Ҡарағас

Ҡарағас (лат. Lárix) — ҡарағайҙар ғаиләһенә ҡараған ағас үҫемлектәр төрө, ылыҫлы ағастарҙың иң таралған тоҡомдарының береһе.

Йыл һайын ҡышҡылыҡҡа ылыҫын ҡоя.

Ҡарағас
Рәсем
Халыҡ-ара ғилми атамаһы Larix Mill., 1754
Таксономия рангыһы Ырыу
Яҡындағы юғарыраҡ кимәлдәге таксон Laricoideae[d]
Таксондың халыҡ атамаһы larch, Lork, 落叶松属, 落叶松属[…] һәм macesen
Этот таксон является источником ҡарағас[d]
GRIN URL npgsweb.ars-grin.gov/gri…
PAEnflowered taxon URL paenflowered.org/apgii/p…
Ҡарағас Ҡарағас Викимилектә


Аталышы

Боронғо латин телендә Larix һүҙе тигән һүҙ Европа ҡарағасын, шул иҫәптән Өлкән Плиний, Витрувий һәм Лукан ҡулланған. Фәнни атама булараҡ әҙәбиәткә Карл Линнейға тиклем күпкә алдараҡ, XVI быуат башында индерелә. Килеп сығышы бөтөнләй асыҡ түгел. Ҡайһы бер авторҙар фекеренсә, был ыҫмаланың галдарҙағы атамаһы, йәки кельттарҙағы lar һүҙенән — мул, бай (ыҫмалаһы күп). Башҡалар фекеренсә, был һүҙ латин телендәге laridum, lardum һүҙенән — майлы, сөнки ағастар ныҡ сыҙамлы. Архитектура тураһында хеҙмәтендә Витрувий Ларигнум ҡалаһы тураһында легенданы телгә ала. Уның ҡарағастан эшләнгән стеналарын ҡамаусылар яндыра алмаған, шунан һуң ағасҡа был ҡала исеменән атама бирелгән. Карл Линней төр атамаһы сифатында файҙаланылған был һүҙҙе ҡарағасты ҡарағайҙан айырыу өсөн ҡулланған.

Урыҫтар «лиственница» тигән исем ошо ылыҫлы ағастың ҡылығына ҡарап бирә: йыл һайын ҡышҡа япраҡлы ағастар кеүек энәһен ҡоя

Таралышы һәм үҫеү мөхите

Евраазияның һәм Төньяҡ Американың урта, һыуыҡ (субарктик) һәм альп аралығы (субальпик) бүлкәттәре өлкәләрендә үҫә. Донъяла һәм Рәсәйҙә һан буйынса иң күп таралған ағас. Рәсәйҙән тыш тәбиғи ареалы Европа менән Азияның ҡайһы бер илдәренең таулы өлкәләрен солғап алған. Шулай уҡ тәбиғи хәлдә Канада биләмәләрендә лә киң таралған. АҠШ-тың төньяҡ биләмәләрендә һәм Аляскала һирәгерәк. Ул таҙа ҡарағас урмандары булып та, шул уҡ ваҡытта башҡа ағастар менән ҡатнашып та үҫә. СССР биләмәһендә ҡарағас урмандары (бар төрҙәрен дә иҫәпкә алып) 258 млн гектар майҙанды тәшкил иткән (яҡынса илдең барлыҡ урмандарының 40 % тирәһе). Ә сеймал ағас запасы 26 млрд м³-ҙан күберәк булған. Яңыртылған мәғлүмәттәр буйынса, Рәсәйҙә ҡарағас урмандарының майҙаны яҡынса 264 миллион гектарға баһалана, дөйөм урман ҡаплаған майҙандарҙа уларҙың өлөшө шул уҡ кимәлдә тиерлек ҡалған, ә уларҙа дөйөм ағас запасы — 23,1 миллиард м3.

Ботаник мәғлүмәт

Уңайлы шарттарҙа 50 метрға тиклем үҫә. Был осраҡта олононоң диаметры 1 метрғаса етә. 300—400 йыл йәшәй, 800 йылғаса йәшәгән ҡарағастар ҙа теркәлгән.

Ағастың сатыры йомшаҡ, кәүшәк. Йәш ағастар ҡояшта ялтырап тора, һәм улар конус формаһында. Ағас ҡартайған һайын төрлө ҡиәфәткә инә. Улар түңәрәк, йомортҡа формаһында була. Өҫ яғы тупаҡҡа әйләнә. Бер туҡтауһыҙ ел иҫкән урындарҙа бер яҡҡа ғына ҡараған флаг рәүешендә була.

Ылыҫы бер йыллыҡ, йомшаҡ. Асыҡ йәшел. Үрентеләр әйләнмә рәүешендә, шулай уҡ берәрләп урынлашҡан, ә ҡыҫҡа үрентеләрҙә һәр береһендә 20 — 40 (50) данала булған шәлкемдәрҙә.

Көҙөн ҡарағас ылыҫтарын ҡоя.

Ҡарағас 
Сатыр рәүешеге Себер ҡарағасы ҡыш көнө
Ҡарағас 
Тубырсыҡтары һәм башаҡтары. Яҙ
Ҡарағас 
Тубырсыҡтары йәйгеһен
Ҡарағас 
Көҙгө тубырсыҡтар

Ҡарағас — бер өйлө ағас. Ата башаҡтар йомро — йомортҡа һымаҡ, төҫө һары, оҙонлоғо 5-тән — 10 мм-ғаса. Һеркәһе ике һеркәлекле. Һеркәләрендә һауа моҡсалары юҡ. Инә тубырсыҡтар ҡыҙғылт-алһыу йәки йәшел төҫтә. Һеркәләнеү осоро ылыҫын ярған ваҡытта йәки ярып бөткәс башлана. Көньяҡта апрель — майҙарға тура килһә, төньяҡта — июндә. Тубырсыҡтары сәскә атҡан йылдың көҙөнә өлгөрә. Ул йомортҡа формаһында йәки оҙонса түңәрәк рәүешендә булырға мөмкин. Оҙонлоғо 5-тән 10 мм-ғаса. Орлоҡ ҡабырсыҡтары ҡаты, ҡаплағыстарынан оҙонораҡ. Тубырсыҡтар өлгөрөп етеү менән йәки яҙғыһын асыла. Орлоҡтары ваҡ, йомортҡа формаһында, ян-яҡта тығыҙ йәбешкән япраҡтары була. Ағас 15 йылдан һуң ғына емешләнә башлай. Иң емешле йылдары 6 — 7 йыл аша ҡабатланып тора. Орлоҡтарының шытымы түбән.

Ағастың тамыры ғәҙәти шарттарҙа бик көслө, тармаҡлы. Үҙәк тамыры бик үҫешмәгән, әммә ян тамырҙары тәрәнгә китә, улар көслө елдәргә ҡаршы тороуға ярҙам итә. Үтә еүеш тупраҡта, шулай уҡ мәңгелек туң ерҙәрҙә тамырҙары өҫтә. Ундай ағастар елгә бирешеп бара, көслө ел ваҡытында ауып барыусан.

Ҡарағас — яҡты яратыусы ағас. Яҡтылыҡ етерлек булған урындарҙа ул тиҙ үҫә, яңыра. Яҡшы шарттар булғанда ла, улар етеҙ үҫә. 20 йәшлек ағастар йылына 50 — 100 см-ғаса үҫергә мөмкин. Яҙғы ҡырауҙарға бирешмәй. Ҡышҡы түбән температуралы һыуыҡтарға тотороҡло. Йылыға талымһыҙ, шуға ла Поляр түңәрәк аръяғында ла, бейек тауҙарҙа ла киң таралған.

Ҡарағас 
Царское Селола ҡарағас аллеяһы

Тупраҡҡа ла бик талымһыҙ. Мүк баҫҡан һаҙлыҡта ла, үтә дымлы ерҙәрҙә лә, мәңгелек туңлыҡта ла, ҡоро ҡаялы тау итәктәрендә лә берҙәй үҫә. Әлбиттә, ундай уңайһыҙ ерҙәрҙә зәғиф һәм кәрлә булалар. Яҡшы тупраҡтар ҡарағасҡа матур булып үҫеүгә уңайлы шарттар тыуҙыра. Бындай урындар — һөҙәк тау итәктәре һәм йылға үҙәнлектәре. Йәш үҫентеләр кимереүселәргә бирешеп бармай.

Ҡулланыу

Ҡарағас 
Көнсығыш Саян тауҙарында көҙгө ҡарағас урманы, Бүрәт Республикаһы, Рәсәй

Ағастың үҙәге (үҙағас) тар сөсөклө һәм ҡыҙыл бурҙат йәҙрәле, һығылмалы, ҡаты, ныҡлы, ыҫмалалы, сереүгә ҡаршылығы ныҡ тотороҡло. Яңы ғына киҫелгән сағында ауырлыҡ күләме массаһы — 0,9—1,1, асыҡ һауала ятып кипкәс, 0,7—0,8. Ныҡлығы һәм оҙаҡ ваҡыт бер нимәгә бирешмәй һаҡланыуы сәбәпле, ул һәр ерҙә киң ҡулланыла. Төҙөлөш эштәренән башлап химия сәнәғәтенә тиклем ҡулланылыш тапҡан. Ҡатылығы буйынса ул тик имәндән генә бер аҙға ғына, 1 пунктҡа ҡалыша. Бринелль шкалаһы буйынса имән 110 берәмек булһа, ҡарағас 109 берәмек тәшкил итә.

Ағас материалы булараҡ, үҙенсәлеге буйынса сағыштырмаса тотороҡло булыу сәбәпле, уны башҡа төрҙәргә ҡарағанда йышыраҡ сей килеш файҙаланалар. Әлбиттә, ыҫмалалығы юғары булғанға, төҙөлөш материалы булараҡ файҙаланыу мәшәҡәттәр тыуҙыра. Ҡарағас тулыһынса кибеп етеп, ыҫмалаһы тығыҙланһа, ҡағылған ҡаҙауҙы кире һурып сығарып булмай. Мәғдән (металл) ҡаҙау өҙөлөп ҡала. Шулай уҡ унан ярылған таҡта бик ауыр һәм ыҫмалалы. Берәй конструкция төҙөргә булһа, мотлаҡ өҫтәлмә технологик операциялар уйлап табыу талап ителә. Саморездар йәки резьбалы тоташтырғыстар һәм өҫтәлмә ҡорамалдар кәрәк буласаҡ.

Ҡарағастың ҡайыры 18 % таннидтарҙан тора. Ул бурҙат-алһыу төҫтә, һәм туҡымалар, күн материалдар буяуҙа файҙаланыла.

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

  • Анненков|Pinus Larix
  • Лиственница // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Книга:Биологический энциклопедический словарь|с=324
  • Бобров Е. Г. История и систематика лиственниц. — Л., 1972.
  • Авров Ф. Д. Экология и селекция лиственницы. — Томск: Спектр, 1996
  • Андриянова Е., Мочалова О., Фирсов Г. Глухариные сады : Видоизменение кроны лиственницы под воздействием экстремальных факторов // Цветоводство : журнал. — 2008. — № 5. — С. 28—29.
  • Воробьёв Д. П. Дикорастущие деревья и кустарники Дальнего Востока. — М.: Наука, 1968.
  • Дылис Н. В. Сибирская лиственница. (Материалы к систематике, географии и истории). — М.: изд-во МОИП, 1948. — Нов. сер., бот., вып. 2. — 139 с.
  • Дылис Н. В. Лиственница Восточной Сибири и Дальнего Востока. Изменчивость и природное разнообразие. — М., 1961. — 210 с.
  • Дылис Н. В. Лиственница. — М.: Лесн. пром-сть, 1981. — 96 с. — (Б-течка «Древесные породы»). — УДК 630* 174.753
  • Кабанов Н. Е. Хвойные деревья и кустарники Дальнего Востока. — М.: Наука, 1977.
  • Орлова Л. В. Конспект дикорастущих и некоторых интродуцированных видов рода Larix Mill. (Pinaceae) флоры Восточной Европы // Новости систематики высших растений. — 2011. — Т. 43. — С. 5—18.
  • Солодухин Е. Д. Деревья, кустарники и лианы советского Дальнего Востока. — Уссурийск, 1962.
  • Усенко Н. В. Деревья, кустарники и лианы Дальнего Востока. — Хабаровск: Кн. изд-во, 1984.
  • Цветоводство: журнал. — 2007. — № 5. — С. 38—41.

Tags:

Ҡарағас АталышыҠарағас Таралышы һәм үҫеү мөхитеҠарағас Ботаник мәғлүмәтҠарағас ҠулланыуҠарағас ИҫкәрмәләрҠарағас ӘҙәбиәтҠарағасЛатин телеҠарағай

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Сәлимов Ниязбай Булатбай улыҠәҙим Аралбай1809 йылАлмаш (һүҙ төркөмө)КатарРИА НовостиАнглияБашҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһыХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЭнциклопедияОло Алаҡай күленең таш палаткаларыХәйбуллин Ишморат Нәзир улыФазлиәхмәтов Азат Миҙхәт улыЯпония24 майАпрель (Алағарай)Совет Социалистик Республикалар СоюзыБеляев Павел ИвановичГазпром Нефтехим СалауатМөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улыМәҫәлЕйәнсура районыФутболТултырыусыЭукариоттарСифатЙондоҙҙарИгебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улыХалыҡ-ара валюта фондыЫрымбур губернаһыХәсән НазарҒаләмҺарыҡты кем ашаған?АрхеологияТикеев Данис Солтан улыБөтә донъя мираҫыИсем (һүҙ төркөмө)Таралған йондоҙҙар тупланмаһы19 августНазаров Рәшит Сәйетбаттал улыАвстралияКәкүк25 апрельБашҡорт ҡатын-ҡыҙ исемдәреХрущёв Никита СергеевичФәйзуллина Гәүһәр Садиҡ ҡыҙыРизаитдин Фәхретдинов26 майНефтьТөмән өлкәһеСанкт-ПетербургМоро ислам азат итеү фронтыКорея РеспубликаһыХисамов Ғәлим Афзал улыМәжүсилекХәбиров Фәрит Барый улыҒәрәп теле2017 йылСүриә теле🡆 More