Кешенең Йөклөлөгө

Кешенең йөклөлөгө (лат. graviditas) — ҡатын-ҡыҙҙың репродуктив ағзаларында эмбриондың йәки яралғының үҫешеүе.

Йөклөлөк инә һәм ата енси күҙәнәктәренең инәлек көпшәһендә ҡушылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, артабан 46 хромосомаһы булған зигота ярала. Күҙәнәктәр бүленеүе һөҙөмтәһендә бластоциста барлыҡҡа килә, етенсе көнгә инәлеккә инеп йәбешә. Йөклөлөктөң тәүге өс аҙнаһында (тәүге триместр) яралғы ағзалары һалына, 12-се аҙна аҙағына плацента өлгөрөп етә. Уның аша яралғы туҡлыҡлы матдәләр ала һәм бүлентеләре сығарып ташлана. Йөклөлөк осоро 9 ай бара, ул 40 акушер аҙнаһы тип атала (һуңғы күрем бөткән көндән һанала). Йөклөлөк аҙағында бала донъяға килә.

Кешенең йөклөлөгө
Кешенең Йөклөлөгө
МКБ-10

O0000.-O9999.

МКБ-9

V22V22

Кешенең Йөклөлөгө Кешенең йөклөлөгө Викимилектә

Дауамлығы

Йөклөлөктөң уртаса дауамлығы аталанғандан алып бала тыуғанға тиклем 38 аҙна тәшкил итә(эмбриональ ваҡыт).Йөклөлөк осороһуңғы күрем бөткән көндән алып 9 ай бара, ул 40 акушер аҙнаһы дауам итә. Акушер аҙнаһы менән иҫәпләү медицинала нығыраҡ таралған, сөнки аталаныу ваҡытын ғәҙәттә билдәләү ауыр.

Кешенең Йөклөлөгө 
Һуңғы күремдән алып даталарҙы аҙналарҙа һәм айҙарҙа билдәләү
Кешенең Йөклөлөгө 
Ҡатын 26 һәм 40 аҙналыҡ йөклөлөк ваҡытында

Кешенең инә ҡарынындағы үҫеше ике осорға бүленә: эмбриональ (ғоман орлоғо) һәм феталь (яралғы). Эмбриональ осор аталанғандан алып 8 аҙна аҙағына тиклем дауам итә (10 аҙна акушер срогы). Эмбриональ осорҙа аталаныу, бүленеү (күҙәнәктәрҙең күбәйеүе), имплантация ( инәлеккә урынлашыу), гаструляция ( ғоман орлоғо ҡатламдары барлыҡҡа килә), органогенез (ағзалар барлыҡҡа килеү), плацентация һәм башҡа процестар. Эмбриональ осорҙа ғоман орлоғо 0,1 мм-ҙан (аталанғантүл күҙәнәге) 3 см-ға (орлоҡ тышын һанамағанда) тиклем ҙурая. Башта ғоман орлоғо балаға оҡшамай, яйлап ҡына үҙгәреп, кеше һынына инә бара. Һуңғы эмбриональ аҙнала ҡайһы бер эмбриональ структуралар юҡҡа сыға (айғолаҡ дуғалары һәм аралыҡтары, ҡойроҡ, аллантоис кесерәйә).

Феталь осор 11-се акушер аҙнаһынан бала тыуғанға тиклем дауам итә. Феталь осор башына яралғының бар ағзалар системаһы формалашҡан була, һыны балаға оҡшай, яралғы бик тиҙ үҫешә һәм тән пропорциялары үҙгәрә.

Насар йоғонтоларға эмбриондың һәм яралғының һиҙгерлеге үҫкән һайын көсәйә бара. Эмбриональ осорҙа феталь осорға ҡарағанда йөклөлөк өҙөлөү хәүефе 10 тапҡырға арта.

Ҡатын-ҡыҙҙың йөклөлөк осорон «триместрҙарға» (өсәр айлап)бүлеп йөрөтәләр. Ярашлы рәүештә, беренсе, икенсе, өсөнсө осорҙар тураһында һүҙ алып барыла. Һәр триместҙың үҙ үҙенсәлектәре һәм хәүефтәре.

Пренаталь диагностика

Пренаталь диагностика — яралғының үҫеш патологияларын диагнозлау — бер нисә этапта бара. 10-сы һәм 13-сө аҙналар араһында скрининг үткәрелә. УЗИ, биохимик маркерҙар буйынса Даун синдромы һәм Эдвардс синдромы хәүефе тикшерелә . 16-сы һәм 18-се аҙналарҙа ошо уҡ анализдарҙы, быларҙан тыш нерв көпшәләре дефекты хәүефенә лә өсләтә биохимик скрининг үткәрәләр. Өсләтә скрининг 14-се һәм 20-се аҙналар араһында ла үткәрелеүе мөмкин. Яҡынса 18-се аҙнала ҡабат бала табыусылар яралғының ҡыбырлағанын һиҙә, тәүгеләр - 20-селә. Шулай ҙа бер нисә аҙнаға айырмалар булырға мөмкин. Асҡаҡ ҡатындар тулы кәүҙәлеләрҙән яралғы ҡыбырлауын алдараҡ һиҙә.

20−24-се аҙнала яралғының ағзаларына УЗИ яңынан үткәрелә.

24-аҙнала плацентының кәмселектәре булыу ихтималын иҫкәртеү өсөн тикшергеләйҙәр, 26-сы аҙнала — гестациондиабетты иҫкәртеү маҡсатында глюкозотолерантлыҡҡа тестүткәрәләр .

28-се аҙнала - игеҙ (күп) балалар көтөлгәндә 30-сы аҙнала бер бала көтөлгәндә отпуск бирелә һәм алмаш карта тапшырыла, йөклө ҡатын уны бар ерҙә лә үҙе менән йөрөтәргә тейеш. .

30−34-се аҙналарҙа яралғының һәм плацентаның хәл торошон асыҡларға йәнә УЗИ яһала.

38 аҙнанан һуң тыуған бала етлегеп тыуған тип һанала. Ғәҙәттә бала 40-сы аҙнала донъяға килә, әммә 5 % ҡатындар ике аҙнаға алдарағ йә һуңғараҡ таба. 42 аҙнанан уҙған йөклөлөк артыҡ йөрөгән һанала.

Үҫмерҙәр йөклөлөгө

Йөклөлөк билдәләре

Ҡалып:Күсереп яҙырға

Шикле (фараз) билдәләр:

  • Уҡшыу һәм ҡоҫоу, бигерәк тә иртәләрен, аппетиттың һәм еҫ тойоуҙың үҙгәреүе;
  • Ҡыҙып барыу, миңрәүләнеү, йоҡо баҫыу;
  • Йөҙҙөң, имсәк осоноң пигментацияһы үҙгәреү (ҡарайыу);
  • Бәүел итеү йышайыуы;
  • Һөт биҙҙәренең тығыҙланыуы, эстең үҫеүе.

Ихтимал билдәләр(тикшереп ҡарағанда табылған билдәләр)):

  • Күрем туҡтауы (Аменорея);
  • Ыуыҙ һөтө килеү ;
  • Цианоз;
  • Инәлектең күләме ҙурайыу (эстән тикшергәндә);
  • Инәлектең ( 5 — 6 аҙна) алғы-артҡы өлөштә, шунан арҡырылай ҙа ҙурайыуы;
  • Эсте баҫып ҡарағанда ағзалары ҡулға һиҙелеү (ҡулы, аяғы, башы) .

Йөклөлөктөң ҡатмарланыуы

Йөклөлөк һәр саҡ ыңғай ғына бармай. Ҡатмарлашыуға түбәндәгеләр инә:

  • Йөклөләрҙең ныҡ уҡшыуы һәм ҡоҫоуы;
  • Үҫештән туҡтаған ғоман;
  • Баланың төшөүейөклөлөктөң өҙөлөүе;
  • Аяҡтарҙың варикозы;
  • Инәлек еңсәһе варикозы;
  • Токсикоздар: нефропатия, преэклампсия һәмэклампсия;
  • Яралғы гипоксияһы;
  • Бил ауыртыу;
  • Анемия (аҙ ҡанлылыҡ);
  • Иммунологик конфликттар, әсә һәм баланыңРезус-конфликты ;
  • Фетоплацентар кәмселек;
  • Фето-феталь трансфузион синдром

Инәлектән тыш йөклөлөк үҙе башҡа ҡатмарлашыу. Яралғы үҫешә алмай һәм төшә.

Күоп осраҡтарҙа медицина баланы һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирә.

Йөклөлөктән һаҡланыу

Йөклөлөктө көйләп була. Контрацепция ҡулланыу һаҡланырға мөмкинлек бирә.

Йөклөләр өсөн витаминдар

Йөклөлөк осоронда матдәләр алмашыныу, гормональ система эше үҙгәрә. Ҡатындарҙың витаминдарға һәм минералдарға ихтыяжы арта. Мәҫәлән, кальцийғәҙәттәгенән бер ярым тапҡырға; цинк, йод, В6 һәм В12 витаминдары  — уртаса30 %-ҡа; ә тимер һәм фолий кислотаһы — ике тапҡырға артыҡ талап ителә.

Йөклөлөк тураһындағы мифтар

Һиндостанда йөклөлөк ваҡытында шафран ҡулланыу баланың тиреһен асыҡландырыуы ихтимал тигән ышаныу бар, әммә юғары дозаларҙа шафран үҙенең уретеротоник үҙенсәлектәре арҡаһында бала төшөрөү хәүефе артыуына килтерә.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Ҡалып:Акушерская патология

Tags:

Кешенең Йөклөлөгө ДауамлығыКешенең Йөклөлөгө Пренаталь диагностикаКешенең Йөклөлөгө Үҫмерҙәр йөклөлөгөКешенең Йөклөлөгө Йөклөлөк билдәләреКешенең Йөклөлөгө Йөклөлөктөң ҡатмарланыуыКешенең Йөклөлөгө Йөклөлөктән һаҡланыуКешенең Йөклөлөгө Йөклөләр өсөн витаминдарКешенең Йөклөлөгө Йөклөлөк тураһындағы мифтарКешенең Йөклөлөгө ИҫкәрмәләрКешенең Йөклөлөгө ӘҙәбиәтКешенең Йөклөлөгө ҺылтанмаларКешенең ЙөклөлөгөГаметаЛатин теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

XIX быуатISO 3166-1Тәкәләр (ырыу)Ярлылар, йәки өйҙәш ҡатын (повесть)27 мартҠораллы КөстәрКарфаген12 сентябрьӘхмәтшин Рәлиф Фәйзел улыБашҡортостан РеспубликаһыХижәз2009 йылГренландия20 апрель24 майРичард I Арыҫлан Йөрәк7 февральБалыҡсы турғайГрецияМәжүсилекХәбиров Фәрит Барый улы112-се Башҡорт кавалерия дивизияһыБызина Нина ИвановнаБикбаев Рауил Төхфәт улыАсыу тәлгәштәреТемператураАпрельБөтә донъя мираҫыДанияПрограммалау телеЕнси актӨлкән сержантТөркиәМәҙрәсәЯнцзыКомиксБеляев Павел ИвановичАлмаш (һүҙ төркөмө)ҮҫемлектәрАуылМакедон телеБашҡорт Автономиялы Совет Социалистик РеспубликаһыВенгрҙар1809 йылАйғырСыйырсыҡ18 августХалыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөӨмөтбаев Рамаҙан Ғимран улыХуннуҙар (Һуннуҙар)ТверьАмерика СамоаһыМәғрифәтселек дәүереЭякуляцияҠәҙим АралбайТәбиғәтЖан РасинЯлан кантоныИсҡужин Мөхәмәтғәле Ғәли улыБанкнотаЯмал-Ненец автономиялы округыМаскатҠара гөбөргәйелДоткомдар ҡыуығы🡆 More