Ҡансыра (рус. Канчура) — Башҡортостандың Көйөргәҙе районындағы ауыл.
2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 181 кеше. Почта индексы — 453367, ОКАТО коды — 80239860004.
Ауыл | |
Ҡансыра | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды | 02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
Ҡансыра бөгөн яңы урында — Ҡарағай-Кирәүле йылғаһы буйында, ә XVIII быуатта Көйөргәҙе йылғаһының үрге ағымында урынлашҡан булған. 1834 һәм 1839 йылдар араһында башҡорт кантондары попечителе Леваневский рөхсәте менән ҡансыралылар ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында Тамъян еренә күсеп китә. Урам булып түгел, ә тыҡрыҡ, ҡабыҡ менән ябылған айырым йорттарҙа урынлашҡан. Быялалы тәҙрәләр урынына ҡарындыҡ ҡуйғандар. Өйҙәрҙә сыуалдар һалғандар. Голланд мейестәре һирәк булған. Өйҙәрен сыра, ә байҙар шәм яҡтыртҡандар.
Халыҡ башлыса малсылыҡ менән шөғөлләнгән. Әммә ул бөлгөнлөк хәлендә булған. 161 кеше йәшәгән 15 йортҡа 153 ат, һыйыр малы — 93, һарыҡ — 41, кәзә — 116 баш тура килгән. Ҡышҡылыҡҡа мал аҙығы әҙерләгәндәр. Бөтә 15 йорт та йәйләүгә сыҡҡан. Бесән сабыу июлдең башында башлана. Утыҙ — ҡырҡҡа тиклем күбәнән кәбән һалғандар һәм ул һайғау менән кәртәләнгән. Ҡыш бесәнде өлөшләп килтерәләр. Бесән сабыу ваҡытында байҙар эшселәр яллаған.
1842 йылда 161 кешегә яҙғы игендең 72 сиреге (576 бот) сәселгән, был иген сәсеүҙең һүлпән барыуы тураһында һөйләй. Байҙар бер тиҫтәгә тиклем, ярлылар сиреккә һәм хатта ундан һигеҙ өлөшөнә тиклем сәскән.
Ауыл аҡрын үҫкән. 1816 йылғы VII рәүиз мәғлүмәттәре буйынса, унда 26 кеше була, X мәғлүмәттәре буйынса — 32. 1816 йылда 125 кеше йәшәй, 1859—192, 1920 йылда — 231 кеше. 1920 йылғы беренсе совет халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса — 53 йорт.
Ауыл Ҡыпсаҡ улусының Буғмаш түбәһенеке булған. Кантондар осоронда 26-сы йортҡа, 1864 йылдан — Ямаш ауыл йәмғиәтенә, 1919 йылдан Стәрлетамаҡ кантонының Көйөргәҙе улусына ингән.
Ауыл, күрәһең, бүгәсәүсе, старшина Канчура Мункиндың исемен йөрөтә. Ауылға нигеҙ һалыусының улы билдәле. 1816 йылда Юламан Канчуринға 60 йәш тула.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Ҡансыра, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.