Тура Дүртмөйөш

Тура дүртмөйөш — бөтә мөйөштәре лә тура (90 градусҡа тигеҙ) булған дүртмөйөш.

Тура дүртмөйөш
Рәсем
Ҡайҙа өйрәнелә графтар теорияһы
Двойственнен к ромб
Грань политопа ҡабырға[d]
Вики-проект Проект:Математика[d]
Лексема-субъект
Тура Дүртмөйөш Тура дүртмөйөш Викимилектә
5-кә 4 тура дүртмөйөшө
5-кә 4 тура дүртмөйөшө

Евклид геометрияһында дүртмөйөш тура дүртмөйөш булһын өсөн. уның өс булһа ла мөйөшөнөң тура булыуы етә, ул саҡта дүртенсе мөйөшө лә, күпмөйөштөң мөйөштәре суммаһы тураһындағы теорема буйынса, шулай уҡ 90° тигеҙ була. Дүртмөйөштөң мөйөштәре суммаһы 360°-ҡа тигеҙ булмаған Евклидтыҡы булмаған геометрияла тура дүртмөйөштәр булмай.

Үҙсәнлектәре

  • Тура дүртмөйөш параллелограмм була — уның ҡапма-ҡаршы яҡтары пар-пар параллель.
  • Тура дүртмөйөштөң яҡтары уның бейеклектәре була.
  • Тура дүртмөйөштөң диагоналенең квадраты уның ике эргәләш яҡтарының квадраттары суммаһына тигеҙ (Пифагор теоремаһы буйынса).
  • Теләһә ниндәй тура дүртмөйөштө ҡамаусы әйләнә төҙөргә мөмкин, шуның менән бергә тура дүртмөйөштөң диагонале ҡамаусы әйләнәнең диаметрына тигеҙ (радиус ярым диагоналгә тигеҙ).

Майҙаны һәм яҡтары

  • Тура дүртмөйөштөң оҙонлоғо тип уның яҡтары парының оҙонорағының оҙонлоғо атала, ә киңлеге — яҡтары парының ҡыҫҡарағырағының оҙонлоғо атала.
  • Тура дүртмөйөштөң майҙаны уның оҙонлоғо менән киңлегенең ҡабатландығына тигеҙ.
  • Тура дүртмөйөштөң периметры уның оҙонлоғо менән киңлегенең икеләтелгән суммаһына тигеҙ.

Тура дүртмөйөштөң диагонале

  • Тура дүртмөйөштөң диагоналдәре тигеҙ.
  • Тура дүртмөйөштөң диагоналдәре киҫешеү нөктәһе менән урталай бүленәләр.
  • Тура дүртмөйөштөң диагонале оҙонлоғо Пифагор теоремаһы буйынса иҫәпләнә һәм уның оҙонлоғо менән киңлегенең квадраттары суммаһынан квадрат тамырына тигеҙ.

Билдәләре

Параллелограмм тура дүртмөйөш була, әгәр түбәндәге шарттарҙың теләһә ҡайһыһы үтәлһә:

  • Әгәр параллелограмдың диагоналдәре тигеҙ булһа.
  • Әгәр параллелограмдың диагоналенең квадраты уның эргәләш яҡтарының квадраттарының суммаһына тигеҙ булһа.
  • Әгәр параллелограмдың мөйөштәре тигеҙ булһа.

Шулай уҡ ҡара

Тура Дүртмөйөш 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «прямоугольник» мәҡәләһе бар

Ҡалып:Многоугольники

Tags:

Тура Дүртмөйөш ҮҙсәнлектәреТура Дүртмөйөш Майҙаны һәм яҡтарыТура Дүртмөйөш Тура дүртмөйөштөң диагоналеТура Дүртмөйөш БилдәләреТура Дүртмөйөш Шулай уҡ ҡараТура ДүртмөйөшДүртмөйөш

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Ишбирҙин Хәлил Әнүәр улыИндуизмБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрыБашҡорт балыФарсы ҡултығыДобролюбов тыҡрығы (Таганрог)Башҡортостан театрҙарыНью-Йорк (штат)Латин алфавитыБельгия6 декабрьХосе Рауль КапабланкаҺүҙ22 апрельМари телеАфрика союзыСиднейКөнгәк (гәзит)ЗыяратИбн РустаБеларусь2022 йылУсманов Хәсән Хәжиәхмәт улы20 февральМузыкаШашҡан (ҡасаба)Ураҙа байрамыБашҡортостан Республикаһының Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры2 сентябрь2023 йылКөньяҡ Урал дәүләт университетыВольфганг Амадей МоцартДәүләт ауыл Советы (Әбйәлил районы)БалтырғанҺалҡын һуғышСкульптураДжо БайденАналитик химияГренландияМинзәләУйын киноһыҮрге Арыҫлан һыуһаҡлағысыАкарологияСумыҮрге АвстрияБашҡорт милли кейемеСиғандарБикбирҙин Йәүҙәт Зәйнулла улыИҫке Собханғол (Бөрйән районы)Ҡунафин Мөнир Сәхиулла улыНизами ГәнжәүиМәкәш16 июньЦунамиУэльс принцы утрауы (Канада)ҺөтимәрҙәрИң эре йондоҙҙар исемлегеМандельброт күплегеҠытайЖанна д'Арк26 февраль🡆 More