Анкара

Анкара́ (Анҡара; төр. Ankara) — Төркиәнең баш ҡалаһы.

Ҡала халҡы 4,9 миллион кешенән күберәк. Халыҡ һаны буйынса икенсе ҡала. Анҡарала Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы (ТӨРКСОЙ), Төркиәнең юғары кассация суды (Яргытай) штаб-фатиры урынлашҡан.

Ҡала
Анкара
Ankara
Анкара
Ил

Төркиә

Статус

баш ҡала

Координаталар

HGЯO

Мэр

Ибрахим Мелих Гёкчек

Элекке исеме

Ансира

Майҙаны

1 417 км²

Высота НУМ

938 м

Халҡы

4 890 893 кеше (2011)

Тығыҙлығы

3451 кеше/км²

Этнохороним

анкарасы

Сәғәт бүлкәте

UTC+2, йәйге UTC+3

Телефон коды

+90 312

Почта индексы

06x xx

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

ankara.bel.tr
 (төр.) (инг.)

Анкара (Төркиә)
Анкара
Анкара

Географияһы

Ҡала Анатолия яҫы таулығында, Анкара һәм Чубук йылғалары ҡушылған ерҙә, диңгеҙ кимәленән 938 м бейеклектә урынлашҡан, был илдең үҙәк өлөшө. Ҡара диңгеҙгә тиклем алыҫлыҡ яҡынса 400 км тәшкил итә, Урта диңгеҙгә — 500 км.

Тарихы

Анкара 
Анкара, XVIII быуат картинаһы.

Анкара — Кесе Азияның иң боронғо ҡалаларының береһе. Б.э.т. VII быуаттан беҙҙең эраға тиклем грекса А́нгора йәки А́нкира (Ἄγκυρα, «якорь») тигән атама менән билдәле булған. Ул Европа менән Азияның ҡыҙыу сауҙа бәйләнештәре киҫелешендә урынлашҡан. Византияның һуңғы осоронда ҡалала бик күп бай грек ғаиләләре йәшәгән булған.

1071 йылда, Византия империяһы армияһының Манцикерт янындағы еңелеүенән һуң, Анкара сәлжүктәр ҡулына күсә. Ул саҡта христиандарҙы ҡырыу булмай әле.

1098 йылда ҡаланы төрөктәрҙән Беренсе тәре яуы тартып ала, әммә улар китеү менән ҡалаға төрөктәр кире ҡайта.

1118 йылда византиялар Ангираны ваҡытлыса кире ҡайтара алалар. Мәгәр 1176 йылда төрөктәрҙән еңелеүҙәре, 1182 йылда ҡамауҙа ҡалыуҙары һөҙөмтәһендә гректар Ангираны һаҡлап ҡала алмай. 1183 йылда гректар ҡаланы инде бөтөнләйгә ҡулдан ысҡындыра. XII быуат ахырында ҡалала православие бик тиҙ кәмей.

1402 йылда Анкара янында Аҡһаҡ Тимер менән солтан Баязит I араһында яу сыға, ул тарихҡа «Анкара яуы» (рус. Ангорская битва) булып инеп ҡала. Солтан ғәскәре ҡыйратыла, ә үҙе Аҡһаҡ Тимергә әсир булып төшә. Был хәлдәрҙән һуң ҡала бөлгөнлөккә төшә, Морат II осоронда ҡала яйлап үҫә һәм тергеҙелә башлай.

1912 йылда бында йәшәгән халыҡ һаны: төрөктәр — 32 692 кеше, әрмәндәр — 12 019 кеше, гректар — 3 154 кеше.

1919 йылда ҡалала төрөк милли-азатлыҡ хәрәкәте юлбашсыһы Мостафа Кәмал Ататөрктөң төп ставкаһы тора

1922 йылға тиклем Анкара ҡәҙимге ҡала булып тора. 1923 йылдың 13 октябрендә Анкара баш ҡала тип иғлан ителә.

Халҡы

Халҡы — 4 890 893 кеше (2011).

Анкарала йәшәүселәр
2011 4 890 893
2010 4 431 719
2009 4 306 105
2008 4 194 939
2007 3 763 591
2000 3 203 362
1997 2 917 602
1990 2 559 511
1985 2 228 398
1980 1 800 587
1975 1 606 040
1970 1 236 152
1965 905 660
1960 650 067
1955 451 241
1950 288 536
1945 226 712
1940 157 242
1935 122 720
1927 74 553
Йыл һәм халҡы
(2008)
0—4 331 158
ИР-АТ ҠАТЫН-ҠЫҘ
5—9 345 329


10—14 357 559


15—19 354 576


20—24 419 914


25—29 431 961


30—34 398 132


35—39 373 252


40—44 342 467


45—49 310 850


50—54 257 265


55—59 195 040


60—64 140 901


65—69 104 618


70—74 74 064


75—79 62 950


80+ 48 894


Хакимиәт

Ҡала властары хөкүмәттән ҡуйылған губернатор етәкселек иткән төбәк хакимиәтенә буйһона. Ҡалаға һайланып ҡуйыла торған Ҡала советы һәм уның алдында яуаплы мэр идара итә. Оло Анкараның 17 муниципалитеты, 422 мәхәлләһе һәм 82 ауылы бар.

Иҡтисады

Анкара — Төркиәнең (Истанбулдан һуң) әһәмиәте һәм потенциалы буйынса икенсе иҡтисади үҙәге. Уның үҫеше транспорт юлдарында уңайлы урынлашыуы, дәүләт хеҙмәткәрҙренең һәм студенттарҙың байтаҡ һаны, сәнәғәт объекттары, банктар һәм сауҙа компаниялар булыуы менән билдәләнә. Ҡаланың Ҡарабәктәге металлургия базаһына, таш күмере Зыңғылдаҡтағы таш күмере ҙе сығарған урындарға һәм эре ауыл хужалығы сеймалы сығанаҡтарына яҡын булыуы ҡалала һәм уның тирәһендә эшкәртеү сәнәғәтен үҫтереүгә булышлыҡ итә. Сәнәғәт предприятиелары ҡаланың төрлө райондарында урынлашмаһын өсөн1990 йылда тәүге сәнәғәт зонаһы барлыҡҡа килә, унда Анкара индустрияһының яҡынса 80 % туплана.

«Остим» һәм «Иведик» промзоналары бар, унда башлыса урта һәм ваҡ предприятиелар туапланған. Оло Анкара районында 2,3 һәм 5 сәнәғәт зоналарын булдырыу буйынса эштәр башланған. Анкара сәнәғәт палатаһында яҡынса 3000 предприятие теркәлгән. Бөтәһе 53 мең тирәһе сәнәғәт объекттары бар, уларҙа 380 меңдән ашыу кеше эшләй, улар араһынан 19 % — автомобиль һәм авторемонт сәнәғәте, 14 % — электр-техник тармағында һәм 10 % — аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә. 45 мең кеше рәсми рәүештә эшһеҙ тип һанала.

аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә10-14 кешелек бәләкәй кафелар таралған. Шәкәр, һөт һәм ит аҙыҡтары, сәскәләр етештереү буйынса, цемент предприятиелары, грузовиктар эшләү заводы бар. Анкарала шулай уҡ кейем тегеү, медицина препараттары һәм ҡоролмалар әҙерләү буйынса предприятиелар бар. Бик тиҙ темптарҙа туҡыу һәм мебель сәнәғәте үҫешә.

Анкара — әһәмиәте буйынса Истанбулдан һуң Төркиәлә икенсе финанс-кредит үҙәге. 2002 йылда баш ҡалала яҡынса 600 бүлек һәм 3 дәүләт һәм 30 шәхси банктар иҫәпләнә. Ҡала шулай уҡ милли сауҙала байтаҡ роль уйнай.

Транспорты

Илдең үҙәгендә урынлашҡан Анкара иң мөһим төрөк ҡалалары — Истанбул, Измир, Балыҡкәсир (көнбайышта), Испарта һәм Бурдур (көньяҡ-көнбайышта), Зыңғылдаҡ (төньяҡта), Адана (көньяҡта), Диярбаҡыр (көнсығышта) тура тимер юлы менән бәйләнгән. Ул мөһим шоссе киҫелешендә урынлашҡан. Халыҡ-ара автобутары Төркиәнең төрлө райондарына йөрөй, улар аша — сит илгә. Халыҡ-ара автотранспорт бәйләнеше Анкара аша 100-ҙән ашыу компанияның 3,3 мең төрлө автомобиле һәм 110 фирманың 161 автобусы менән булдырыла. Баш автовокзал тәүлегенә 100 автобус ҡабул итә, Ҡызылайҙа урынлашҡан ?әм ҡала үҙәге менән автобус элемтәһе менән бәйләнгән. Баш ҡаланан 30 км алыҫлыҡта халыҡ-ара Эсенбога аэропорты урынлашҡан. ул шулай уҡ Төркиә ээсендәге рейстарҙы тәьмин итә.

Анкара ҡала йәмғиәт транспортын автобустар, Ankaray еңел рельслы транспорт линияһы, дүрт метро линияһы һәм ҡанат юлы тәшкил итә. EG компанияһы Анкара ҡала йәмғиәт транспортының операторы булып тора.

Фотогалерея

Анкара 
Төркиәнең юғары кассация суды (Яргытай) йорто.
Анкара 
Халыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы (ТӨРКСОЙ) штаб-фатиры.

Транспорт

Эсенбоа халыҡ-ара аэропорты

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Поспелов Е. М. Географические названия мира. Топонимический словарь / отв. ред. Р. А. Агеева. — 2-е изд., стереотип. — М.: Русские словари, Астрель, АСТ, 2002. — 512 с. — 3 000 экз. — ISBN 5-17-001389-2.
  • Приложение к журналу «Новое время», выпуск 2, 1971 год.

Һылтанмалар

Tags:

Анкара ГеографияһыАнкара ТарихыАнкара ХалҡыАнкара ХакимиәтАнкара ИҡтисадыАнкара ТранспортыАнкара ФотогалереяАнкара ТранспортАнкара ИҫкәрмәләрАнкара ӘҙәбиәтАнкара ҺылтанмаларАнкараТөркиәТөрөк телеХалыҡ-ара төрки мәҙәниәте ойошмаһы

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ЙәйәләрИлбәкова Франгиза Фәнән ҡыҙыКаракасЯн ВермеерҠошсоБөйөк Ватан һуғышыПортугалияTendenceЫрыу (биология)Күбәләк (ырыу)БиблияЕрәнсә сәсәнБашҡортостан байрамдарыТаралған йондоҙҙар тупланмаһы14 ноябрьБашҡорт телеӨмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улыБикбаев Рауил Төхфәт улыХалыҡ-ара валюта фондыМалайзияСидней112-се Башҡорт кавалерия дивизияһыТүбәнге Новгород өлкәһеАнтарктидаИсем (һүҙ төркөмө)Ханты-Манси автономиялы округы — ЮграHTMLФинанстарҒаләмРәсәй ФедерацияһыБейсболБеляев Павел ИвановичSkypeОло Алаҡай күленең таш палаткалары17 сентябрьҠәҙим АралбайҠарға бутҡаһыМәккәIKEA11 ноябрьҠара гөбөргәйелАрхеологияДаянова Тәскирә Байрам ҡыҙыИорданияХажИнтернет12 сентябрьАбай ҠонанбаевБашҡорт балыОҙон көйАуылФранц Петер ШубертИсмәғилев Заһир Ғариф улыҒарипов Рәми Йәғәфәр улыЯнцзыНаполеон IИкенсе донъя һуғышыЫрымбур губернаһыМуса ЙәлилНазар НәжмиСыуаш милли кейемеФлорида2012 йылТөркиәКомикс🡆 More