Изге Тереза Калькутталы (ысын исеме Агнес Гондже Бояджиу; алб.
Тыныслыҡ буйынса Нобель премияһы лауреаты (1979). 2003 йылда Католик Сиркәүе тарафынан блаженныйҙар сафына индерелгән, 2016 йылдың 4 сентябрендә ҡанунлаштырылған (изгеләр сафына индерелгән).
Тереза Әсә | |
алб. Anjezë Gonxhe Bojaxhiu | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Албания Һиндостан Ғосман империяһы Һиндостан берлеге[d] |
Тыуған ваҡыттағы исеме | алб. Anjezë Gonxhe Bojaxhiu |
Дини исем | Saint Mother Teresa, Santa Teresa de Calcuta, Teresa, القديسة الأم تريزا, Matka Teresa, Matka Teresa z Kalkuty һәм Mère Teresa |
Кана әлифбаһында исеме | マザー・テレサ |
Тыуған көнө | 26 август 1910[…] |
Тыуған урыны | Скопье, Косово виләйәте, Ғосман империяһы |
Вафат булған көнө | 5 сентябрь 1997[…] (87 йәш) |
Вафат булған урыны | Калькутта, Һиндостан |
Үлем сәбәбе | йөрәк етешмәүсәнлеге[d] |
Ерләнгән урыны | Mother House Of The Missionaries Of Charity[d] |
Атаһы | Никола Бояджиу[d] |
Туған тел | албан теле |
Һөнәр төрө | католическая монахиня |
Биләгән вазифаһы | генеральный настоятель[d] |
Статус канонизации | блаженный[d] һәм святой[d] |
Праздник святого | 5 сентябрь |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Рәсми сайт | motherteresa.org |
Тереза Әсә Викимилектә |
Агнес Гондже Бояджиу 1910 йылдың 26 авгусында Македонияның Скопье ҡалаһында Косово албандары Дранфиле именән Никола Бояджиу ғаиләһендә кинйә бала булып тыуа. Һуңыраҡ Тереза Әсә сумырыу йолаһын үткән 27 август көнөн үҙенең ысын тыуған көнө тип белдерә. Ата-әсәһе Католик динен тота. Уның Агата исемле апаһы, Лазарь исемле ағаһы була. Ғаилә бик хәлле йәшәй. Дранфиле күп ваҡытын доғалар уҡыуға һәм ғибәҙәт хеҙмәтенә, шулай уҡ хәйриәлеккә бағышлай. Бояджиу ғаиләһендә фәҡирҙәрҙе ихлас ҡаршылайҙар, бынан тыш Дранфиле балалары менән бер нисә ярлы ғаиләнең йортона барып йөрөй. Никола 1919 йылда серб ауылына яһалған һөжүм ваҡытында үлтерелә. Дранфиле өс бала менән тороп ҡала, тегеү, сигеү, башҡа төрлө эштәр менән көн күрә. Һуңыраҡ ул тәрбиәгә алты етемде ала.
Гонджа 12 йәшенән монахиня булырға һәм, Һиндостанға барып, унда ярлылар тураһында хәстәрлек күрергә хыяллана.
Ун һигеҙ йәшендә Ирландияға китә һәм унда «Лорето ирланд ҡыҙ ҡәрҙәштәре» монахлыҡ орденына инә. 1931 йылда сәс алыу йолаһын үтә һәм 1927 йылда ҡанунлаштырылған кармелит монахиняһы Тереза Лизьёлы хөрмәтенә Тереза тигән исем ала.
Тиҙҙән орден уны Калькуттаға (Һиндостан) ебәрә, ул шунда 20 йыл самаһы изге Мария ҡатын-ҡыҙҙар мәктәбендә уҡыта. 1946 йылдың 10 сентябрендә орден етәкселегенән Калькуттала ярлыларға ярҙам күрһәтергә рөхсәт ала. 1948 йылда «Мөхәббәт Миссионеркаһының ҡыҙ ҡәрҙәштәре» тигән монахлыҡ конгрегацияһын аса, уның эшмәкәрлеге милләткә һәм дингә ҡарап айырмайынса ярлылар һәм сырхауҙар өсөн мәктәптәр, приюттар, дауаханалар асыуға йүнәлтелә.
1965 йылдан Тереза Әсә асҡан монахлыҡ конгрегацияһының эшмәкәрлеге Һиндостан менән сикләнмәй, хәҙерге көндә уның 111 илдә 400 бүлексәһе, 120 илдә 700 хәйриәлек йорто бар. Уның миссиялары, ҡағиҙә булараҡ, тәбиғәт бәлә-ҡазалары булған һәм иҡтисади бөлгөнлөк һөргән төбәктәрҙә эш итә.
1973 йылда Тереза Әсә диндәге прогресс өсөн Темплтон премияһының тәүге лауреаты була.
1979 йылда Тереза Әсәгә «Мохтаж кешегә ярҙам итеү эшмәкәрлеге өсөн» тыныслыҡ буйынса Нобель премияһы тапшырыла.
Ул 1997 йылдың 5 сентябрендә Калькуттала (Һиндостан) 88-се йәшендә мәрхүм була. 2003 йылдың 19 октябрендә католик сиркәүе тарафынан блаженныйҙар иҫәбенә, 2016 йылдың 4 сентябрендә Рим католик сиркәүе тарафынан изгеләр рәтенә индерелә.
Канада ғалимдары Серж Лариве, Женевьев Шенар һәм Кэрол Сенехалдың отчетына ярашлы, Терезаның клиникалары миллиондарса долларлыҡ иғәнәләр ала, ләкин сырхау пациенттары медицина ярҙамы, систематик диагностика, тейешенсә туҡланыу һәм етерлек күләмдә анальгетиктар менән тәьмин ителмәй, сөнки «Тереза Әсә, ауырыу бәндә арҡысаҡтағы Христос кеүек ғазапланырға тейеш, тип иҫәпләй».
Stern немец журналында баҫылған отчётта раҫланыуынса, 1991 йылда Шәфҡәтлелек Миссияһына килгән иғәнәләрҙең 7 проценты ғына хәйриә маҡсаттарында тотонолған.
1963 йылдың 26 июнендә уның тыуған ҡалаһы Скопье ер тетрәүҙән ҙур ҡаза күрә (1070 кеше һәләк була, биналарҙың 75 проценты ҡыйрала), әммә Агнес Бояджиу үҙенең монахлыҡ орденынан уға финанс ярҙамы күрһәтмәй.
Йөҙҙәрсә мең кеше Һиндостандағы тәбиғәт ҡазалары ҡорбаны була, Тереза Әсә бисаралар өсөн доғалар уҡырға саҡыра, әммә бер тапҡыр ҙа аҡсалата ярҙам бүлмәй. Тикшеренеүселәр шикле сәйәси бәйләнештәргә, уның ҡулы аша ҙур күләмле аҡсалар үтеүенә, 100 илдә Тереза Әсә асҡан 517 миссияла ауырыуҙарға һәм үлем сигендә ятҡандарға бик насар тәрбиә күрһәтелеүенә иғтибар йүнәлтә. Данлыҡлы монахиня аяуһыҙ һәм догматик ҡараштарҙа тора, уныңса, сырхауҙарҙың яҙмышы — ғазапланыу, шунлыҡтан уларға һыҙланыуҙарҙы баҫа торған дарыуҙар бирҙертмәй, шулай уҡ айырылыуҙарға, аборттарға һәм контрацепцияға ҡаршы була.
Шәфҡәтлелек Миссияһы приюттарында бысраҡ, улар насар йыһазландырылған, ауырыуҙар йүнләп ашатылмай. Быларҙы аҡса етмәүгә һылтап булмай — Тереза Әсә бөтә донъянан бик күп аҡсалар алып тора. Робин Фокс (1990—1995 йылдарҙа Lancet медицина журналы мөхәррире) 1994 йылда уҡ шуны билдәләй: фондта ирекмәндәр бик күп, әммә табиптар юҡ тиерлек, ул һаулыҡ һаҡлау менән дәррәү шөғөлләнгән төҫ сығара, ғәмәлдә заманса медицина ярҙамы күрһәтмәй.
Шәфҡәтлелек Миссияһы һауыҡтырып була торған һәм һауыҡтырып булмай торған ауырыуҙарҙы айырмай, шунлыҡтан иҫән ҡала алған кешеләрҙең ғүмере инфекция һәм тейешле дауа алмағанлыҡтан үлем хәүефе аҫтына ҡуйыла. Тереза Әсә үҙе объекттарын «Үлем сигендәгеләр йорто» (Houses of the Dying) тип атай. Тереза Әсә үҙе ауырыған саҡта, АҠШ-тағы, Европалағы, Һиндостандағы медицина клиникаларына мөрәжәғәт итеп, квалифициялы медицина ярҙамы алыр була. Шул сәбәпле Кристофер Хитченс кеүек тәнҡитселәр уны ике йөҙлөлөктә ғәйепләй.
1981 һәм 1983 йылда ул диктатор Жан-Клод Дювалье идара иткән Гаитиға бара, уны хуплап-маҡтап сығыш яһай. Бының өсөн уға диктатор 2,5 миллион доллар аҡса түләй һәм Дан легионы ордены менән бүләкләй.
1993 йылда Һиндостандың Латур провинцияһында ер тетрәй һәм 8000 кеше һәләк була, 5 миллионы ҡыйыҡһыҙ ҡала. Ләкин уның монахлыҡ ордены ҡаза күреүселәргә бер тин аҡса бүлмәй, хатта ярҙамға монахиняларын ебәреүҙән да баш тарта.
Спитакта ер тетрәгәс, Тереза Әсәнең Әрмән ССР-ына барыуы тураһында мәғлүмәт табырға була, ләкин фондың ярҙам йөҙөнән аҡса биреүе тураһында бер хәбәр ҙә юҡ.
1998 йылда Калькуттала ойошмаларҙан алынған финанс ярҙамы рейтингы төҙөлә, әммә «Мөхәббәт Миссионеркаһының ҡыҙ ҡәрҙәштәре» тәүге 200 араһында осрамай. Ә Тереза Әсә, уға Нобель премияһы тапшырылғанда, Калькуттаның 36000 кешеһенә ярҙам күрһәтелеүе тураһында белдерә, әммә һинд журналистары үткәргән тикшереү ундай ярҙамды алыусыларҙың 700-ләп кенә булыуын асыҡлай.
Тереза Әсәне тәнҡитләүселәрҙең береһе — инглиз журналисы, әҙәбиәт белгесе һәм антитеисы Кристофер Хитченс, Миссионерлыҡ позицияһы: Тереза әсә теорияла һәм ғәмәлиәттә (ингл. The Missionary Position: Mother Teresa in Theory and Practice)(1995) тигән эссе авторы. 2003 йылда бер мәҡәләһендә ул былай ти: «Тереза Әсә фәҡирҙәрҙең дуҫы булманы. Ул фәҡирлектең дуҫы булды. Ғазапланыу — Алла бүләге, ти торғайны ул. Тормошон ҡатын-ҡыҙҙарҙың мал шикелле үрсеүҙән ҡотолоуына аяҡ салыуға, донъяла фәҡирлектән ҡотолоуҙың берҙән-бер юлы булған ҡатын-ҡыҙ эмансипацияһын инҡар итеүгә бағышланы». Тереза йөрәген дауалатыу өсөн алдынғы клиниканы һайлағас, Хитченс уны ике йөҙлөлөктә ғәйепләй.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Тереза Әсә, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.