Ғәбәши Солтан Хәсән Улы

Ғәбәши Солтан Хәсән улы (Солтан Ғәбәши, Солтанәхмәт Хәсәнғата улы) (1 май 1891 йыл, Ҡазан губернаһы Кесе Сулабаш ауылы — 8 ғинуар 1942 йыл, БАССР‑ҙың Борай районы Салҡаҡ ауылы) — композитор, фольклорсы, музыка-йәмәғәт эшмәкәре.

Солтан Ғәбәши
Ғәбәши Солтан Хәсән Улы
Төп мәғлүмәт
Тыуған

1 май 1891({{padleft:1891|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

Кесе Сулабаш ауылы, Ҡазан губернаһы (хәҙерге Татарстан Республикаһы Бейектау районы)

Үлгән

8 ғинуар 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (50 йәш)

Үлгән урыны

Салҡаҡ ауылы, Борай районы, Башҡорт АССР-ы

Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Һөнәрҙәре

композитор

Ғәбәши Солтан Хәсән Улы Аудио, фото, видео Викимилектә

Биографияһы

1898 йылда Ғосмания мәҙрәсәһендә, һуңыраҡ Өфө реаль училищеһында һәм Ғәлиә мәҙрәсәһендә, 1916—1917 йылдарҙа Ҡазан университетында уҡый, бер үк ваҡытта Өфө һәм Ҡазандың танылған музыканттарынан музыка дәрестәре ала. 1917 йылдан алып Ҡазандың музыка һәм педагогия техникумдарында уҡыта. 1932 йылдан башлап Өфөлә йәшәй: Башҡортостан милли мәҙәниәт ҒТИ хеҙмәткәре, шул уҡ ваҡытта Башҡорт сәнғәт техникумында уҡыта; 1936 йылдан алып БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре буйынса идаралыҡ хеҙмәткәре. 1941 йылдан башлап Салҡаҡ урта мәктәбе уҡытыусыһы. Композиторҙың ижадына милли аһәң һәм классик музыка тәьҫирлелеге берлеге хас.

Эшмәкәрлеге

Ғәбәши Солтан Хәсән Улы 
Ғәзиз Әлмөхәмәтов һәм Солтан Ғәбәши. Өфө, 1937 йыл

Ғ. С. Әлмөхәмәтов һәм В. И. Виноградов менән берлектә «Сания» (Ф. Әмирхан либреттоһы, 1925) һәм «Эшсе» (М. Ғафури либреттоһы, 1930; икеһе лә Ҡазанда татар телендә ҡуйыла) операларын, шулай уҡ БАССР‑ҙың барлыҡҡа килеүенә 10 йыл тулыуға арнап, симфоник оркестр өсөн «Башҡортостан маршы» («Тантаналы марш»; 1929) һ. б. ижад итә. «Вальс», «Ҡайғы», «Пикник», «Ҡайғынан һуң шатлыҡ», «Марш», «Йәшлек» һ. б. инструменталь пьесалар; Ғ. Исхаҡиҙың «Зөләйхә», Ф. Бурнаштың «Таһир менән Зөһрә», Ғ. Рәхимдең «Буҙйегет», М. Джанандың «Шаһнамә» һ. б. спектаклдәргә музыка; М. Хәй һүҙҙәренә «Ҡурай» һәм а cappella хоры өсөн «Кәкүк» вокаль циклы авторы; башҡорт һәм татар халыҡ йырҙарын хор өсөн эшкәртә. СССР Композиторҙар союзының Башҡортостан бүлексәһен ойоштороусыларҙың береһе. Өфөлә һәүәҫкәр хорҙар һәм оркестрҙар ойоштора, лекциялар менән сығыш яһай, башҡорт һәм татар милли музыкаһы тураһыда мәҡәләләр яҙа.

Әҫәрҙәре

1909 йылда Өфө «Милли көйҙәр, сәхнә һәм әҙәбиәт» түңәрәге концерттарында ҡатнаша, Әлмөхәмәтов менән бергә Көньяҡ Урал буйлап һәм Волга буйында гастролдәрҙә була. 1932—1934 йылдарҙа Башҡортостан буйлап музыкаль-этнографик экспедицияларҙа А. С. Ключарёв менән берлектә 50 башҡорт халыҡ йырын яҙып алып, нотаға һала, улар «Башҡорт халыҡ йырҙары» (1935) йыйынтығына инә. 1932 йылда Өфө эшселәре һәм ҡыҙылармеецтары араһында йыйған фольклор әҫәрҙәре өлгөләре «Фабрика һәм завод йырҙары» («Песни фабрик и заводов»), «Ҡыҙылармеецтар йырҙары» («Красноармейские песни») йыйынтыҡтарына нигеҙ була. «Башланғыс мәктәптәр өсөн музыканан программа» (1933; Х. К. Ибраһимов һәм И. В. Салтыков менән берлектә) төҙөүселәренең береһе.

Мәжит Ғафуриҙың «Май йыры» шиғырына музыка авторы.

Композиторҙар союзы ағзаһы (1940).

Әҙәбиәт

  • Газиз Альмухаметов и Султан Габяши в Казани: материалы и док. — Уфа, 1995;
  • Султан Габяши: материалы и исслед. — Казань, 2000;
  • Композиторы и музыковеды Башкортостана: очерки жизни и творчества. — Уфа, 2002.

Һылтанмалар

Tags:

Ғәбәши Солтан Хәсән Улы БиографияһыҒәбәши Солтан Хәсән Улы ЭшмәкәрлегеҒәбәши Солтан Хәсән Улы ӘҫәрҙәреҒәбәши Солтан Хәсән Улы ӘҙәбиәтҒәбәши Солтан Хәсән Улы ҺылтанмаларҒәбәши Солтан Хәсән Улы1 май1891 йыл1942 йыл8 ғинуарБАССРБорай районыСалҡаҡҠазан губернаһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Каспаров Гарри КимовичАстрономияӨлкән сержантЯнышев Фәнис Фәтих улыФИнглиз телеХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыБаязит Бикбай2012 йылҠурған (ҡала)Лос-Анджелес21 февральНазар НәжмиАрыҫлан петроглифтарыҠалаТемператураЭукариоттарМонархияЯпонияның милли парламент китапханаһыГазпром Нефтехим СалауатГеографик координаталарДонъя илдәре һәм территориялары25 мартХалыҡ-ара валюта фондыБарабанГамеланЙондоҙҙарТултырыусыКәкүк (мифологияла)Таралған йондоҙҙар тупланмаһыСыйырсыҡМарганец2010 йылҠошсо25 апрельОҙон көйБеляев Павел ИвановичРәсәй ФедерацияһыСловакияУкраинаКилешБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыБилл Гейтс17 сентябрьИсем (һүҙ төркөмө)HTML1732 йылТикеев Данис Солтан улыДибаева Зилә Сиражитдин ҡыҙыГерманияВикикитапханаБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улы14 ноябрьАсылыкүлБашҡортостанЭҙләүҙе оптималлаштырыуБашҡорт шәжәрәһеЯн ВермеерБерлинЭкологияШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыСиләбе өлкәһе🡆 More