2019 йыл БМО тарафынан халыҡ-ара ерле (аҫаба) халыҡтар теле йыл (ингл. International Year of Indigenous Languages) тип иғлан ителә.
Ошо йылда үткәрелгән сараларҙың төп бурысы булып йәмәғәтселектең бөтөн донъяла юҡҡа сығыу алдында торған автохтон телдәрҙең торошо тураһындағы мәғлүмәтен арттырыу, шулай уҡ тел, йәмғиәттең үҫеше, тыныс йәшәү һәм низағтарҙы көйләү аһында бәйләнештәр урынлаштырыу тора.
Халыҡ-ара ерле халыҡтарҙың теле йылы | |
Төп тема | автохтонные языки[d] |
---|---|
Ваҡиға ваҡыты | 2019 |
В память о | автохтонные языки[d] |
Рәсми сайт | en.iyil2019.org fr.iyil2019.org es.iyil2019.org |
Халыҡ-ара аҫаба халыҡтар теле йылы 2019 йылдың 28 ғинуарында ЮНЕСКО-ның Париждағы штаб-фатирында һәм 1 февралдә БМО-ның Нью-Йорк<тағы штаб-фатирында асыла.
Элек тә БМО Халыҡ-ара ерле халыҡтар теле (1993 йыл) һәм Халыҡ-ара телдәр йылын (2008 йыл) иғлан итә.
2019 йылдың ноябрендә БМО 2022—2032 йылдарҙы Халыҡ-ара аҫаба халыҡтар теле ун йыллығы тип иғлан итте.
2016 йылдың 19 декабрендә БМО-ның Генераль Ассамблеяһы ерле халыҡтар мәсьәләләре буйынса БМО-ның Даими Форумы резолюцияһы нигеҙендә (Резолюция 71/178) 2019 йылды Халыҡ-ара аҫаба халыҡтар теле йылы тип иғлан итте. Генераль Ассамблеяһы резолюцияһында был ваҡиғаны ойоштороу буйынса әйҙәүсе ойошма итеп ЮНЕСКО-ны тәғәйенләүҙе тҡдим итә.
2019 йылда «ЮНЕСКО Курьер» журналының беренсе һаны Халыҡ-ара ерле халыҡтар теленә арнала.
Халыҡ-ара аҫаба халыҡтар теленең төп маҡсаты — ерле телдәр дусар ителгән хәүефкә, бигерәк тә уларҙың үҫешкә, тейешле идара итеүгә, аңлашмаусылыҡты көйләүгә һәм тыныслыҡ тәьмин итеүгә йоғонто яһағандарына иғтибар йәлеп итеү. Йылд маҡсаттары йәшәү сифатын яҡшыртыуҙы, халыҡ-ара кимәлдә киң хеҙмәттәшлекте һәм мәғлүмәтлелекте тәьмин итеү, аҫаба халыҡтарҙың теле һәм мәҙәниәтенең айырылғыһыҙ булыуын раҫлау өсөн мәҙәниәттәр диалогын көсәйтеүҙе үҙ эсенә ала.
Эшмәкәрлектең биш төп йүнәлеше билдәләнә:
Был йыл планына 2010 йылдың тотороҡло үҫеш һәм тотроҡло үҫештең 17 маҡсатын үҙ эсенә алған түбәндәге темаларға бағышланған саралар үткәреү инә:
Сараларҙы үткәреүҙә аҫаба халыҡтар вәкилдәре, БМО ойошмалары системаһы, ғилми берләшмәләр, дәүләт һәм шәхси ойошмалар, шулай уҡ киң мәғлүмәт саралары ҡатнаша.
РФ-ның Милләттәр эштәре буйынса федераль агентлығы һәм РФ мәғариф министрлығы «Сахалин Энерджи» һәм «Лукойл» компаниялары ярҙамында Рәсәйҙә Халыҡ-ара ерле халыҡтар теле сайтын эшләй.
21 февралдә, Халыҡ-ара туған телдәр көнөндә, рәсми рәүештә Рәсәй Федерацияһы халыҡтарының туған телен һаҡлау һәм өйрәнеү фонды теркәлә.
Рәсәйҙә Халыҡ-ара ерле халыҡтар теле йылы 2019 йылдың 21 мартында Ханты-Манси автономиялы округы — Юграла рәсми асыла.
Ерле халыҡтар теле йылын үткәреү планы үҙ эсенә 700-ҙән ашыу сараны ала. Улар төбәк һәм федераль кимәлдә үтә. 4-6 апрелдә РФА-ның тел ғилеме институтында Рәсәйҙә һәм унан ситтә ерле халыҡтың телен өйрәнеү, һаҡлау һәм уҡытыу проблемаларына арналған «Лингвистик форум 2019: Рәсәйҙең һәм донъяның ерле халыҡтары теле» халыҡ-ара конференция үтә.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Халыҡ-ара ерле халыҡтарҙың теле йылы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.