Сикхизм

Сикхи́зм (пандж.

Изге Китаптары — «Гуру Грантх Сахиб».

Сикхизм
Алтын һарай янында ғибәҙәт ҡылыусы сикх

Донъяла 22 миллиондан ашыу сикх һанала. Эйәреүселәре һаны буйынса сикхизм дине донъяла һигеҙенсе урында.

Сикхизм тарихы

Сикхизм дини йүнәлеш булараҡ Төньяҡ-Көнбайыш Һиндостанда XVI быуаттың башында килеп сыҡҡан. Нигеҙ һалыусыһы гуру Нанак 1469 йылда Райбхол-ди-Тальванди (хәҙерге ваҡытта Нанкана-Сахиб, Лахор округы, Пакистан Пенджабы) ҡалаһында тыуған.

Гуру Нанак күп сәйәхәт ҡылған, теүәл һаны билдәһеҙ булһа ла, әммә танылғандары:

  • Бенгал, Ассам;
  • Андхра-Прадеш, Тамилнад;
  • Кашмир, Ладакх, Тибет;
  • Бағдад, Мәккә.

Күп йылдар буйы дин таратып, донъя ғиҙеп, гуру Нанак «дин йортон» Картапурҙа (Пенджаб) ойоштора, сикх общинаһы ла унда килеп сыға. Ныҡ ойошҡан сикх общинаһы ваҡыт үтеү менән үҙ аллы төркөмгә әйләнә, идеологияһы, ҡанундары, башлыҡтары була.

Иман нигеҙҙәре

Сикхизм — индуизм һәм ислам араһында килеп сыҡҡан, башҡа диндәргә оҡшмаған һәм күсәгилешлелекте танымай.

Сикхтар Берҙәм Аллаға ышана, ул сикһеҙ ҡеүәтле, уның ысын исеме билдәһеҙ.

Алла ике яҡтан ҡарала — Ниргун (Абсолют) һәм Саргун (һәр кеше эсендәге шәхси алла). Булдырыуға тиклем алла Абсолют булған, һуңынан үҙен сағылдыра. Тыуҙырыуға тиклем ожмах, тамуҡ, өс донъя ла булмаған, тик формаһыҙ ғына. Алла үҙен кәүҙәләндерегә булғас (Саргун булараҡ), тәүҙә исемен, һуңынан тәбиғәтен таба.

Аллаға табыныу ысулы булып медитация тора. Башҡа аллалар, шайтандар, йәндәр табыныуға лайыҡлы түгел.

Кеше менән үлемдән һуң нимә булырын икенселәй күрә: ожмах та, тамуҡ та юҡ, гонаһ, сауап, яңы тыуыуҙар тураһындағы төшөнсәләр дөрөҫ түгел. Үлемдән һуң кеше йәне бер ҡайҙа ла булмай, Тәбиғәттә иҙелә һәм Аллаға кәйләнеп ҡайта, бар асыл кеүек һаҡлана, юғалмай.

Сикхизм ҡағиҙәләре

Сикхтар һөйөү һәм Ерҙә йәшәүселәргә ҡарата туғанлыҡ хистәрен тойоуға әйҙәй.

Дини сикхтарға яҡшы кеше булырға, иман һәм һөйөүҙе эҙләп, таратырға, ынтылыштарында ирекле булыу, башҡаларҙың азатлығын хөрмәт итеү ҡушыла. Мәрхәмәтлеккә берәү ҙә көсләмәй. Ихлас һәм яҡшы эштәр үҙҙәре барлыҡҡа килә, хоҙай тарафынан бүләк ителә. Һөйөүҙе көндәлек тормошта белдерер кәрәк, шунда алланың тәбиғәте сағыла. Сикхтар яҡшы мөнәсәбәттә, ҡыуаныста, өмөтләнеп йәшәргә тейеш.

Сикхизм 
Сикх Алтын һарай янында

Доғаларында сикхтар хужаһы булған эт тормошон һорай, сөнки уны ҡараған кеше бар, шуға хеҙмәт итә.

Һәр бер кешелә алла бар, рухи үҫешкә юл асыҡ.

Сикхтарҙа биш боҙоҡлоҡ (гонаһ): нәфселек, асыу, ҡомһоҙлоҡ, башҡа кеше ихтыярына буйһоноу, мин-минлек. Биш яҡшы сифат: намыҫлылыҡ, шәфҡәтлелек, уртасалыҡ, баҫалҡылыҡ, мөхәббәт.

Сикхизм 
Танджор стилендәге рәсем, XIX б. аҙағы, ун сикх гуруһы en:Bhai Bala, en:Bhai Mardana.

Йолалар

Сикхизм 
anand kāraj — сикх никахы

Гуру Нанак Дев сикхтарға йолаларҙың файҙаһы юҡ, тип өйрәткән. Әммә һуңынан, дингә ылығыусылар күбәйеү сәбәпле, ғәҙәт һәм йолалар барлыҡҡа килә.

Һәр сикх «Амрит» сикхтар сафына инеү йолаһын үтә. Иртәнге һәм киске доғалар ике сәғәт ваҡытты ала. Иманлы сикхтарға көндө, аллаға бағышлап, медитациянан башлау зарур. Сикхизмға зат, сығыш, милләткә ҡарамай бар кеше инә ала. Сикхтар үҙендә (янында) биш әйберҙе һаҡларға тейеш (биш К):

  • Кеш — ҡырҡылмаған сәс, дастар йәки Keski аҫтына алына
  • Kangsha — сәсте тотоп торған ағас тараҡ
  • Kara — ҡорос беләҙек
  • Kaccha — тубыҡҡа тиклем эске ыштан
  • Кирпан — кейем аҫтында йәшеренгән ҡылыс йәки хәнйәр. Был мотлаҡ ҡағиҙә. Ҡылыс башҡаларҙы ҡурҡытыу, көс ҡулланыу өсөн түгел. Һәр сикх, икенсенең ҡылысы булғанын белеп, һәр береһен хөрмәт итә.

Бар малайҙарға тыуғас та Сингх, ҡыҙҙарға — Каур атаһының исеме бирелгән. Сикхтар өйләнешкәндә, anand kāraj йолаһын үтә. Сикхтар билдәле йәштән өйләнә ала, буласаҡ иптәшенең кастаһы, сығышы мөһим түгел. Никахты тарҡатыу тыйыла.

Сикхтарҙың ерләү йолаһы — мәйет яндырыу (кремация). Яндырғандан һуң, көлдө йылғаға йәки каналға ташлайҙар. Үлгәндәргә һәйкәл төҙөмәйҙәр. Үлемдән һуң йән аллаға кире ҡайта һәм уның менән берләшә.

Сикх дәүләте

17161799 йылдарҙа сикхтарҙың үҙ дәүләте — Сикх конфедерацияһы булған. Дәүләт мисалдарға бүленгән, уларҙың дөйөм һаны 12 еткән (70 мең атлы ғәскәр).

Бөйөк Моголдар империяһының XVIII быуат башында тарҡалыу сәбәпле сикхтар дәүләте барлыҡҡа килә. Пенджаб сикхтары Моголдар власына ҡаршы сығып, уңыш ҡаҙаналар. Сикхтар империяһы иң ҙур сағында үҙ эсенә:

  • Пенджаб провинцияһы, хәҙерге Пакистан
  • Пенджаб штаты, хәҙерге Һиндостан
  • Чандигарх берләшкән ер, Һиндостан
  • Харьяна штаты, Һиндостан
  • Химачал-Прадеш штаты, Һиндостан
  • элекке ерле Джамму дәүләте, Һиндостан
  • Дели
  • төньяҡ-көнбайыш сик провинцияһы, Пакистан
  • Ырыуҙар ере, Пакистан
  • Исламабад ере, Пакистан
  • Афғанстандың төньяҡ-көнсығыш өлөшө

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

    урыҫ телендә
  • Гуру Нанак, М., 1972;
  • Козловский В. Д. Религиозно-философское учение сикхизма // Религии и атеизм в Индии. — М.: Главная редакция восточной литературы издательства «Наука», 1973. — С. 56—85. — 208 с. — 10 000 экз.
  • Кочнев В. И. Гуру Говинд Сингх — реформатор сикхизма // Мифология и верования народов Восточной и Южной Азии / отв. ред.: Г. Г. Стратанович; АН СССР, Ин-т этнографии им. Н. Н. Миклухо-Маклая. — М.: Наука, 1973. — С. 70—88. — 224 с.
    башҡа телдәрҙә
  • Macauliffe M. A., The Sikh religion. Its gurus sacred writings and authors, v. 1—6, Oxf.,1909;
  • Ahiuwalia M. M., Kukas, the freedom fighters of the Panjab, Bombay, 1965;
  • Cunningham J., A history of the Sikhs, Delhi, 1966;
  • Singh Gopal. Guru Nanak, New Delhi, 1967.

Һылтанмалар

Tags:

Сикхизм тарихыСикхизм Иман нигеҙҙәреСикхизм ҡағиҙәләреСикхизм ЙолаларСикхизм Сикх дәүләтеСикхизм ИҫкәрмәләрСикхизм СығанаҡтарСикхизм ҺылтанмаларСикхизмМонотеизм

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ТемператураБашҡорт телеМәҙрәсә25 апрельЕмешСалауат (Ислам)ЭнциклопедияДонъя илдәре һәм территорияларыБабич Шәйехзада Мөхәмәтзакир улыДибаева Зилә Сиражитдин ҡыҙыХалыҡ-ара фонетик алфавитҠылымБашҡортостан күлдәреМонархия24 майМакедон телеXIX быуатБашҡорт телендә аффиксацияИсмәғилев Заһир Ғариф улыАсылыкүлДоткомдар ҡыуығыXVI быуатИҫке славян телеКаракасТөньяҡ амурҙары (башҡорт яугирҙәре)Георг Вильгельм Фридрих ГегельИсламда фәрештәВикимилекБатыршаАвстралияИрекле сауҙа (фритредерлыҡ)Японияның милли парламент китапханаһыМайкл ДжексонXVIII быуатБаҙарға сыҡтымҒәрәп телеҮҫемлектәрБанкнотаМетаболизмМаскатСалауат Юлаев (хоккей клубы)ҠояшӨфө «Нур» татар дәүләт театры2009 йылҠошсо12 сентябрь1732 йылСәғитов Ирек Хаммат улыРостов АренаТау эше27 мартЯпонияВаҡытИсландияСловакияҺарытауБашҡорт дәүләт академия драма театрыКилешМуса ЙәлилКарл ЛиннейБелорус телеТөркиәЫрыу (биология)Хәбиров Фәрит Барый улыАрыҫлан петроглифтарыӘстәғәфируллаһСиднейКонституцион монархияБалыҡсы турғай🡆 More