Теллур

Теллур (лат. Tellurium, Te) — Менделеевтың периодик таблицаһының 5-се осор, 16-сы төркөм элементы.

Тәртип номеры — 52.Металлоид.

Теллур
Рәсем
Масса 127,6 ± 0,03 массаның атом берәмеге
Кем хөрмәтенә аталған Теллус[d]
Асыусы йәки уйлап табыусы Мюллер, Франц Йозеф[d]
Асыу датаһы 1783
Элемент символы Te
Химик формула Te
Каноническая формула SMILES [Te]
Атом һаны 52
Электр кирелеге 2,1
Ионный радиус 2,21 ангстрем, 0,66 ангстрем, 0,97 ангстрем, 0,43 ангстрем һәм 0,56 ангстрем
Тығыҙлыҡ 6,24 ± 0,01 грамм на кубический сантиметр
Иреү температураһы 842 ± 1 ℉
Ҡайнау нөктәһе 1814 ± 1 ℉
Давление пара 0 ± 1 mm Hg
PGCH коды 0587
Временное среднее значение предела допустимого воздействия 0,1 ± 0,1 mg/m³
IDLH 25 ± 1 mg/m³
Таксонда бар Paris polyphylla var. chinensis[d]
Теллур Теллур Викимилектә

Символы

Теллур элементының символы — Te (Теллур тип уҡыла).

Тарихы

Теллур 1782 йылда Франц Йозеф Мюллер тарафынан асыла.

Трансильванияла алтын мәғдәне ятҡылыҡтары тау инспекторы булып эшләп йөрөгән Йозеф Франц Мюллер (аҙаҡ ул барон фон Райхенштейн булып йөрөй) Австро-Венгрия территорияһында яңы элемент таба. 1798 йылда Мартин Генрих Клапрот теллурҙы айырып ала һәм уның мөһим үҙенсәлектәрен билдәләй.

Исеменең килеп сығышы

Латинса tellus, эйәлек килештә telluris, Ер тигәндән алынған исемде Мартин Клапрот тәҡдим иткән.

Тәбиғәттә

Ер ҡабығындағы ауырлығы күләме 1·10−6 % тәшкил итә. 100-гә яҡын теллур минералдары билдәле. Иң йыш осрай торған теллуридтар — баҡыр, ҡурғаш, цинк,көмөш һәм алтын теллуридтары . Теллурҙың изоморф ҡатнашмалары сульфидтарҙа күп күҙәтелә .Минералдар араһында теллур айырым әһәмиәткә эйәләре: алтаит (PbTe), сильванит (AgAuTe4), калаверит (AuTe2), гессит (Ag2Te), креннерит [(Au, Ag)Te], петцит (Ag3AuTe2), мутманнит [(Ag, Au)Te], монбрейит (Au2Te3), нагиагит ([Pb5Au(Te, Sb)]4S5), тетрадимит (Bi2Te2S). Теллурҙың кислородлы берләшмәләре осрай, мәҫәлән, ТеО2 — теллур охраһы.

Физиологик тәьҫире

Теллур һәм уның осоусан берләшмәләре ағыулы. Организмға эләккәндә күңел болғаныуы, бронхит, пневмония (үпкә ялҡынһыныуы) килтереп сығара. Һауалағы ПДК-һы төрлө ҡушылмалар өсөн 0,007-0,01 мг/м³, һыуҙа 0,001-0,01 мг/л миҡдарында тирбәлә. Теллурҙың канцерогенлығы раҫланмаған..

Ағыуланған осраҡта, теллур организмдан бик насар еҫле теллур ҡушылмалары формаһында сығарыла. Уларҙың еҫе һарымһаҡҡа оҡшаған, шуға күрә организмға ҙур булмаған күләмдә теллур ингәндә лә, кеше һулышынан һарымһаҡ еҫе сыға башлай, һәм был теллур менән ағыуланыуҙың мөһим билдәһе.

Әҙәбиәт

  • Теллур// Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. 25-й т. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Tags:

Теллур СимволыТеллур ТарихыТеллур Исеменең килеп сығышыТеллур ТәбиғәттәТеллур Физиологик тәьҫиреТеллур ӘҙәбиәтТеллур ҺылтанмаларТеллур ИҫкәрмәләрТеллурЛатин телеМенделеевтың периодик таблицаһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

6 ноябрьИхтиандрМакедон телеҠара гөбөргәйелКүбәләк (ырыу)КәкүкВенгрҙарФлоридаЙәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы14 октябрьГеографик координаталарЕрИсландия24 апрельКислородЧернов Иван Логинович9 июльРәсәй Федерацияһының социаль картаһыХәйбулла районыБилл ГейтсҠоштарTendence7 февральХагенСиднейЙондоҙҙарҠушма һөйләмМакроиҡтисадАдольф ГитлерБашҡорт дәүләт университетыТаралған йондоҙҙар тупланмаһыБашҡортостанСанъяров Фәнзил Бүләк улы1975 йылБашҡорт балыОктябрь (Ҡарасай)АстрономияҠытайҙағы мәҙәни инҡилапХанты-Манси автономиялы округы — ЮграЯпон телеЕвропаҠадир ДаянУйынсыҡБашҡорт алфавитыБеляев Павел ИвановичБашҡорт дәүләт академия драма театры14 ноябрьМәғрифәтселек дәүереБашҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәреБалыҡсы турғайНоябрьЭкология3 октябрьМиланҠошсо20 мартКорея Халыҡ-Демократик РеспубликаһыМәскәү өлкәһеБөтә донъя мираҫыҺарыҡты кем ашаған?Атлантик океанСыуаш телеҺүҙбәйләнешТикеев Данис Солтан улы🡆 More