Урал Тауҙары

Урал, таулы физик-географик ил, меридиональ йүнәлештә Кар диңгеҙенән Ҡаҙағстан далаларына тиклем һуҙылған ер.

Оҙонлоғо 2000 км. Киңлеге 40-60 км, урыны менән 100 км-га етә.

Урал тауҙары
Урал Тауҙары
УрынлашыуыРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан
Барлыҡҡа килеү осороДевон (410—360 млн йыл элек) — Триас (251—199 млн йыл элек)
Оҙонлоғо2500 км
Киңлеге40-150 км
Иң бейек түбәһеНародная
Тау түбәһе бейеклеге1895 м
Урал Тауҙары Викиһаҡлағыста категория
Урал Тауҙары
Шүлгән Таш мәмерйәһе

Урал

Антик сығанаҡтарҙа Уралды йыш ҡына Рифей тауҙары йәки Гиперборея тауҙары атамаһында бирәләр. Клавдий Птолемей мәғлүмәттәре буйынса, Урал тауҙары өс өлөшкә бүленә: Римнус, Норостар һәм Гиперборея. Римнус (Көньяҡ Урал) - Яйыҡ йәки Ҡариҙел йылғалары аҡҡан яҡ; Урта Уралда (Норостар) Яйыҡ (Урал) аға, Төньяҡ Урал (Гиперборея) йылғалары күрһәтелмәгән Рифей тауҙары — һис шикһеҙ Каспий, Ҡара диңгеҙ һәм Балтика (Сармат океаны) араһындағы һыу айырғыс тип таныла и др.

Беренсе йылъяҙмаларҙан уҡ («Повесть временных лет» - б.э. XI быуат) — урыҫтар Урал тауҙарын Билбау, Себер тауы, Ҙур таш, йә иһә Ер Билбауы тип атағандар.

Рус дәүләтенең XVI быуаттың икенсе яртыһында эшләнгән тәүге картаһында («Большой Чертёж»), Урал «Ҙур Таш» атамаһы менән билбауға оҡшаған тау рәүешендә төшөрөлгән, унан әлеге Златоуст заводтарына ингән өлөштә, бер аҙ көньяҡтараҡ һәм төньяҡтараҡ күп йылғалар ағып төшөүе күренә; урыҫтар ҙа башта тик ошо өлөштө генә Урал тип атаған

Башҡорт телендә «Урал» топонимы бик боронғо, бәлки тәүтөрк хәлдә саҡҡа ҡайтарып ҡалдырыла. Уны башҡ. үр ~ др.-тюрк. *ör «бейеклек, ҡалҡыулыҡ» тигән һүҙ менән бәйләйҙәр. Бынан тыш, «Урал» башҡортса «урау», йәғни «билбаулау», «уратыу» тигәндән килеп сыҡҡан тигән икенсе фараздар ҙа бар.

Хәҙерге заман топонимикаһы ике төп версияны килтереп сығарҙы. Манси версияһы авторы Э. К. Гофман Урал атамаһын мансиҙағы «ур» (тау) һүҙе менән бәйләй. XX быуатта был теорияны венгр ғалимдары — манс. ур ала (тау үре) тигән менән бәйләп, дауам итә. Әммә мансиҙар үҙҙәре Уралды Нөр (Таш) тип атай һәм бер ваҡытта ла «ур ала» төшөнсәһен ни Уралға, ни уның айырым тауҙарына ҡарата ҡулланмаған. Икенсе версия топонимдың башҡорт теленән килеп сығыуын тәҡрарлай. Ысынлап та, Уралдың автохтон халыҡтарынан тик башҡорттар ғына уны шулай атаған һәм был телдә, легендаларҙа һәм ғәҙәт-йолала һаҡланып килә ("Урал-батыр" эпосы). Уралдың башҡа халыҡтары - (хант, манси, коми, ненец) Урал тауҙарын ҡәҙимдән икенсе төрлө атай: коми Из, манс. Нёр, хант. Кев, нен. Нгарка Пэ.

Галерея

Ҡаҙылма байлыҡтары

Урал — төрлө файҙалы ҡаҙылдыҡтар хазинаханаһы. СССР-ҙа сығарылған 55 төрлө ҡаҙылдыҡтың 48 төрө Уралдан булған. Уралдың көнсығыш райондарына баҡыр колчеданы мәғдәне хас (Гай, Сибай, Дегтяр, Кировград һәм Красноурал ҡаҙылдыҡ сығарылған урындары), скарн-магнетит ҡаҙылдыҡтары (Гороблагодатское, Высокогорск). Бокситтар һәм асбест күбеһенсә Төньяҡ-Уралда сығарыла.

Уралдың көнбайыш битләүендә һәм Урал янында ташкүмер алына (Печора күмер бассейны, Кизел күмер бассейны), нефть һәм газ (Волга-Урал нефть-газ өлкәһе, Ырымбур газ-конденсат етештереү майҙаны), калий тоҙҙары (Үрге Кама бассейны). Урал бигерәк тә аҫылташтары менән данлы (зөбәржәт, аметист, аквамарин, йәшмә, родонит, малахит һәм башҡалар). Тау ҡуйынында ике йөҙләп төрлө минерал осрай.Урал малахитынан һәм йәшмәһенән Петербург Эрмитажына ҙур һауыт эшләнгән, шулай уҡ ҡабырғалары һәм алтарь ошо таштар менән биҙәлгән.

Географик аспекттар

Урал Тауҙары 
Урал тауҙары рельефы.

Көнсығышта Көнбайыш Себер уйһыулығы, көнбайышта - Көнсығыш Европа тигеҙлеге. Урал тауҙарының көнсығыш итәгендә шартлы Европа-Азия сиге үтә.

Географик яҡтан Урал тауҙары 5 өлөшкә бүленә:

Төньяҡта Урал һырты дауамы итеп Пай-Хой тау системаһын, көньяҡта  Муғалжарҙы һанарға мөмкин. Файл:Ural mountains 3 448122223 93fa978a6d b.jpg|thumb|250px|Поляр түңәрәк эргәһендәге Урал — иң бейек ҡаялары ошонда

Тау һырттары

Түбәләр

Иң бейек түбәләр:

  • Пай-Хой — Мореиз (Вэсэй-Пэ) тауы (423 м).
  • Поляр Урал — Пайер тауы(диңгеҙ кимәленән 1472 м ).
  • Поляр түңәрәк яны Уралы — Народная тауы (1895 м), Манарага тауы (1662 м).
  • Төньяҡ Урал — Тэлпосиз тауы (1617 м).
  • Урта Урал — Конжаковский Камень тауы (1539 м).
  • Көньяҡ Урал — Ямантау (1640 м), Оло Ирәмәл (1582 м).
  • Мугоджары — Боктыбай тауы (567 м).

Күлдәре

Күлдәре күп, билдәлеләрҙән - Таватуй (Екатеринбургтан 50 км төньяҡтараҡ), шулай уҡ Силәбе өлкәһенең төньяғында йөҙҙәрсә эреле-ваҡлы күлдәре, бер аҙы Свердловск өлкәһенең көньяҡ-көнсығышында. Ҡайһы берҙәренең - мәҫәлән, Өйәлгенең (Иртәш тип тә йөрөтәләр) оҙонлоғо 10 км-ға етә. Силәбе күлдәренә Түрғәяҡ, Оло Кәҫле һәм башҡа күлдәр инә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Урал Тауҙары УралУрал Тауҙары ГалереяУрал Тауҙары Ҡаҙылма байлыҡтарыУрал Тауҙары Географик аспекттарУрал Тауҙары ИҫкәрмәләрУрал Тауҙары ҺылтанмаларУрал ТауҙарыТауҠаҙағстан

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

МакроиҡтисадРун яҙмаһыМария-АнтуанеттаКүсемһеҙ мөлкәт2009 йылГәзитУрду телеСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)XIX быуатТәбиғәтТемператураБеляев Павел ИвановичҒаләмВикипедияҒәрәп телеБашҡорт алфавитыҠәҙим АралбайАйғырВикикитапханаЙоһанн Вольфганг фон ГётеТанзанияҠылымXII быуатСатурн (планета)Дәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыБанкнота2020 йылАвтомобильГазпром Нефтехим СалауатЯпон телеҠошсоБашҡортостан РеспубликаһыЗакир ҺаҙыйҠояшУсманов Хәсән Хәжиәхмәт улыАҙанғол (Мәсетле районы)Диего ВеласкесӨфө «Нур» татар дәүләт театрыЕкатерина IIГордеев Михаил ВикторовичҠара гөбөргәйелНоябрьРостов АренаЫрымбур губернаһыКаракасКаспаров Гарри КимовичИсем (һүҙ төркөмө)ШвейцарияТатарстан РеспубликаһыМиланГлобаль йылыныу7 апрельВикиӨфө губернаһыГренландияИсҡужин Мөхәмәтғәле Ғәли улыМамыҡ ҡанатлыларБашҡорт дәүләт университетыСәлимов Ниязбай Булатбай улыИордания🡆 More