Тирәк (Pópulus) — талдар ғаиләһенә ҡараған ағастар ырыуы.
Был ырыуҙағы ағастар генетик яҡтан ҡарғанда, күп төрлө булалар. Теләһә ниндәй ерҙә үҫә ала, оҙолоғо 15 м-ҙан алып 50 метрға тиклем, ағас олоно диаметры 2.5 мертға тиклем етә.
Тирәк | |||||||||||||||||
Канада тирәге (Populus ×canadensis). Ағастың дөйөм күренеше. | |||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||
Populus L. | |||||||||||||||||
Номенклатура тибы | |||||||||||||||||
Populus alba L. — Тополь белый | |||||||||||||||||
Тирәк төрҙәре | |||||||||||||||||
Ҡарағыҙ Тирәк төрҙәре | |||||||||||||||||
|
Тирәк ағасының оҙонлоғо 40 — 45 метр (ҡайһы берҙә 60 метрға тиклем үҫә), ә олоно диаметры 1 метрҙан ашыу. Йәш ағастарҙың ҡабығы шыма, аҡһыл йәшел йәки ҡара һоро төҫтә; ҡарт ағастарҙың ҡайһы бер төрҙәрендә ҡабыҡтары шыма булып ҡала, ә икенселәрҙә ҡытырша һәм тәрән ярыҡтар менән. Ботаҡтары йыуан (талдан айырмалы рәүештә). Япраҡтары ботаҡта спираль рәүешендә урынлаша, һәм формаһы менән айрылып тора, ҡайһылары өсмөйөштән түңәрәккә йәки көрәк формаһында (һирәк). Һәм оҙон һап менән. Япраҡтарҙын ҙурлығы бер үк түгел: сит ботаҡтарҙа улар бәләкәй, ә үҙәк ботаҡтарҙа улар бик ҙур.
Тирәктең тамыр системаһы бик ныҡ уҫешкән була, әммә ләкин, тамырҙарҙың өҫкө ҡатламы ғына иң ныҡ үҫешә.
Сәскәләре ике өйлө (бер өйлөләр һирәк була) һәм яҙ башында япраҡтарҙан иртәрәк барлыҡа киләләр. Сәскәләре башаҡҡа оҡшаш сәскәлеккә (һырғаларға) йыйылған.
Тирәктең орлоғо ваҡ, оҙонлоғо 1 — 3 мм, һәм мамыҡ кеүеҡ, нәҙек сәстәр беркетелгән. Тирәк ағасы 40 — 60 йыл бик тиҙ уҫә, артабан үҫеүе һүлпәнәйә. Тирәктең ғүмер оҙонлоғо 60 — 150 йыл тирәһе.
Тәбиғәттә тирәк ағасының күп төрҙәре йылға буйында һәм дымлы ҡыялыҡтарҙа үҫә. Ә культур рәүештә ултыртылған ағас теләһә ниндәй ерҙә үҫә. Ябай тирәк ағасы һаҙлы урында үҫә алмай, сөнки ошондай ерҙә тамыры менән һулай алмай.
Тирәктәрҙең күбеһен декоратив ағас итеп үҫтерәләр. Улар башҡа ағастарға ҡарағанда бейегерәк һәм бик шәп үҫә. Бик тиҙ тамыр биреүсе ағас, хатта һынып төшкән ботаҡтары тамыр ебәреп уҫә алалар.
Тал ағасы кеүек, тирәктең тамыр системаһы бик ныҡ үҫешкән, ағастан 40 метрҙан ашыуға тарала, шуға ла ошондай ағастарҙы өй эргәһендә һәм керамик торбалар үткән ерҙә ултыртыуы — яҡшы уй түгел.
Тирәк ағасының уҙағасы бик эре көпшәләрҙән тора, шуға ла ныҡ сыҙамлы булмай.
Тирәкте ҡағыҙ етештергәндә ҡулланалар. Тирәктән ҡиммәт булмаған ағас материалдары эшләйҙәр, мәҫәлән, осһоҙ фанера, поддон, һ. б. Тамырында дубиль матдәләр күп булғанлыҡтан, европа идәрендә тире эшкәрткәндә ҡулланылған дубиль матдәләр алалар.
Аүыл хужалығында ел эрозияһынан һаҡлау өсөн трәкте яландарҙа ҡыршау итеп ҡулланалар . Тирәк ағасы түмәрҙәрендә бәшмәк үҫтерәләр.
Был ырыуға 6 секцияға бүленгән 25 — 35 төр ағастар ҡарай. [17]
Үҫеү ареалы — Мексика. Ҡалған тирәктәр секцияһы менән сағыштырғанда Мексика тирәктәренең бөтә органдары ла бәләкәй.
Ҡалғандарҙан үҙенсәлекле дельталы япраҡтары менән айрыла, япраҡ һабаҡтары уҫаҡтаҡы кеүек оҙон. Ошо секцияла сатырҙары пирамида формаһындағы ағастар бар, улар Рәсәйҙең көньяҡ райондарында үҫә.
Тирәктәр төркөмө араһанда иң оло төркөм тип күҙаллайҙар. Был тирәк ағастарының бөрөләре, һырғалары һәм япраҡтары бик ҙур.
Иң киң таралган төркөм. Ҡалған тирәктәр төркөмөнән япрпҡтары һәм бөрөләре сайыр һымаҡ матдә бүлеп сығармауы менән айрыла.
Япраҡтары һәм бөрөләре хуш еҫле ыҫмалаға бай.
Бал секциялағы тирәктәр уҫаҡҡа оҡшаған, үҙағасы йомшағыраҡ. Ҡалған тирәктәрҙән олоно менән айрылып тора, бындай тирәктәрҙең олоно талдыҡы кеүеҡ күп төплө.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Тирәк, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.