Әрмәнстан Бойондороҡһоҙлоғо Көнө

Әрмәнстан бойондороҡһоҙлоғо көнө (әрм.

Әрмәнстан бойондороҡһоҙлоғо көнө
Нигеҙләү датаһы 1991
Рәсем
Дәүләт Әрмәнстан Бойондороҡһоҙлоғо Көнө Әрмәнстан
Йылдың көнө 21 сентябрь
Әрмәнстан Бойондороҡһоҙлоғо Көнө Әрмәнстан бойондороҡһоҙлоғо көнө Викимилектә

Тарихы

1990 йылдың 23 авгусында Әрмән ССР-ының Юғары Советы Әрмәнстандың бойондороҡһоҙлоғо тураһында декларация ҡабул итә, уға ярашлы Әрмән ССР-ы бөтөрөлә һәм Әрмәнстан Республикаһы ойошторола. 1991 йылдың 21 сентябрендә референдумда халыҡтың күпселек өлөшө Әрмәнстандың СССР составынан сығыу өсөн тауыш биргән (СССР-ҙы һаҡлап ҡалыу тураһында Бөтә Союз референдумында бер кемдә ҡатнашмаған), 1991 йылдың ноябрендә Левон Тер-Петросян Әрмәнстандың тәүге президенты итеп һайлана. 1991 йылдың 21 декабрендә Әрмәнстан Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенә ингән, ә СССР тарҡалғандан һуң 26 декабрҙә формаль рәүештә үҙенең бойондороҡһоҙлоғон иғлан иткән.

Бынан алда 1918 йылдың 28 майында Беренсе Әрмәнстан Республикаһының бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителгән.

Байрам программаһының төп ваҡиғалары

Әрмәнстан Бойондороҡһоҙлоғо Көнө 
Бойондороҡһоҙлоҡ көнөнә биҙәлештәр
  • Әрмәнстан президенты дәүләт бүләктәрен тапшыра һәм хәрби хәрәкәт ветерандарын һәм почётлы граждандарҙы данлай
  • Әрмәнстан мәктәптәрендә асыҡ дәрестәр һәм синыф сәғәттәре
  • Әрмәнстан тарихына арналған байрам программалары
  • Әрмәнстан Ҡораллы көстәренең парады
  • Ереван майҙандарында концерттар

Хәрби парад

Әрмәнстан Бойондороҡһоҙлоғо Көнө 
2016 йылғы хәрби парадтан күренеш

1992, 1996, 1999, 2006, 2011 һәм 2016 йылдарҙа Еревандың Республика майҙанында хәрби парадтар уҙғарылған. Парад командующийы (генерал-полковник йәки генерал-лейтенант менән бергә Ҡораллы көстәрҙең Генераль штабы начальнигы) ғәскәрҙәрҙең парадға әҙерлеге тураһында Вазген Саркисян исемендәге хәрби институт комендатының докладын тыңлар өсөн Республика майҙанына килгәс байрамдар башлана. Сәғәт 10:00 Президент һәм Премьер-министр майҙанға килә, парад командующийы Әрмәнстан Оборона министрын сәләмләр өсөн теҙелергә бойора һәм автомашинала майҙан уртаһына үтеп Оборона министрлығына парадҡа әҙерлек тураһында хәбәр итә. Оборона министрлығы автомашинала майҙан буйлап йөрөп хәрбиҙәрҙе Әрмәнстандың бойондороҡһоҙлоҡ көнө менән ҡотлап сыға. Тикшереүҙе тамамлағандан һуң министр Президентҡа ғәскәрҙәрҙең әҙерлеге тураһында доклад яһай.

Президент тәбрикләү телмәре менән сығыш яһай һәм хәрбиҙәр өс ҡат «Ура» тип ҡысҡырғандан һуң, Әрмәнстан Ҡораллы көстәре Генераль штабының оркестры башҡарыуында Әрмәнстан гимны яңғыратыла. Артабан парад башлана: хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн үҙәк трибуна янындағы постҡа Әрмәнстан Оборона министрлығы Почётлы караул батальоны һалдаттары йүнәлә. Тәүгеләрҙән булып ритм урынлаштырыусы Монте Мелконян исемендәге хәрби училищеһы барабансылары үтә, артабан байраҡ тотоуслар һәм һалдаттар үтәләр.

1996

1996 йылда Әрмәнстан бойондороҡһоҙлоғоноң биш йыллығына арналған парад булған.

1999

1999 йылда парад менән генерал-майор Манвел Секторович Григорян командалыҡ иткән, ә оборона министры Вагаршак Варназович Арутюнян булған.

2006

2006 йылда Әрмәнстан бойондороҡһоҙлоғоноң ун биш йыллығына арналған парад булған: һалдаттарҙы президент Серж Азатович Сагрсян һәм оборона министры Микаел Арутюнович Арутюнян тәбрикләгән.

2011

2011 йылда Әрмәнстан бойондороҡһоҙлоғоноң егерме йыллығына арналған парад булған. Парадҡа оборона министры Сейран Мушегович Оганян һәм Генераль штаб начальнигы Юрий Григорьевич Хачатуров килгән. Парадта тәүге тапҡыр Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәренең 102-се хәрби базаһының хәрби хеҙмәткәрҙәре ҡатнашҡан; уларҙан тыш парадта Таулы-Карабах Республикаһы Ҡораллы көстәренең ветерандары, хәрби полиция менән тынысландырыусы бригада хеҙмәткәрҙәре, Милли хәүефһеҙлек хеҙмәтенең алдынғы частары ҡатнашҡан.

2016

2016 йылда Әрмәнстан бойондороҡһоҙлоғоноң егерме биш йыллығына арналған ҙур парад булған. Парад менән 4-се армия корпусы командующийы генерал-майор Андраник Магарян командалыҡ иткән. Парадта 350 мең ҡатнашҡан: бында АҠШ, Германия, Италия, Польша һәм Греция хәрбиҙәренең халыҡ-ара тынысландырыусы бригадаһы ҡатнашҡан.

Сит ил хәрби хеҙмәткәрҙәре

Әрмәнстан Бойондороҡһоҙлоғо Көнө 
Парадта Рәсәйҙең хәрби хеҙмәткәрҙәре
Йыл Контингент Ил
2011
2016
102-се Рәсәй хәрби базаһы Әрмәнстан Бойондороҡһоҙлоғо Көнө  Рәсәй Федерацияһы
2016 Халыҡ-ара тынысландырыусы бригада Әрмәнстан Бойондороҡһоҙлоғо Көнө  Польша
Әрмәнстан Бойондороҡһоҙлоғо Көнө  АҠШ
Әрмәнстан Бойондороҡһоҙлоғо Көнө  Германия
Әрмәнстан Бойондороҡһоҙлоғо Көнө  Италия
Әрмәнстан Бойондороҡһоҙлоғо Көнө  Греция

Диаспора

Бойондороҡһоҙлоҡ көнө Рәсәйҙә, Ливанда һәм АҠШ-та әрмән диаспораһы вәкилдәре тарафынан киң билдәләнә. АҠШ-та йәштәрҙең ойошмалары мәҙәни программалар һәм осрашыуҙар уҙғара.

Галерея

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Әрмәнстан Бойондороҡһоҙлоғо Көнө ТарихыӘрмәнстан Бойондороҡһоҙлоғо Көнө Байрам программаһының төп ваҡиғаларыӘрмәнстан Бойондороҡһоҙлоғо Көнө ГалереяӘрмәнстан Бойондороҡһоҙлоғо Көнө ИҫкәрмәләрӘрмәнстан Бойондороҡһоҙлоғо Көнө ҺылтанмаларӘрмәнстан Бойондороҡһоҙлоғо Көнө21 сентябрьӘрмән телеӘрмәнстан

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Мартин Лютер КингАлтынФән докторыГамбургЭТП буйынса илдәр исемлеге (номинал)Британия империяһыИзраиль13 сентябрьЗороастризмБашҡорттарНаурузИсламабадВыруВалютаЙәғәфәрова Айһылыу Шәйхетдин ҡыҙыСәфәрғәлин Ғилман Зәйнәғәле улыБашҡорт телеИспанияЕңгәйКриштиану Роналду25 мартБиблияРибонуклеин кислотаһы (РНК)Мостай КәримЖанна д’АркМедицинаОҙатыу (йыр)Хань (халыҡ)Winny Puhh (рок-төркөм)Зарипов Ирек Фәсхетдин улыАндорраТөньяҡ һуғышҒарипов Рәми Йәғәфәр улы1911 йылФарсы әҙәбиәтеКорей теле29 июльИраҡЭстон телеКөстөғол9 декабрьЕрҺарытауГермания империяһыҒәббәсиҙәр хәлифәлегеГерман ГессеХәүзаМузыкаРус православие сиркәүеКраснодар крайыСенегалИслам терминдарыЛатвияПугачёв Емельян ИвановичБашҡорт эпосы1949 йылКапиталТәңрекүлСан-ФранцискоТаллинOK ComputerГрек теле1910 йылМөхәммәттең йәһүдтәргә ҡарашыПермь крайыПоляктар🡆 More