Сорго Ике Төҫлө

Сорго ике төҫлө, иген соргоһы, (лат. Sórghum bícolor) — ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған сорго ырыуындағы үҫемлек төрө.

Башлыса Ҡара Африкала, Азияла һәм Төньяҡ Америкала киң таралған ҡыяҡлы культураларының береһе (1979-2018 йылдар араһында йыл һайын донъя күләмендә 54-тән 71 миллион тоннаға тиклем иген етештерелә, 2018 йылда сәсеү майҙаны яҡынса 41 миллион гектар тәшкил иткән). Аҙыҡ-түлек, алкоголле эсемлектәр һәм биояғыулыҡ етештереүҙә, мал аҙығы һәм төҙөлөш материалы сифатында ҡулланыла.

Сорго ике төҫлө
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы S. bicolor
Халыҡ-ара ғилми атамаһы Sorghum bicolor Moench, 1794
Таксономия рангыһы Төр
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон Сорго
Таксондың халыҡ атамаһы sorgwm, sorghum, 蜀黍, 高粱[…], Kafferkoren, čirok obecný, kirjodurra, 高粱, 蜀黍, 罗氏高粱, 有尾髙粱, 高梁, 高梁米糠 һәм சோளம்
Базионим H. bicolor[d]
Этот таксон является источником сорго[d]
Водный след 3048 cubic metre per ton
Вики-проект Проект:Инвазионная биология[d]
Зоны морозостойкости растений 2[d]
Ареал таксона Ҡытай, Фуцзянь[d], Тибетский автономный район[d] һәм Гуандун[d]
Ссылка на авторов таксона L. Moench һәм (L.) Moench
GRIN URL npgsweb.ars-grin.gov/gri…
URL секвенированного генома plants.ensembl.org/Sorgh…
Сорго Ике Төҫлө Сорго ике төҫлө Викимилектә
Сорго ике төҫлө
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Sorghum bicolor (L.) Moench, 1794

Сорго Ике Төҫлө
Викитөркөмдә
Систематика
Сорго Ике Төҫлө
рәсем эҙләү
рәсемдәр
GRIN  t:35092
Сорго Ике Төҫлө
Sorghum bicolor Moderne

Тасуирлама

2 метрҙан алып 6 метрға тиклем бейеклектәге бер йыллыҡ үҫемлек. Һабаҡтары күп һанлы, ныҡ тармаҡлы йәйенке һәм йыуан. Бер төптән 8-ҙән 20- гә тиклем һабаҡ сыға. Япраҡтарҙың оҙонлоғо 40-90 см, киңлеге 5-10 см, тар яҫы эллиптик формала. Япраҡтар осло булыуы менән айырылып тора. Сәскәлеге - 30-60 см оҙонса, киңлеге 10-25 сантиметр, яҫы, эллиптик, йәшел, ә һуңынан һарғылт-һоро төҫтә була. Һабаҡтары суҡлы, ҡыҫҡа, нәҙек. Башаҡтары һепертке һабаҡта парлы урынлашҡан: өҫкө башаҡ, ғәҙәттә, ата була, ҡыҫыр, ә аҫҡыһы — бәбәкле. Емеше бөртөклө. Июль-августа сәскә ата.

Сорго — яҙауай культура, йылы яратыусы, ҡоролоҡҡа сыҙамлы һәм тоҙға сыҙамлы үҫемлек (тупраҡта тоҙ концентрацияһының 0,6-0,8 % тиклем сыҙамлы). Кислоталы тупраҡта насар үҫә, башҡа осраҡтарҙа тупраҡ төрөнә яҡшы яраҡлашыуын күрһәтә, һуғарыуға яҡшы ҡарай. Орлоҡ үҫһен өсөн иң ҡулай температура — 20 °C һәм 30 °C араһында. Тупраҡ 13-15 °C температураға еткәс, 8-10-сы көндә үҫентеләр килеп сыға.

Сорго ике төҫлө — үҙ аллы һеркәләнеүсе, әммә ситтән һеркәләнеүгә ынтылышын күрһәтә. Сәскә атыу баш ҡоҫоузан һуң 1-5 көн үткәс башлана, әкренләп һеперткенең өҫкө өлөшөнөң башағынан аҫҡы өлөшөнә тиклем тарала. Сәскә атыу өсөн иң ҡулай температура — 60-80% сағыштырмаса дымлылыҡта 16 °C-тан 18 °C-ҡа тиклем, шул уҡ дымлылыҡта һәм юғарыраҡ температурала сәскә атыу әкренәйеүе, хатта туҡтауы мөмкин; әкренәйеү һауа температураһының түбәнәйеүе, яуым-төшөм, болотло һауа торошоноң күп булыуы йәки болотло һауа торошо һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә. Бер сәскә 1-2 сәғәт сәскә ата, дөйөм һепертке — 10 көндән 13 көнгә тиклем. Сәскәләр башлыса иртә таңдан асыла, асылған сәскәләрҙә бер үк ваҡытта тиерлек емешлек ауыҙҙары һәм һеркәлектәр барлыҡҡа килә. Емешлек ауыҙҙары сәскә атҡанға тиклем 1-2 көн алдан һеркәләндереүгә әҙер һәм был һәләтте 10-14 көн һаҡлай; өлгөрөп еткәс, һеркәлектәр өлгөрөп еткәс ярыла, ә унан сыҡҡан һеркә ситтән һеркәләнеүгә булышлыҡ итә. Һеркәнең йәшәүгә яраҡлылығы 5 сәғәткә тиклем, сәскә бәбәгенә эләккәс, шунда уҡ үҫеү башлана.

Өлгөрөү өсөн ҡыҫҡа көндөҙгө сәғәттәр (тәүлегенә 10-11 сәғәт ҡояш нурҙары) ҡулай. Тиҙ өлгөрөүсән сорттар өсөн вегетация осоро — 90 көндән алып 105 көнгә тиклем, уртаса өлгөргән сорттар өсөн 106 көндән алып 120-130 көнгә тиклем һәм унан да күберәк ваҡыт талап итә.

Ареалы

Тәбиғи ареалы Африкала, Мысырҙан алып Көньяҡ Африка Республикаһына тиклем таралған. Ҡырағый үҫемлектәр Австралияла, Америкала, Һиндостанда осрай. Климат шарттары мөмкинлек биргән бөтә ерҙә лә үҫтерелә.

Төрҙәре

GRIN 3 сайты мәғлүмте буйынса::

  • Sorghum bicolor subsp. bicolor — дурра, йәки майло, икмәк соргоһы;
  • Sorghum bicolor nothosubsp. drummondii (Steud.) de Wet ex Davidse — Судан үләне ( The Plant List мәғлүмәте буйынса үҙаллы төр);
  • Sorghum bicolor subsp. verticilliflorum (Steud.) de Wet ex Wiersema & J.Dahlb. (The Plant List мәғлүмәте буйынса синоним)

Ҡулланыу

Сорго — аралыҡлы культура, киң рәтле сәсеү, 1 гектарҙа 40 меңдән алып 120 меңгә тиклем үҫемлек. 1 гектар сәсеүлектәрҙән 2,5-3 тонна иген һәм 30-40 тонна йәшел масса йыйыла. Кеше соргоны беҙҙең эраға тиклем 3—4-се мең йыллыҡтан үҫтерә, тәүҙә был ҡыяҡлы культуралар Көнсығыш Африкала (хәҙерге Эфиопия һәм Судан) үҫтерә башлай. ХХ быуатҡа тиклем Африкала һәм Көньяҡ-Көнбайыш Азияла, бигерәк тә Һиндостанда, иң мөһим иген культуралары булып ҡала . Ике төҫлө соргоноң төрлө формалары төрлө маҡсатта ҡулланыла: иген формалары — ашау өсөн, үлән формалары — мал аҙығы өсөн, һәм башҡалар. Бөтә Африка буйлап үҫтерелгән тарихи яҡтан иң таралғаны — bicolor расаһы тора. Азияға элек-электән үтеп ингән, бәлки, беҙҙең эраға тиклем 3000 йылда уҡ семит ҡәбиләләре менән Һиндостанға эләккән, ә һуңынан йылға үҙәндәре, шул иҫәптән Меконг аша Ҡытай һәм Һинд-Ҡытайға барып еткән. Дымлы климатҡа сыҙамлыраҡ һәм башлыса Көнбайыш Африка саванналарында таралған, шулай уҡ континенттың көнсығышындағы таулы райондарға үтеп ингән guineense расаһы үҫтергән соргоның иң боронғо формаһы роленә дәғүә итеүсе тағы бер дәғүәсе булып тора. Бөгөнгө көндә донъяның күп кенә ҡитғаларында сорго үҫтерелә. Кеше өсөн аҙыҡ, шулай уҡ биологик нигеҙҙә алкоголле эсемлектәр, мал аҙығы, этанол алыу өсөн ҡулланыла. Сорго ярмаһы глютенһыҙ һәм крахмаллы һәм башҡа эре ашлыҡ менән сағыштырғанда күп һанлы һәм төрлө фенол берләшмәләре бар. Бойҙайынан ярма һәм он эшләйҙәр; Ҡытайҙа сорго араҡыһы бик популяр. Соргонан силос һәм бесән мал аҙығы булараҡ ҡулланыла.

Кулинарияла ҡулланыу

Азия һәм Африканың күп кенә төбәктәрендә сорго ҡоймак бешереү өсөн ҡулланыла, сорго күп кенә культуралар өсөн төп аҙыҡ булып тора. Соргонан шулай уҡ попкорн әҙерләргә мөмкин.

Һиндостандың Раджастхан, Пәнжәб, Харьяна, Уттар-Прадеш һәм штаттарҙа Махараштра, Карнатака һәм Телагана штаттарында, Декан яҫы таулығында төп аҙыҡ булып тора. Был ашлыҡтан бхакри, jovar roti, jolada rotti тип аталған һинд икмәге бешерәләр.

Туниста соргонан, һөт, шәкәр ҡушып бутҡа бешерәләр. Был ризыҡ ҡышҡы айҙарҙа иртәнге аштың төп ризығы булып тора.

Синонимдар

  • Andropogon sorghum (L.) Brot.
  • Holcus bicolor L.
  • Sorghum elegans (Körn.) Snowden
  • Sorghum japonicum (Hack.) Roshev.
  • Sorghum margaritiferum Stapf
  • Sorghum nervosum Chiov.
  • Sorghum roxburghii Stapf
  • Sorghum saccharatum (L.) Moench
  • Sorghum technicum Batt. & Trab.
  • Sorghum vulgare Pers.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Горкин А. П. (Гл. Ред.). Сорго // Биология: Современная иллюстрированная энциклопедия. — М.: Росмэн, 2006. — 560 с. — ISBN 5-353-02413-3.

Һылтанмалар

Tags:

Сорго Ике Төҫлө ТасуирламаСорго Ике Төҫлө АреалыСорго Ике Төҫлө ТөрҙәреСорго Ике Төҫлө ҠулланыуСорго Ике Төҫлө СинонимдарСорго Ике Төҫлө ИҫкәрмәләрСорго Ике Төҫлө ӘҙәбиәтСорго Ике Төҫлө ҺылтанмаларСорго Ике ТөҫлөАзияАфрикаЛатин телеСоргоТөньяҡ АмерикаТөр (биология)Ҡыяҡлылар

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ТиҙләнешЙыланлы (утрау)Әхмәтзәки Вәлиди ТуғанДәүләтбаев Рәмис Рәжәп улыҠотошов Рамаҙан Нурғәли улыҺыусыҡҡан шишмәһе (Ейәнсура районы)Башҡорт халыҡ йырҙарыЙылАнтонов Алексей ИннокентьевичӘбделҡадир ИнанҠара гөбөргәйелЛотфуллин Әхмәт Фәтҡулла улыМәсетлеЯрлылар, йәки өйҙәш ҡатын (повесть)Гәрәев Муса Ғайса улыДезик һәм СиғанЮрий КохЙоһанн КрюгерМуса ЙәлилПутин Владимир Владимирович1926 йылБеларусьСөнниҙәрҠырғыҙстан райондарыҺинд океанында Британия биләмәләреСалауат (доға)Үҙəк Совет власы менəн Башҡорт хөкүмəте араһында Башҡорт Совет автономияһы тураһында килешеүДәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улыАнтипин Филипп ЛукьяновичҺыуОвидийТимер юл транспортыКөҙәйВьетнамВикиөҙөмтәЧегодаевДор ШабашевицҺаулыҡБашҡортостан ҡоштарыЭлвис ПреслиЦиблиев Василий ВасильевичАллаһы Тәғәләнең күркәм исем сифаттарыЗекерҠариҙел (йылға)МетаболизмҠушма һөйләмӘҙәби жанрҙарБал ҡорттарыДжек НиколсонЭстонияла исламБойцова Мария ФилипповнаТәкбирСәпсекАуырғазы районыБизнесБашҡорт теленең лексикаһыЙыландарКешенең йөклөлөгөБраузерФәритов Айрат Тәбрис улыНурмөхәмәтов Рәшит Мөхәмәтбарый улыВикимедиа фондыСоветтар Союзы ГеройыЯнцзыБаш битҺарытау өлкәһе🡆 More