Дүртенсел Осор

Дүртенсел осор, йәки антропоген — Ерҙең тарихындағы хәҙерге геологик период, кайнозой эраһы менән тамамлана.

Геохронологик шкала
Эон Эра Период
Ф
а
н
е
р
о
з
о
й
Кайнозой Дүртенсел
Неоген
Палеоген
Мезозой Аҡбур
Юра
Триас
Палеозой Пермь
Карбон
Девон
Силур
Ордовик
Кембрий
Д
о
к
е
м
б
р
и
й
П
р
о
т
е
р
о
з
о
й
Нео-
протерозой
Эдиакарий
Криогений
Тоний
Мезо-
протерозой
Стений
Эктазий
Калимий
Палео-
протерозой
Статерий
Орозирий
Риасий
Сидерий
А
р
х
е
й
Неоархей
Мезоархей
Палеоархей
Эоархей
Катархей
Сығанаҡ

2,588 миллион йыл элек башланған, хәҙерге көнгә тиклем дауам итә.

Дүртенсел осор кайнозой эратемаһының һуңғы системаһы, Ерҙең геология тарихында кайнозой эраһының хәҙер ҙә дауам итеүсе һуңғы осорона тура килә, бынан 1,8 млн йыл элек неогенсистемаһынан (осоронан) һуң башланған. 1760 йылда итальян ғалимы Д. Ардуино барлыҡ тау тоҡомдарын 4 төркөмгә бүлә һәм арала иң йәштәрен «тауҙарның дүртенсе бүлесәһе» тип атай. 1825 йылда француз ғалимы Ж. Денуайе өсөнсөнән һуңғы ултырмаларға яңы Дүртенсел система тигән исем бирә. 3 бүлеккә: эоплейстоцен, неоплейстоцен һәм голоценға бүленә. Дүртенсел осор дауамында Ер ҡабығының көслө тектоник хәрәкәттәре булып уҙа, вулкандар күренеше көслө була, климат күп тапҡырҙар үҙгәреш кисерә. 10 мең йыл тирәһе элек глобаль үҙгәрештәр була, океан тигеҙлеге хәҙергенән 100 метрға тиәрлек күтәрелә, ландшафт, үҫемлектәр ҡапламы үҙгәрә, урмандарҙың сиге йөҙҙәрсә километр төньяҡҡа күсә, хайуандарҙың күп төрҙәре (мамонттар, йөнлө носорогтар һ.б.) юҡҡа сыға. Дүртенсел осор менән неоген араһында Африкала хәҙерге кешенең боронғо бабалары барлыҡҡа килә.

Дүртенсел осор ҡатламдарында моллюсктар (сөсө һыу), һыу үҫемлектәре, Имеҙеүсе хайуандарҙың (мамонт, бизон, арыҫлан, дөя, төньяҡ боланы, антилопа һ.б.) ҡалдыҡтары, шыршы, ҡарағай, йүкә, тирәк, әрем, ҡыяҡлылар һ.б. дала, урман-дала, ярым cүл үҫемлектәренең споралары һәм һеркәләре осорай. Дүртенсел осор тоҡомдарында күп кенә файҙалы ҡаҙылмалар: мәғдән булмаған төҙөлөш материалдары (кирбес балсығы, ҡомһол балсыҡ, ҡом, минераль буяуҙар), мәрмәр оникс, сапропель, һоро күмер, торф, дауалау ләмдәре сығанаҡтары; алмаз, алтын, титан, цирконий, ильменит, гранат, топаз ятҡылыҡтары һ.б. барлыҡҡа килгән.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Геология Татарстана: Стратиграфия и тектоника. М., 2003.

Сығанаҡтар

Tags:

Кайнозой

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

СанарНавальный Алексей АнатольевичБайғаҙы (Силәбе өлкәһе)БакуСәғәт бүлкәтеБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрыСтәрлетамаҡ өйәҙеМөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улыӨфө губернаһыФарсы телеРифәғилекХалыҡ-ара стандарт серия номеры1 июньВислаПсихологияҠөрьәнОш (Ҡырғыҙстан ҡалаһы)Нью-ЙоркУолт ДиснейИнглиз телеҠорманКөнсығыш8 мартДиңгеҙ кимәлеОктябрь революцияһыҠалтасы районыЕрҙе өйрәнеүсе фәндәр29 апрель4 февральМандолинаАҫҡар мәктәбе (Бөрйән районы)ВенесуэлаСабитов Камил Басир улы23 апрельПоляк теле1 ғинуар4 ноябрьНобель премияһын алған ҡатын-ҡыҙҙар исемлегеВулканИсмәғилев Рәйес Абдрахман улыНови-Сад (община)Изобреталь КомфортАгглютинатив телдәрМалакка ярымутрауыШарль де ГолльДәүләкән педагогия училищеһы25 октябрьИосиф IIИсем (һүҙ төркөмө)The Times of IndiaЙәншишмә (гәзит)БоливияИшбулатов Ғәлимйән Сибәғәт улыҠотдосова Шәфиҡа Йософ ҡыҙыДэвид МицкевичЕвропеоид расаМөхәммәт Зыя-үл-ХаҡИнсультКиевӨҫтәмә ҡиммәткә һалымИндуизм1847 йылДэн СяопинҺуғышЯпония тарихыСафин Алмаз Миңнеғәли улыУтрауСибайНизами Гәнжәүи🡆 More