Илве Анна Мария Линд (швед. Ylva Anna Maria Lindh, 19 июнь 1957 йыл — 11 сентябрь 2003 йыл) — Швеция сәйәсмәне.
Социал-демократик партияһы ағзаһы. 1998—2003 йылдарҙа Швеция сит ил эштәре министры.
Илве Анна Мария Линд | |||
Anna Maria Lindh | |||
| |||
---|---|---|---|
7 октябрь 1998 — 11 сентябрь 2003 | |||
Хөкүмәт башлығы: | Ханс Йоран Перссон | ||
Тыуған: | 19 июнь 1957 Швеция, Стокгольм | ||
Үлгән: | 11 сентябрь 2003 (46 йәш) Швеция, Стокгольм | ||
Ерләнгән: | Катарина зыяраты[d] | ||
Исеме: | швед. Ylva Anna Maria Lindh | ||
Атаһы: | Стаффан Линд[d] | ||
Ире: | Бо Холмберг | ||
Балалары: | Филип, Давид | ||
Партия: | Швеция социаль-демократик партияһы[d] | ||
Белеме: | Уппсала университеты[d] | ||
Илве Анна Мария Линд 1957 йылдың 19 июнендә Стокгольм ҡалаһының Эншеде районында тыуған. Вьетнам һуғышына ҡаршы протесттарҙа һәм Швеция социал-демократик йәштәр лигаһы эшендә ҡатнашып, 12 йәшендә үк сәйәси тормошҡа сума.
1982 йылда Уппсала университетының юридик факультетын бакалавар дәрәжәһе менән тамамлай. 1982 йылда Швеция парламентына (Риксдаг) депутат итеп һайлана.
1984 йылда Швеция социал-демократик партияһының йәштәр лигаһы етәкләй, 1991—1994 йылдарҙа Стокгольм ҡала советы ағзаһы була.
1994 йылда премьер-министр Ингвар Карлссон етәкселегендәге Швеция хөкүмәтендә тирә-яҡты һаҡлау буйынса министр итеп тәғәйенләнә.
1998 йылда Швецияның яңы премьер-министры Ханс Йоран Перссон уны сит ил эштәре министры итеп тәғәйенләй. Анна Линд Америка Ҡушма Штаттарының Ираҡта уҙғарған сәйәсәтен тәнҡитләп сығыш яһай, шулай уҡ Израиль премьер-министры Ариэль Шарон һәм Италия премьер-министры Сильвио Берлускони сәйәсәттәрен тәнҡитләй. Шул уҡ ваҡытта Европа Берләшмәһенең киңәйеүе өсөн һәм Швецияның ошо ойошмаға һәм евро валютаһы зонаһына кереүе буйынса әүҙем сығыш яһай.
2003 йылдың 10 сентябрендә Стокгольм үҙәгендәге супермаркетта Анна Линдҡа бер кеше бысаҡ менән бер нисә тапҡыр сәнсеп ҡаса. Министр ҡаланың Каролина дауаханаһына оҙатыла, бында табибтар бер нисә сәғәт дауамында уның ғүмере өсөн көрәшә, әммә 11 сентябрҙә Анна Линд вафат була.
Ире — Бо Холмберг, улдары — Филип һәм Давид.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Анна Линд, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.