Карст

Карст, шулай уҡ карст күренеше (нем. KarstKarst — Балҡан ярымутрауындағы Карст яйлаһы атамаһы буйынса) — тәбиғи һыуҙарҙың тау тоҡомдарын иретеп, үҙенсәлекле рельеф формаларын һәм комплекстарын хасил итеүе.

Карст күренеше һыуҙа еңел ирей торған тау тоҡомдары — эзбизташтар, доломиттар, гипстар, таштоҙҙар, мәрмәр ер өҫтөнә яҡын урынлашҡан урындарҙа осрай. Донъяла эзбизташлы иң ҙур карст — Nullarbor Plain (Австралия). Словения карст упҡындары ҡурҡынысы буйынса беренсе урында, АҠШ икенсе урында.

Карст
Шүлгәнташ мәмерйәһе
Карст
нем. Karst
Ҡайҙа өйрәнелә карстоведение[d]
Схематичная иллюстрация
Карст Карст Викимилектә

Карст үҙенсәлекле гидрографияға эйә: ер аҫты һыуҙарының хәрәкәте бары тик карслы урындарҙа ғына мөмкин, быға ер аҫты күлдәре, ер аҫтында юғалыусы йылғалар, ҡоро үҙәндәр, ҡыуышлы үҙәндәр миҫал булып тора.

Карст үҫеше

Карст үҫеше процесы барһын өсөн түбәндәге шарттар кәрәк:

  • һыу йыйылып, эскә үтеп инә алһын өсөн тигеҙ йә иһә бер ни тиклем ауыш өҫлөк;
  • карсланыуға (иреүгә) бирешеүсе ярайһы ҡалын тау тоҡомдары һәм уларҙың ярылыусанлығы;
  • иреүсән тау тоҡомона ер аҫты һыуҙарының тигеҙһеҙ йәки агрессив тәьҫир итеүе;
  • ер аҫты һыуҙарының хәрәкәтен тәьмин итә торған шарттар булыу.

Карст төрҙәре

Ер аҫты һыуҙары кимәле буйынса тәрән һәм һай карст төрҙәренә айыралар.

Карст 
Убалы карст ландшафы (Ирландия)

Шулай уҡ «яланғас», йәки Урта диңгеҙ карсы ла осрай, бындай карст формалары тупраҡ һәм үҫемлек ҡапламынан (мәҫәлән, Тау Ҡырымы) мәхрүм, һәм «ҡапланған» йәки европа карсы, унда тупраҡ һәм үҫемлек ҡапламы һаҡлана.

Карсҡа ер өҫтө (соҡорҙар, каррҙар, улаҡтар, ҡаҙанлыҡтар, каверна һ. б.) һәм ер аҫты (карст мәмерйәһе, галереялар, ҡыуышлыҡтар, юлдар) комплекстары хас.

Иреүсән тау тоҡомдарының литология составы буйынса бүленеүе:

  • Карбонатлы карст — эзбизташ, мәрмәр, доломит
  • Тоҙло карст — таш тоҙ, сильвинит
  • Сульфатлы карст — гипс, ангидрит

Ялған карст

Шулай уҡ тыштан карсҡа бик оҡшаған — ялған (псевдокарст) формаһы бар. Псевдокарстың бер төрө булып термокарст тора, (вечная мерзлота) мәңгелек туңлыҡ шарттарында боҙ иреү менән бәйле күренештәр шуға инә.

Балсыҡлы карст ялғандың башҡа төрө булып тора. Был ысын карсты хәтерләткән тәрән ер аҫты юлдары һәм упҡындары, көслө карбонатлы ярымбалсыҡ һәм балсыҡтарҙа барлыҡҡа килә.

Карст ландшафы

Мәмерйәләр булыуы ер өҫтөндә бик һиҙелмәй, эзбизташлы ҡая ландшафттарын йыш ҡына карст тип атайҙар. Ярыҡтар, соҡорҙар — карст ландшафттарының күп кенә формалары барлыҡҡа килеүҙең сәбәбе.

Карст тектоник ярыҡтар буйлап үҫешеүе мөмкин.

Карстың биотаға һәм экосистемаларға йоғонтоһо

Евразия тайгаһының карст ландшафтары өсөн үҙенсәлекле биоценоздар хас, үҫемлектәрҙең төр составы һәм структураһы тундра һәм урман-тундра берләшмәләрен хәтерләтә

Карстың дәррәү үҫеш райондарында йыш ҡына һирәк һәм реликт бөжәк төрҙәре популяцияһы күҙәтелә.

Башҡортостан мәмерйәләре

Башҡортостанда бөтә донъяға билдәле бер нисә мәмерйә бар, барыһы ла — карст мәмерйәләре. Уларҙың күбеһе тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителгән.

Иң атаҡлыһы — Бөрйән районында, Ағиҙел йылғаһының уң яҡ ярында, Шүлгәнташ ҡурсаулығы биләмәһендә урынлашҡан Шүлгәнташ мәмерйәһе, тәүтормош сәнғәте ҡомартҡыһы

Уралдың — иң ҙур, Башҡортостан Республикаһының иң оҙон мәмерйәһе, боронғо протозерой ҡатламдарында барлыҡҡа килгән Ҡыҙылъяр мәмерйәһе (рус. Кызылъяровская пещера) — Башҡортостан Республикаһының тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Башҡортостан Республикаһы элек-электән тәбиғи карст мәмерйәләренә бай төбәк булараҡ билдәле. Хәҙерге көндә республика территорияһында 700-гә яҡын мәмерйә иҫәпкә алынған. Был Урал һәм Урал алды мәмерйәләренең өстән бер өлөшө тиерлек.

Уралдағы Башҡортостан биләмәһенә ингән егерме өс мәмерйә Бөтә Союз тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте тарафынан тәбиғәт ҡомартҡыларына индерелгән һәм һаҡлана. Милли парктар территорияһына ун һигеҙ мәмерйә ингән.

Галерея

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Суффозия

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Чикишев А. Г. Пещеры на территории СССР / Отв. ред. проф. Э. М. Мурзаев; АН СССР. — М.: Наука, 1973. — 136, [1] с. — (Настоящее и будущее Земли и человечества). — 25 000 экз.
  • Чикишев А. Г. Географические условия развития карста / Моск. о-во испытателей природы. — М.: Изд-во МГУ, 1975. — 114 с.
  • Чикишев А. Г. Карст Русской равнины / Отв. ред. Н. А. Гвоздецкий; АН СССР. — М.: Наука, 1978. — 192 с. — (Планета Земля и Вселенная).
  • Чикишев А. Г. Проблемы изучения карста Русской равнины. — М.: Изд-во МГУ, 1979.
  • Чикишев А. Г. Типы карста и географические ландшафты закарстованных территорий // Землеведение: Сборник Московского общества испытателей природы. — М.: Изд-во МГУ, 1985. — Т. 16 (56). — (Новая серия).
  • Гвоздецкий Н. А. Карст. — М.: Мысль, 1981. — 216 с. — (Природа мира). — 66 000 экз.
  • Гвоздецкий Н. А. Карстовые ландшафты: Учебное пособие. — М.: Изд-во МГУ, 1988. — 112 с.
  • Рычагов Г. И. Общая геоморфология. — М.: Изд-во МГУ, Наука, 2006. — 416 с. — (Классический университетский учебник). — 3000 экз. — ISBN 5-211-04937-3; ISBN 5-02-034256-4.

Һылтанмалар

Tags:

Карст үҫешеКарст төрҙәреКарст ландшафыКарст ың биотаға һәм экосистемаларға йоғонтоһоКарст Башҡортостан мәмерйәләреКарст ГалереяКарст Шулай уҡ ҡарағыҙКарст ИҫкәрмәләрКарст ӘҙәбиәтКарст ҺылтанмаларКарстАвстралияАмерика Ҡушма ШтаттарыБалҡан ярымутрауыДоломитЕрНемец телеРельеф формаһыСловенияТау тоҡомоЭзбизташ

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Ситдиҡова Гүзәл Рамаҙан ҡыҙыСөләймәнов Хәбир Ғибәҙәт улыАльп тауҙарыНазарбаев Нурсолтан Әбеш улы1717 йылАлбаҫты (халыҡтар мифологияһында)ҒәлиәкбәрЙәстү намаҙыБашҡорттарҙың хәрби хеҙмәтеWhat is A Dscr Loan?GoogleИлиадаТәңрекүлИрландияМуҡшы теле1951 йылКузеев Рөстәм Ғүмәр улыФатимиҙарАҡман-тоҡман (фольклорҙа)БойҙайКонфуцийСан-ФранцискоРәсәй ФедерацияһыБөйөк Ватан һуғышыУкраинаБуэнос-АйресБерләшкән Милләттәр ОйошмаһыБерлинАҫыл таштарАрғаяш кантоныБиктимерова Лилиә Рафаил ҡыҙыЧех телеИндира ГандиBoeing9 декабрьӘт-ТәхиәтҺыуМәҡәлдәр һәм әйтемдәрМөхәммәттең мөлкәтеБашҡорттарАстероид1965 йылӘл-Манар (ислам үҙәге)ICQМәшһәд«Әсәлек даны» орденыРеформацияИкенсе донъя һуғышыКөстөғолШәйхисламов Рәшит Бәҙретдин улыТауыҡ ите1922 йылБашҡортостан ХөкүмәтеЫрыҫҡужина Рәзилә Ишбулды ҡыҙыМакаоАмерика футболыМалеШүлгәнташУрыҫ революцияһыЭстон телеМәхмүтйәнов Кәримйән Мөбәрәк улыШиғриәт194730 мартЛогикаРух (ҡош)Баҡса12 майФән докторыСәхәрҒәйнетдинов Рамаҙан Бирғәли улыТурхан солтан🡆 More