Румы́н теле (үҙ исеме — Limba română, ХАФӘ́: 'limba ro’mɨnə; иртәрәк шулай уҡ валаш, влаш, волош, валах-молдав теле) — роман телдәренең балкан-роман төркөмсәһенә ингән һинд-европа теле.
Испан, португал, француз һәм итальян теленән һуң ҡулланыу буйынса бишенсе урында тора. Айырмалыҡтар булғанға, сағыштырма лингвистикала шулай уҡ дако-румын теле тип атала. Румынияла һәм Молдовала рәсми статус бирелгән, ундағы күпселек халыҡ өсөн туған һәм һөйләш теленә әйләнгән. Румын телендә Румыния, Молдова, Венгрия, Сербия һәм Украинала һөйләшәләр. Унан башҡа румын телендә һөйләшкән халыҡ Франция, Канада (Монреаль ҡалаһы), АҠШ-тың төньяҡ-көнбайышында (Чикаго), Германия, Израиль, Австралия һәм Яңы Зеландияла йәшәй. Бында румын йәмғиәте Икенсе донъя һуғышынан алда һәм һуңынан сәйәси иммиграция менән ҡалаларҙан (тәү сиратта Бухарест) күскән.
Румын теле | |
Халыҡтың үҙенә үҙе биргән исеме | Limba română [limba ro'mɨnə] |
---|---|
Илдәр | Румыния, Молдавия, Сербия, Германия, Венгрия, Израиль, АҠШ, Рәсәй, Украина, Болгария, Төркиә. |
Рәсми статусы | Дәүләттәр: Халыҡ-ара ойошмалар: |
Идара итеүсе ойошма | Румын академияһы |
Был телдә һөйләшеүселәр | 28 млн. |
Классификация | |
Категория | Евразия телдәре |
Һинд-европа ғаиләһе
| |
Әлифба | латин алфавиты (румын алфавиты). |
Тел коды | |
ГОСТ 7.75–97 | рум 565 |
ISO 639-1 | |
ISO 639-2 | rum (B); ron (T) |
ISO 639-3 | |
Был телдә Википедия | |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Румын теле, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.