60 тан артыҡ төрө бар. Культуралы сорттарның күп өлөшөн китереп сығарған ябай груша төрө киң таралған. Груша ағасы 15—20 м бейеклектә, пирамидаға оҡшаған ябалдашлы була. Яҡтылыҡ һәм йылылыҡ ярата, ҡоролоҡҡа һәм эҫегә сыҙам. Ҡышҡа сыҙамлылығы алмағасҡа ҡарағанда түбәнерәк, әмма температуруның ҡышҡы үҙгәрештәрен еңелерәк кисерә. Япраҡтары ваҡ, тығыҙ, ялтырауыҡлы. Сәскәләре аҡ йә иһә йәшкелт төҫмөрлө, сәскә төбөнән айырымланған шәмәхә-алһыу һеркәлек һәм бағанасыҡтары бар.
Груша Үҫемлектең дөйөм күренеше Фәнни классификация арауыҡтағы ранг
Аҫҡы батшалыҡ : Йәшел үҫемлектәр
Подсемейство : Сейә һымаҡтар
Халыҡ-ара фәнни исеме Pyrus L. , 1753
Төр өлгөһө Pyrus communis L. — Груша обыкновенная
Урта һыҙатта 10—17 майҙа иртә сәскә ата. Үҙенән-үҙе һеркәләнмәй. Емештәре , сортына ҡарап, оҙонса һәм түңәрәк, аҡһыл-йәшел йә иһә һарғылт, ҡояшка ҡараған яғында аҙ ғына алһыу төҫтә була, ағастың күп йыллыҡ өлөшөндә, күбеһенсә балдаҡсаларында формалаша. Уссури грушаһы менән гибридлаштырылғандары бер йыллыҡ үрентеләрҙә дә уңыш бирә ала. Иртә өлгөрөшлө (йәйге) сорттары август аҙағында, көҙгө сорттары сентябрь уртаһында өлгөрә.
Груша. О. В. Томе, «Flora von Deutschland, Österreich und der Schweiz », 1885 китабынан ботаник иллюстрация Сорттары һәм емеше
Емештәре, тулыһынса өлгөргәс, һарғылт төҫкә керә, күп сорттарының емеш йомшағы һыуһыл була. Составында 80 % һыу , 10 % шәкәр , 0,2—0,4 % органик кислоталар, дуплау матдәләре, В, С витаминдары бар; йәшел килеш һәм эшкәртеп (киптереп, компот, ҡайнатма, һут) ҡулланалар. Груша тупраҡҡа талымһыҙ, ләкин тупраҡ аҫты яҡшы үткәреүсән булырға тейеш. Ҡоролоҡҡа сыҙам, һыу һибергә кәрәкмәй. Ерле һәм ҡырағай сорттар орлоғонан үҫтерелгән ялғанмаға ялғау юлы менән үрсетәләр. Алмағастан айырмалы булараҡ, емеш биреүендә ҡабатланыуҙар булмай, уның сәскә бөрөләре температуруның ҡышҡы һәм яҙғы үҙгәрешенән әҙерәк зыян күрә. Селекциянең ҡышҡа иң сыҙам элекке сорттары: йәйгеләре — «Бессемянка», «Волжская десертная», «Тонковетка», көҙгөләре — «Бергамот осенний», «Казанская крупноплодная». Һәүәҫкәр баҡсасылар йәйге сорттардан — «Космическая», «Северянка», «Лада», көҙгөләрҙән — «Любимица Яковлева», «Нарядная Ефимова», «Память Яковлеву» сорттарын, башҡа төбәктәрҙән күсерелгән, шулай уҡ Г. И. Розанова тарафынан Татарстан ауыл хужалығы фәнни-тикшеренү институтында сығарылған иң яҡшы элиталы груша сорттарын үҫтерәләр. Ерле сорттарҙан «Бергамот осенний» сорты яҡшы һанала, емештең юғары сифатлы булыуы, ерле шарттарға (ҡышҡа һәм ҡоролоҡҡа сыҙам) яйлашыуы менән айырылып тора. Был сорт, башҡаларҙан айырмалы булараҡ, уҙ ағасы тамырынан тамыр үрентеләре ебәреп үрсей. «Осенняя Яковлева» сорты ла яҡшы тип иҫәпләнә, ләкин ул ҡышҡа сыҙамһыҙыраҡ.
Ауырыуҙары һәм ҡоротҡостары
Груша ҡоротҡостарға һәм ауырыуҙарға алмағасҡа ҡарағанда сыҙамлырак. Төп бәшмәк ауырыуы — ҡутыр, ҡортотҡосо — груша емешашары . Груша тәбиғи ябалдашын яҡшы формалаштыра, шуға күрә формалаштырып кисеү кәрәкмәй. Груша — оҙаҡ йәшәүсе культура (60—70 йылға тиклем емеш бирә).
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Рубцов Г. А. Груша. М.-Л., 1937; Жучков Н. Г. Частное плодоводство. М., 1954; Розанова Г. И. Селекция груши // Гр. Татар. НИИ сел. х-ва. 1970. Вып. 3. Сығанаҡтар
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Груша , which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0") ; additional terms may apply (view authors ). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses. ®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.