Албан Аш-Һыуы

Албан аш-һыуы (алб.Kuzhina shqiptare) — албандарҙың милли аштары.

Урта диңгеҙ буйы аш-һыуы төркөмөнә ҡарай, төрлө халыҡтарҙың, шул иҫәптән итальян һәм төрөк аш-һыуы йоғонтоһонда формалаша. Албан аш-һыуына ит һәм балыҡ аштары бешергәндә ҡара борос һәм мәтрүшкә, бөтнөк, базилик, розмарин кеүек Урта диңгеҙ буйы үләндәрен ҡулланыу хас. Чили боросо менән һарымһаҡ та  тотонола. 

Йәшелсә табындан һис ҡасан  өҙөлмәй. Йәшелсәне башлыса илдең Урта диңгеҙ буйы төбәктәрендә үҫтерәләр һәм урындағы баҙарҙарҙа һаталар, ерле халыҡ яңы йыйып килтерелгән йәшелсәне иртән сығып ала, әммә баҙарҙар көнө буйы эшләй.  Албандарҙың төп ризығы —  ланч, ланчта төп ашамлыҡ булып gjellë (быҡтырылған ит) тора һәм ул төрлө йәшелсә менән әҙерләнә, табынға йәнә  яңы өҙөлгән томат, ҡыяр, йәшел боростан турама һәм зәйтүн бирелә. Турамаға тоҙ, зәйтүн майы, һеркә һәм/йәки лимон һуты һибелә.  

Бешеренгәндә ит киң ҡулланыла, һуғымдың эсәк-ҡарыны менән башы  деликатес һанала. Һөт ризыҡтары аш-һыуҙың мөһим өлөшө булып тора, уларҙы икмәккә ҡушып ашайҙар йә иҫерткес эсемлектәр, атап әйткәндә, раки менән ҡулланалар. Диңгеҙ ризыҡтары башлыса һыу буйы төбәктәрендә һәм ҡалаларында  (Дуррес, Влёра, Шкодер, Лежа һәм  Саранда) таралған.

Ҡабымлыҡтар

  • Аҡ икмәк (алб.Bukë gruri) йәки кукуруз икмәге  (алб.Bukë misri) албан өҫтәлендә һәр саҡ була.

Албан мәҙәниәтендә икмәк мөһим урын алып тора, атап әйткәндә, албан теленән "ашай-ашай йөрөү" тигән фраза "икмәк ашай-ашай йөрөү" (për të ngrënë bukë) рәүешендә яңғырай.

  • Тауыҡ эсәк-ҡарыны (mëlci pule).
  • Баклажандан  әҙерләнгән ҡабымлыҡтар

Tags:

РайханҺарымһаҡ

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Атаман станцияһыМәжит ҒафуриБатанов Бәхетғәлей НиколаевичОберкацҮлемБашҡорт халыҡ йырҙарыИсхаҡов Ришат Сәлмән улыТөп башҡорт һүҙҙәреСабитов Нариман Ғиләжетдин улыБашҡорт энциклопедияһыҒарипов Рәми Йәғәфәр улыНеодимБелешмәТикТокYouTubeМоллюскыларxiaomiҠорама тегеүГерманияПунтлендБашҡорт теленең фразеологияһыМәскәүСатурн (планета)Солтангәрәев Рәшит Ғимран улыСагитталь яҫылыҡВикикитапханаБашҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәреБураҡаева Мәрйәм Сабирйән ҡыҙыЭякуляция25 ғинуарХисаметдинова Рәмзилә Миндеғәли ҡыҙыАрхейҙарСергей Ковалёв (йүнсел)ШиғриәтТөрөк телеМаһабһаратамШвецияМариан улағыТәбәристан2 мартЯһаҡМюзиклҠарабаш турғайГәрәев Муса Ғайса улыТерроризмҺүҙ төркөмдәре22 апрельБашҡорт телеАғиҙел (йылға)Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрыМетаболизмӘзербайжан тарихыИсем (һүҙ төркөмө)🡆 More