Ирландия Диңгеҙе

Ирландия диңгеҙе (ингл. Irish Sea, валл.

Môr Iwerddon, ирл. Muir Éireann) — көнсығышта Бөйөк Британия һәм көнбайышта Ирландия утрауҙары араһында урынлашҡан Атлантик океан диңгеҙе.

Ирландия диңгеҙе
Расположение Ирландского моря
Расположение Ирландского моря
Майҙаны100 мең км²
Иң ҙур тәрәнлек175 м
Уртаса тәрәнлек43 м
Бөйөк Британия
Точка
Ирландия диңгеҙе
Диңгеҙ картаһы
Диңгеҙ картаһы
Ирландия Диңгеҙе Ирландия диңгеҙе Викимилектә

География

Диңгеҙ һыуҙары Ирландия һәм Бөйөк Британия (Шотландия, Төньяҡ Ирландия, Уэльс һәм Англия) яр буйҙарын йыуа. Көньяҡ-көнбайышта Изге Георг боғаҙы аша Атлантик океан менән, ә төньяҡта — Төньяҡ боғаҙ аша Кельт диңгеҙе менән тоташа.

Майҙаны яҡынса 100 мең км², максималь тәрәнлеге — 175 метр.

Гринпис ойошмаһы мәғлүмәттәренә ярашлы, 2001 йылда Ирландия диңгеҙе планетаның иң радиоактив бысранған диңгеҙе булған.

Диңгеҙҙә ике ҙур утрау — Мэн һәм Англси урынлашҡан. Бәләкәй утрауҙары араһында — Холи-Айленд, Уолни, Ирландс-Ай һәм башҡалар бар.

Яр буйҙары бәләкәй ҡултыҡтар һәм бухталар менән йырғыланған. Төньяҡ-көнбайыш өлөшөндә Лус, Уигтаун һәм Солуэй-Ферт ҡултыҡтары урынлашҡан. Көнсығышта һәм көняҡ-көнсығышта Бомарис бухтаһы, Моркам һәм Ливерпуль ҡултыҡтары бар. Диңгеҙҙең көнбайыш өлөшөндә Ирландия яр буйында Дублин бухтаһы, Странгфорд-Лох, Дандрам, Карлингфорд-Лох һәм Дандолк ҡултыҡтары урынлашҡан.

Тоҙлолоғо 32 промилдән 34,8 промилгә барып етә.

Төп порттары — Ливерпуль, Дублин.

Балыҡ тотоу тармағы үҫешкән. Балыҡсылыҡ порттары: Флитвуд (Англия), Ардграсс, Портавоги һәм Килкил (Төньяҡ Ирландия), Дан Лири, Скеррис (Ирландия Республикаһы) һ.б.

Иҫкәрмәләр


Tags:

Атлантик океанБөйөк Британия (утрау)Инглиз телеИрландия (утрау)

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ЭминемЮғары кимәлдәге милли доменИлеш районыҒәрәп яҙмаһыШтрих-кодИран пиццаһыҮрге АвстрияҺыуГрадирняФарсы ҡултығыОктябрь революцияһыҠытай1972 йыл21 апрельРәсәйАвжаТырҡышБашҡорт халыҡ ижады (китап серияһы)ИсландияНобель премияһын алған ҡатын-ҡыҙҙар исемлегеОсташев Аркадий ИльичЛенин орденыИртәк (Яйыҡ ҡушылдығы)ҠыҙылҡомБлаговещен (ҡала, Амур өлкәһе)Уильям ШекспирСыуашстанАнтониу ГутеррешАлжирЭволюцияИртәнге намаҙМөхәмәтғата МансуровВольфганг Амадей МоцартИндонезияСуданВена университетыСанкт-ПетербургХалыҡ-ара баскетбол федерацияһыКөнсығышУҡытыусыТура мөйөшлө координаталар системаһыКПРФХанты-Манси автономиялы округы — ЮграЮныс үҙәгеКоклеАш тоҙоБашҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы25 октябрьҒаләмШоңҡаров Ниғмәт Динәхмәт улы20 ғинуарТемәс башҡорт педагогия училищеһыИнйәр ауыл Советы (Архангел районы)Гәрәев Муса Ғайса улыLinuxҒарипов Рәми Йәғәфәр улыКливлендБратислава градыАҙауЛеопард ере (милли парк)ӨлкәнМуҡшы теле17 ғинуарХафиз ШиразиЯҫы селәүсендәрБелоруссияБашҡорт алфавиты🡆 More