Цигаль Владимир Ефимович (4 сентябрь (17 сентябрь) 1917 йыл, Одесса — 4 июль 2013 йыл, Мәскәү) — СССР һәм Рәсәй скульпторы, педагог.
СССР-ҙың халыҡ рәссамы (1978). Ленин премияһы (1984), беренсе дәрәжә Сталин премияһы (1950) һәм РСФСР-ҙың Репин исемендәге дәүләт премияһы (1966) лауреаты.
Цигаль Владимир Ефимович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР Рәсәй |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 4 (17) сентябрь 1917 |
Тыуған урыны | Одесса, Херсон губернаһы[d], Рәсәй |
Вафат булған көнө | 4 июль 2013 (95 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, Рәсәй |
Ерләнгән урыны | Новодевичье зыяраты[d] |
Бер туғандары | Виктор Ефимович Цигаль[d] |
Балалары | Александр Владимирович Цигаль[d] |
Һөнәр төрө | скульптор |
Уҡыу йорто | Классическая гимназия № 1 имени В. Г. Белинского[d] В. И. Суриков исемендәге Мәскәү дәүләт академик художество институты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Сәнғәт йүнәлеше | социалистик реализм[d] |
Ойошма ағзаһы | СССР Рәссамдар союзы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Цигаль Владимир Ефимович Викимилектә |
Владимир Ефимович Цигаль 1917 йылдың 4 (17) сентябрендә Одессала (хәҙер Украинала) тыуған.
1920-се йылдарҙа Пензала йәшәй, унда 1-се мәктәпте тамамлай. 1937—1942 йылдарҙа Мәскәүҙә В. И. Суриков исемендәге Дәүләт художество институтында В. Н. Домогацкий, А. Т. Матвеевта уҡый.
Студент-дипломник булараҡ, 1942 йылда үҙ теләге менән фронтҡа китә. 1944 йылға тиклем флотта хәрби рәссам сифатында хеҙмәт итә. Новороссийскиға һәм Керчҡа десант төшөрөүҙә, шулай уҡ Ҡара диңгеҙ һәм Балтик флоттарының башҡа хәрби операцияларында ҡатнаша. 1945 йылда Сәнғәт эштәре буйынса комитет Берлинға билдәле скульптор Л. Е. Кербель менән берлектә Берлинда, Зееловта, Кюстринда Ҡыҙыл армия яугирҙарына һәйкәлдәр ҡороу өсөн ебәрелә
Эштән киткәндән һуң уҡыуын дауам итә һәм 1948 йылда скульптор һөнәре алып, диплом яҡлай. 1947 йылдан алып Бөтә Союз һәм бик күп сит ил сәнғәт күргәҙмәләрендә ҡатнаша.
Ватан сәнғәте тарихына тәү сиратта скульптор-монументалист булараҡ инә. 1952 йылда Мәскәүҙә ҡуйылған А. С. Макаренконың бронза һәйкәле һәм Н.Островский һәйкәле скульпторҙың һуғыштан һуңғы тәүге монументаль эштәре була.
Һуғышта кисергән, скульптор архивында һаҡланып ҡалған һүрәтләмәләрҙә — баһалап бөткөһөҙ заман документтарында сағылыш тапҡан әҫәрҙәре уның ижадындағы төп темаларҙың береһен билдәләй. Был тема тәү сиратта монументаль жанр әҫәрҙәрендә үҫеш ала. Фашизмға ҡаршы көрәштә һәләк булғандар иҫтәлеге Совет-поляк хәрби берләшмәһе мемориалында (1967, Белоруссия) гранитта һәм үҙенең рухы буйынса ҡаты бронзала һүрәтләнгән. Композицион яҡтан ҡатмарлы, компоненттарында ландшафт мөхите менән ярашҡан монументтар булып 1972—1982 йылдарҙа Новороссийскиҙа Граждандар һуғышы һәм Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә төҙөлгән монументтар тора.
Австрияла элекке концлагерь Маутхаузен урынында 1963 йылдың яҙында Халыҡ-ара фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнөндә скульптор тарафынан генерал-лейтенант Дмитрий Карбышевҡа һәйкәл ҡуйыла. Д.Карбышевҡа һәйкәл Мәскәүҙә лә ҡуйыла. Мәскәүҙә һәм Баҡыла разведчик Рихард Зоргеға монументтар ҡуйыла (1985).
Замандаштарының, яҡындарының портреттары айырым бер эш булып тора. Улар араһында — композитор Дмитрий Кабалевский (1967), балалары Татьяна һәм Александр (1960).
Ярты быуат ижад юлы эсендә күренекле ваҡиғаларға һәм эшмәкәрҙәргә арналған 44 һәйкәл проекты төҙөгән һәм ҡуйған.
Скульпторҙың эштәре илдәге һәм сит илдәрҙәге бик күп музейҙарҙа, шул иҫәптән Дәүләт Третьяков галереяһында, Хәрби Көстәрҙең үҙәк музейында һаҡлана.
Владимир Ефимович сәйәхәт итергә яратҡан. 1956 йылдан алып 50-нән ашыу илгә, шул иҫәптән Италияға, Францияға, Бөйөк Британияға, Нидерландыға, Португалияға, Японияға, Һиндостанға, Непалға, Вьетнамға ижади сәфәрҙәргә сыға. Уның шәхси экспозициялары Польшала, Чехословакияла, Болгарияла, Венгрияла, Австрияла, Мароккола үтте. Ҡайһы бер илдәрҙә йәшәгән һәм эшләгән.
СССР Художество академияһы ижади оҫтаханаһының етәксеһе (1991 йылдан).
«Не переставая удивляться. Записки скульптора» (М., 1986) китабының авторы.
Буш ваҡытында балыҡ тоторға яратҡан, әлбиттә йыш ҡына ваҡыты булмаһа ла. Башҡа мауығыуҙары араһында — китап уҡыу., бигерәк тә ҡыҙыҡлы кешеләр тураһында мәҡәләләр һәм китаптар.
СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. СССР Рәссамдар союзы идараһы секретары (1968—1973).
1952 йылдан КПСС ағзаһы.
2013 йылдың 4 июлендә Мәскәүҙә вафат була. 9 июлдә Мәскәүҙә Новодевичье зыяратында, скульптор, СССР-ҙың халыҡ рәссамы Евгений Вучетичтың ҡәбере эргәһендә (5 участка) ерләнә.
Рәсәй Федерацияһы Президенты дәртләндереүҙәре
Орлов С. Связующая ткань культуры. ДИНАСТИЯ ЦИГАЛЕЙ. — Третьяковская галерея : журнал. — 2018. — № 1 (58). Валериус С.Советский художник. Москва.1976-«Скульптор Владимир Цигаль»
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Цигаль Владимир Ефимович, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.