Ҡайраүән

Ҡайраүән (иҫк.

Каирван, Кайраан; ғәр. القيروان‎, Эль-Кайрван — «рус. Кайруан») — Туниста урынлашҡан, Мәғриб мосолмандарының иң изге ҡалаһы. Сус ҡалаһы менән, көнсығышҡа табан 61 км алыҫлыҡта ятҡан тимер юлы һәм шоссе аша бәйләнгән.

Ҡала
Ҡайраүән
ғәр. القيروان
Ҡайраүән
Ил

Тунис

Виләйәт

[[Ҡайраүән (виләйәт)|]]

Координаталар

HGЯO

Нигеҙләнгән

670

Халҡы

117 903 кеше (2004)

Һанлы танытмалар
Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Ҡайраүән (Ер)
Ҡайраүән
Ҡайраүән

1988 йылда Бөтә донъя мираҫы ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән.

Тарихы

670 йылда Амр ибн әл-Асты туғанының улы — Укба ибн Нафи Византия ҡәлғәһе урынына ғәрәптрәҙең Төньяҡ Африканы баҫып алыу өсөн плацдарм рәүешендә Ҡайраүәнға нигеҙ һала. Ул урта быуаттарҙа тәүҙә Аглабидтарҙа, һуңынан Фатимидтарҙа һәм Зиридтарҙа Ифрикияның баш ҡалаһы була.

Даланы эшәкәртеүҙән күсмә йәшәүгә күсеү менән бергә хилал ҡәбиләләренең бедуиндарҙың һөжүме XI быуатта баш ҡаланы Ҡайраүәндан Тунисҡа күсерергә мәжбүр итә. Шул ваҡыттан бирле бөлгән Ҡайраүән баш ҡаланан алыҫтағы күскенселәр өсөн аҙыҡ-түлек һатыу сауҙа үҙәге булараҡ үҫешә.

Иҫтәлекле урындар

Ҡайраүәнда бик күп мәсеттәр һаҡланған. Беренсе урында 670 йылда ҡала менән бергә һалынған Ҡайраүән йәмиғ мәсете тора. Хәҙерге ҡәлғәгә оҡшаған 35 метрлы йорт — Аглабидтар дәүере ҡомартҡыһы. Төҙөлөш өсөн материалдарҙы ғәрәптәр емергән Эль-Джемдан алып киләләр, шулар иҫәбенә 414 антик колонна инә. 1057 йылда мәсет күскенселәрҙең барымталарынан бик ҙур зыян күрә.

Мәсеттән башҡа, Ҡайраүәндең изге урындарына Мөхәммәт юлсылары береһенең кәшәнәһе һәм IX быуаттың 73 метрлыҡ йөҙөү бассейны инә. Был ҡомартҡылар стена менән уратылған боронғо мәҙинәнән ситтә урынлашҡан.

Иҫкәрмәләр

Tags:

Рус телеСусТунисҒәрәп теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

БеларусьЛоҡманов Илнур Флүр улыЧикагоДиего МарадонаАтлантаЭпидавралағы театрYouTubeБабил батшаларыҠатын-ҡыҙГерман ГессеИнстаграмТаштамаҡБорщThe GuardianПакистанХалыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзыГонконг2018 йылПуэрто-РикоГерой-ҡалаларФәхретдинов Иршат Юнир улыВолгаСеберСводеш исемлегеAmazon (компания)1855 йылАлғышаева Гөлшат Әбдрәхим ҡыҙыМаргарет Тэтчер1800 йылСтатистика1959 йылАбдуллина Нурия Насибулла ҡыҙыХөсәйенов Айҙар Гайдар улыСингапур тарихыПМөхәмәтйәнова Гөлназ Әнүәр ҡыҙыЧехословакияБритни СпирсЧеркассы өлкәһеҺөтимәрҙәрКоста-РикаНевин ЧоҡайАҡбаш (үҫемлек)СтендальАнархизмВикимедиа хәрәкәтеГаврило ПринципЙәйге Олимпия уйындары 2012СөләймәнФранклин РузвельтТәтешле районыАфған һуғышыИркутскРейкьявикНьютондың классик тартылыу теорияһыИхсанов Рафиҡ Рәшит улы1862 йылКилешШәрәфетдинов Дамир Молҡаман улыТарихи БашҡортостанТашбашҠоросҠытай юанеБөйөк француз инҡилабыСифатЖанна д’АркБельгияБиишева Зәйнәб Абдулла ҡыҙыЕлисей һарайыУрта быуаттарТокио🡆 More