Нестеров Михаил Васильевич (19 май 1862 йыл — 18 октябрь 1942 йыл) — рәссам, Һынлы сәнғәт академигы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, (1942), I дәрәжә Сталин премияһы лауреаты.
Михаил Васильевич Нестеров | |
Автопортрет, 1915 | |
Тыуған: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Үлгән: | 18 октябрь 1942 (80 йәш) |
Үлгән урыны: | |
Подданныйлығы: | |
Гражданлығы: | |
Жанр: | тарихи сюжет, портрет |
Уҡыған урыны: | Московское училище живописи, ваяния и зодчества, Императорская Академия художеств |
Стиль: | Модерн |
Наградалары: | |
Исемдәре: | Хата: рәсем асылмай йәки юҡ. |
Премиялары: | |
Имза: | |
Викимилектә эштәре |
Михаил Васильевич Нестеров 1862 йылдың 19 майында Өфөлә сауҙагәр ғаиләһендә тыуған. Мәскәү живопись, һынлы сәнғәт һәм архитектура училищеһында (1877—1881 һәм 1884—1886) В. Г. Перов, А. К. Саврасов, И. М. Прянишниковта, Петербург сәнғәт академияһында (1881—1884) П. П. Чистяковта уҡый. 1889 йылдан экспонент, 1896 йылдан Передвижниктар ширҡәте ағзаһы. Башлыса Мәскәүҙә йәшәй (1890—1910 йылдарҙа — Киевта). Рәссамдың тәүге эштәре передвижниктар рухында яҙылған, иллюстратор булараҡ күп эшләгән.
«Дәрүиш», «Үҫмер Варфоломейға Илаһи зат күренеүе» картиналарында (икеһе лә Третьяков галереяһында) Нестеровтың кешенең эске донъяһы менән ҡыҙыҡһыныуы тулы сағылыш таба. Рәссам 1942 йылдың 18 октябрендә Мәскәүҙә вафат була.
Совет осоронда Михаил Нестеров ижадының реализм башланғысы яңы үҫеш ала. Ул фән һәм сәнғәт эшмәкәрҙәренең һоҡландырғыс образдарын ижад итеп, башлыса, портретист булараҡ эшләй. Был, нигеҙҙә, 1930-сы йылдар портреттары (П. Д. һәм А. Д. Кориндар — 1930, А. Н. Северцов — 1934, И. Д. Шадр — 1934, С. С. Юдин — 1935, И. П. Павлов — 1935, СССР Дәүләт премияһы — 1941; К. Г. Держинская — 1937, Е. С. Кругликова — 1938, В. И. Мухина — 1940 — барыһы ла Третьяков галереяһында) рәссамды социалистик реализм живописының күренекле оҫталары рәтенә сығара. Портреттарға картина формаһы камиллығы, композицияның гармониялы, асыҡ төҙөлөшө, күләм һәм киңлекте аныҡ һынландырыу хас. Нестеров лирик пейзаж оҫтаһы булараҡ та эшләүен дауам итә («Ауылда көҙ», 1942, Третьяков галереяһында). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградланған. Михаил Васильевич Өфөнө бик ныҡ яратҡан, унһыҙ йәшәй алмаған. Бында ул йылына ике, өс тапҡыр килеп киткән. Уны бында әсәһе Мария Михайловна, атаһы Василий Иванович һәм яратҡан апаһы Александра Васильевна һағынып көтөп алған.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Нестеров Михаил Васильевич, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.