Боронғо Башҡортостан

Боронғо Башҡортостан (Әл-Башғырд, Фиәфе-Башҡырт, Башғырдия, Баскардия) – Башҡортостан йөмһүриәтенең һәм сиктәш өлкәләренең ерендә 588-1236 йылдарҙа урынлашҡан боронғо башҡорт дәүләте.

Көнбайышта Иҙел буйы Болғары һәм көньяҡта Дәште Ҡыпсаҡ дәүләттәре менән сикләгән.

Боронғо Башҡортостан
Боронғо Башҡортостан
Боронғо башҡорт дәүләтенең ерҙәре
558 — 1236
Баш ҡала

Өфө

Эре ҡалалары

Өфө, Нәмәгән, Мәрмәр, Ҡорған, Ҡараҡыя

Рәсми тел

боронғо төрки

Дин

Ислам, Тәңреселек

Майҙаны

яҡынса 547 000 км²

Халҡы

200 мең тирәһе кеше (башҡорттар, мажарҙар, фин-уғыр ҡәбиләләре)

Идара итеү формаһы

иртә феодал монархия

Хан
 • VII б.

Һайҙаш

 • XIII б.

Туҡһаба

Тарих

Боронғо башҡорт дәүләтенең ерҙәренең йәғрәфи тасуирламаһын биргән иң тәүге сығанаҡта, Мәхмүт Ҡашғариҙең "Диуан лөғәт ат-төрк" китабында, харитаға «Фиәфе Башҡорт» (башҡорт далалары) тип аталған төбәк төшөрөлгән. Йәғрәфи яҡтан тейешле мәғлүмәт булмауға ҡарамаҫтан, харитаһында ысынлап та башҡорттарҙың Хәзәр диңгеҙе һәм көнбайышта Иҙел үҙәне, төньяҡ-көнбайышта Урал тауҙары һәм көнсығышта Иртеш үҙәне менән сиктәш ерҙә йәшәүе күрһәтелгән, был урындағы яҡынса очерк бирә.

Бине Рөстә, билдәле көнсығыш ғалимы-энциклопедисы, башҡорттарҙы Иҙел, Сулман, Тубыл араһындағы Урал тау һыртының ике яғында һәм Яйыҡ йылғаһы ағымы буйлап өҫтәрәк урынлашҡан бойондороҡһоҙ халыҡ тип һүрәтләй.

Әхмәт ибн Фаҙлан, Джиованни дель Плано Карпини, Гильом де Рубрук Көнсығыш Аурупа һәм Асия халыҡтарының тормошон һүрәтләгән билдәле тарихсылар, шулай уҡ Башҡорт шәжәрәһе башҡорттарҙың үҙаллы дәүләте булған тип раҫлай. Был тарихсылар үҙ халҡы менән идара иткән һәм үҙ ғәскәре булған башҡорт хакимдәрен һүрәтләй. Улар шулай уҡ башҡорттарҙың башҡа халыҡтарҙан айырып торған үҙ мәҙәниәте, теле һәм йолалары булыуын телгә ала. Күренекле Америка ғалимы, төркиәтсе Питер Голден башҡорттарҙың боронғо ижтимағи ҡоролошон өйрәнгәндән һуң улар тураһында былай ти:

Боронғо Башҡортостан  Был дәүләтте хатта империя тип тә атарға мөмкин, сөнки биләгән ере, унда йәшәгән халыҡтың ҡеүәте буйынса ул бындай билдәләмәгә тулыһынса тап килә. Боронғо Башҡортостан 

Боронғо башҡорт ҡалалары башлыса ҡышлау, йәғни ҡышҡыһын йәшәгән урын булараҡ ҡулланылған. Яҙын малсылыҡ хужалығын алып барған башҡорттар йәйләүгә сыға, унда йәй һәм көҙ буйына була. Ошондай уҡ йола күрше Иҙел буйы Болғарында ла булған. Был хаҡта шул осор мосаннифтары (Бәлхиҙең «Ашкал әл-билад» әҫәрендә, Истахриҙең «Китаб мәсәлик әл-мәмәлик» китабында һ.б.) шаһитлыҡ итә. С. И. Руденко фекеренсә, 1236 йылда башҡорт дәүләте тулыһынса монгол империяһы тарафынан яулап алына.

Шулай уҡ Юлиан монахының хисабәтендә былай тиелә:

Боронғо Башҡортостан  Монголдар менән башҡорттар араһында һуғыш 14 йыл дауам итә... Башҡорттар бик күп алыштарҙа еңә һәм, ахыр сиктә, дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөй, шунан һуң монголдар артабанғы яулап алыуҙар өсөн башҡорттар менән иттифаҡ төҙөй Боронғо Башҡортостан 

Ошоноң менән бәйле Алтын Урҙаның күренекле тарихсыһы Герман Федоров-Давыдовтың фекерен килтереү мөһим:

Боронғо Башҡортостан  Башҡорттарҙың үҙ ханы булыуы тураһында һөйләгәндә, ул был башҡорттарға бирелгән айырым өҫтөнлөк булыуын күрһәтә, сөнки улар үҙ ирке менән монгол хакимлеген ҡабул итә; ғәҙәттә монголдар үҙҙәренең көсө менән яулап алған халыҡтарҙың элекке хакимдәрен бер ҡасан да тере ҡалдырмаҫ ине. Боронғо Башҡортостан 

Әл-Иҙриси башҡорт иле тураһында мәғлүмәтте ул ваҡытта билдәле булған ғәрәп сәйәхәтселәре китаптарынан ала. Башҡорт иле тураһында бындай мәғлүмәттәр ғәрәп донъяһына Әл-Иҙриси осоронан күпкә алдараҡ үтеп инә: VIII быуатта болғарҙар һәм башҡорттар араһында Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең сәхәбәһенең дағилек эшмәкәрлеге тураһында уның тере сағында уҡ хәбәр ителгән сығанаҡтар бар. Урта быуат ғәрәп сығанаҡтарында шулай уҡ Ғәрәп хәлифәлегендә юғары хакимлектәрҙең таныуына өлгәшкән һәм ҙур хәрби вазифалар биләгән башҡорттарҙан ҡайһы бер мәмлүктәр телгә алына. Мысыр әмирҙәренең береһе мәмлүк Ғилметдин Сәнжар әл-Башҡорди була.

Ғәскәр

X быуаттың беренсе яртыһында башҡорттар башлығы Башҡорт хан ике мең һыбайлыһы менән Ҡымаҡ ҡағандығы сигендә Хәзәр ҡағанлығы ғәскәрендә хеҙмәт итә. Башҡорт яугирҙәренең ҡорамалдары һөңгө, ҡылыс, уҡ һәм ҡорман, киҫән, төрлө ҡалыптағы ҡалҡандарҙан, ә һуңыраҡ утлы ҡоралдан торған. Ҡайһы бер яугирҙөр алыш алдынан лата һәм ҡалҡан кейгән. Башҡорт ғәскәре меңдәргә, йөҙҙәргә, иллегә һәм ундарға бүленә, уларҙың һәр береһенең башында түрәләр тора. Башҡорттарҙың хәрби тактикаһы атлы ғәскәрҙең төп роле менән айырылып тора һәм яйлап күрше күсмә халыҡтар менән даими бәрелештәрҙә үҫешә. Шулай уҡ Әл-Истахри, Ғардизи башҡорттарҙы тасуирлап, был халыҡтың ике меңгә тиклем атлы яугиры бар тип яҙа.

Административ ҡоролошо

Башҡалаһы әлеге Өфө урынында урынлашҡан Башҡорт ҡалаһы булған. Тағын Нәмәгән, Мәрмәр, Ҡорған, Ҡараҡыя тигән ҡалалар урынлашҡан.

Хакимдәр

Хандар:

  • Баба-Түкләс (XI б.)
  • Тырма (XI б.)
  • Ҡаҙансы (XI б.)
  • Ислам-ҡыя (XII б.)
  • Ҡара-ҡыя (XII б.)
  • Ҡотло-ҡыя (XII б.)
  • Туҡһаба (XII б.)

Бейҙәр:

  • Уйшын-Майҡы (1210-1220)
  • Алсаҡ (1220-1230)
  • Шаҡмаҡлы (яҡынса 1230)
  • Болғайыр (1230-1240)

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Әҙәбиәт

  • Антонов И. В. Ал-Идриси о башкирах и стране башкир // Проблемы истории, филологии, культуры. 2010.
  • Овсянников В.В., Псянчин А.В. Документы и материалы по истории башкирского народа. 2012
  • Валиди А.-З. История башкир. Уфа: Китап, 2010.

Сығанаҡтар

Tags:

Боронғо Башҡортостан ТарихБоронғо Башҡортостан ҒәскәрБоронғо Башҡортостан Административ ҡоролошоБоронғо Башҡортостан ХакимдәрБоронғо Башҡортостан Шулай уҡ ҡарағыҙБоронғо Башҡортостан ӘҙәбиәтБоронғо Башҡортостан СығанаҡтарБоронғо БашҡортостанБашҡортостанБашҡорттарВолга буйы БолғарыДәште Ҡыпсаҡ

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Рошане ЗафарЭдинбургЭквадорБашҡортостандағы фәнни мәктәптәрШишәмбеСамрау1939Коммерцияға ҡарамаған ойошма20 февральЭукариоттарБикбирҙин Йәүҙәт Зәйнулла улыАнри МатиссВулканСалауат ЮлаевИң ҙур дәүләттәр исемлегеОло Теләк районыМөнәжәтУйын киноһы2022 йылСауҙаДэн Сяопин16 июньХафиз ШиразиИосиф IIБашҡорт ир-ат исемдәреАрБоливияМолдоваИндуизмБахрейнУшанов Ғиниәт Ғабдулла улыМөтәкәллимдәрКөнбайыш фәлсәфәһеКарловы ВарыКиев1972 йылКонсерватизмӘнәкШривиджаяБингьолБайғаҙы (Силәбе өлкәһе)РифәғилекШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыЖуңғар ханлығыЮғары кимәлдәге милли доменWikiLeaksКоклеБелоруссияХөсәйен ибн АлиӘрзинжан (провинция)Рун яҙмаһыХитинТранслитерацияБашҡортостан мәҙәниәте/Халыҡ артистарыТемәс башҡорт педагогия училищеһыЙылға һикәлтәһеКиев РусеБөтә Донъя СелтәреРим империяһыАзия олимпия советыҠытайБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрының опера труппаһыБеренсе йөк ташыу компанияһыАкарологияЖанна д'АркИртәнге намаҙКарел ҡайыныЦунамиБолгарҙар🡆 More