баҙарыТверь өлкәһеХәбирова Разия Исхаҡ ҡыҙыТанзанияИсҡужин Мөхәмәтғәле Ғәли улыИлХәсән Назар18 августАтлантик океан20 мартАсыҡ контентБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыБүреләр (рок төркөмө)3 октябрьБалыҡсы турғайЖурналистикаБаҙарға сыҡтымИсландияГренландия28 февральФазлиәхмәтов Азат Миҙхәт улыБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улыОтто фон БисмаркРәсәй Федерацияһының социаль картаһыISO 3166-1Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын (повесть)14 октябрьБлогОло Алаҡай күленең таш палаткаларыДиалектГазРун яҙмаһы🡆 More