Ясунари Кавабата (япон.
Ясунари Кавабата | |
япон. 川端 康成 | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Япония |
Тыуған көнө | 11 июнь 1899[…] |
Тыуған урыны | Осака, Япон империяһы[d] |
Вафат булған көнө | 16 апрель 1972[…] (72 йәш) |
Вафат булған урыны | Дзуси[d], Канагава[d], Япония |
Үлем төрө | Үҙ-үҙеңә ҡул һалыу |
Хәләл ефете | Кавабата, Хидэко[d] |
Туған тел | Япон теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, романист, сценарий яҙыусы, шағир |
Эшмәкәрлек төрө | әҙәбиәт |
Уҡыу йорто | Токио университеты |
Әүҙемлек урыны | Япония |
Сәләмәтлек торошо | болезнь Паркинсона[d] һәм депрессия[d] |
Жанр | роман |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторҙың Викимилектәге ҡалыбы | Kawabata Yasunari |
Ясунари Кавабата Викимилектә |
{{{Исеме}}} | |
Жанр: | роман, повесть, новелла, эссе |
---|---|
Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында | |
Кавабата Японияның тәрән нәфис милли традицияларын дауам имтә, әммә шул уҡ ваҡытта заманса әҙәбиәттең алымдарын иркен ҡуллана, текстың эске, туранан-тура әйтелмәгән мәғәнәһенә, аныҡлап әйтелеп бөтмәүенә суггестивлығына ҙур әһәмиәт бирә. Төп әҫәрҙәренә «Тысячекрылый журавль», «Снежная страна», «Старая столица», «Стон горы» һ. б. романдары инә. Үҙенең төп эше тип Кавабата «Мэйдзин» романын күрһәтә. Яҙыусы әҫәрҙәре донъяның күп телдәренә тәржемә ителгән.
Ясунари Кавабата Дзусиҙағы үҙенең өйөндә 1972 йылда һөрөм газы менән ағыуланып вафат була. 1974 йылда «Синтеся» нәшриәте Ясунари Кавабата исемендәге премия булдыра.
Кавабата Осака ҡалаһында хәлле табип ғаиләһендә 1899 йылдың 11 июнендә тыуа һәм дүрт йәшендә етем була. Ата-әсәһенең вафатынан һуң ул ҡартатаһы менән өләсәһе янында йәшәй. Уның өлкән апаһын тәрбиәгә инәһе ала, шуға күрә ул апаһы менән бары тик 10 йәшендә генә бер тапҡыр осраша. Кавабатаның өләсәһе уға 7 йәш, ә олатаһы — 15 йәш тулғанда вафат булалар.
Ғаиләһен юғалтҡандан һуң, ул әсәһенең туғандарында (Курод ғаиләһендә) йәшәй. Әммә 1916 йылдың ғинуарынан алып Ясунари Ибараки мәктәбендә уҡыуын дауам итә һәм мәктәп яны интернатында йәшәй башлай. 1917 йылдың мартында, мәктәпте тамамлағас, ул Токиоға, уҡырға инәсәгенә ышанып Токио университеты янындағы «Беренсе юғары мәктәпкә» (япон. 第一高等学校 ) китә. Шул уҡ йылда ул университеттың гуманитар факультетының «инглиз теле» һөнәренә уҡырға инә.
1924 йылда Кавабата университетта уҡыуын тамамлай һәм уҡыған саҡта «Бунгэйсюндзю» (япон. 文藝春秋 ) әҙәби журналы менән хеҙмәттәшлек итеүе арҡаһында Кан Кикути һәм башҡа билдәле яҙыусылар һәм мөхәррирҙәрҙең күҙенә сағыла. 1931 йылда ул өйләнә, ә 1934 йылда Камакураға күсеп килә.
Кавабата нәфис әҙәбиәт менән шөғөлләнеп кенә ҡалмай, ул шулай уҡ гәзит репортеры булып эшләй һәм шул иҫәптән «Майнити нитинити симбун» гәзитендә лә яҙыша. Икенсе донъя һуғышы барышында яҙыусы һуғышты яҡламай һәм һуғыштан һуңғы реформалар менән дә артыҡ ҡыҙыҡһынмай. Әммә Кавабата туғандарының иртә үлеме һәм һуғыш уның ижадына ныҡ йоғонто яһауын билдәләй. Ул һуғыштан һуң бары тик элегия ғына яҙырлыҡ хәлдә була..
Моғайын, Кавабата үлеменең сәбәбе булып үҙ-үҙенә ҡул һалыу торған. 1972 йылда яҙыусы, газ менән ағыуланған тиһәләр ҙә, уның яҡындары, шул иҫәптән, тол ҡатыны Кавабатаны бәхетһеҙ осраҡтан вафат булған тип иҫәпләй. Вафаты сәбәбенең версиялары күп, улар араһында һаулығының насар булыуы ла телгә алына (Кавабата Паркинсон ауырыуы менән сирләгән була), шулай уҡ уңышһыҙ йәшерен мөхәббәте һәм дуҫы Юкио Мисимоның ваҡытһыҙ үлеме лә уға ныҡ йоғонто яһаған тип иҫәпләйҙәр.
Әле университетта уҡыған сағында уҡ Кавабата университеттың «Новое течение» (япон. 新思潮 ). Бында ул үҙенең «Картины поминовения павших на войне» (япон. 招魂祭一景 ). Инглиз факультетында уҡый башлап, һуңынан ул япон әҙәбиәте факультетына уҡырға күсә. Уның диплом эше «Япон романының ҡыҫҡаса тарихы» тип атала.
Кавабата бер нисә дуҫы менән бергәләшеп 1924 йылдың октябрендә «Литературная эпоха» (япон. 文藝時代 ) тигән яңы әҙәби журналға нигеҙ һала. Был йәштәр журналының иҫке япон әҙәбиәтен мәктәбенә, бигерәк тә натурализмға, яңыса ҡарашы булып тора. Шул уҡ ваҡытта улар пролетар әҙәбиәткә лә — социалистик/коммунистик мәктәбенә лә — оппозицияла тора. Йәш яҙыусылар сәнғәт сәнғәт өсөн идеяһы йоғонтоһо аҫтында була һәм европаның кубизм, экспрессионизм, дадаизм һәм башҡа модернистик стилдәрен яҡлай. Кавабата һәм Екомицу Риити үҙҙәренең стилен «Синканкаку-ха»[ja] (неосенсуализм) — яңы тәьҫораттар стиле тип атай.
Университетты тамамлағандан һуң уның бер нисә хикәйәһе баҫылып сыға һәм Кавабатаға танылыу килә. «Тванцовщица из Идзу» повесы баҫылып сыҡҡандан һуң, Кавабата 1926 йылда популярлыҡ яулай. Был әҫәрендә Кавабата меланхолик студенттың һөйөүе тураһында һүҙ алып бара.
1920-сы йылдарҙа Кавабата Токионың плебейҙар йәшәгән Асакуса районында йәшәй. Был осорҙа ул стиль өҫтөндә төрлө эксперименттар үткәрә. «Весёлые девушки из Асакуса» романында ул куртизанкалар тормошон һүрәтләй. Роман 1929-1930 йылдарҙа айырым китап итеп сығарыла.
1934 йылда Кавабата Канагава префектураһының Камакуру ҡалаһына күсеп килә һәм күп һанлы әҙиптәрҙең йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. Һуғыш буйы ҡалала йәшәп, ғүмере аҙағында ул бик аҫтыртын кешегә әйләнә.
Кавабатаның иң билдәле әҫәрҙәренең береһе — «Снежная страна» романы. Китап 1934 йылда баҫылып сыға башлай һәм 1947 йылға тиклем бер нисә тапҡыр баҫтырыла. «Снежная страна» — Токио дилетанты һәм провинция гейшаһы араһындағы мөхәббәт тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләй. Романдағы ваҡиға термаль курорттарҙа бара. Роман шунда уҡ классик тигән танылыу ала. Ул баҫылғандан һуң, Кавабата Японияла иң күренекле яҙыусыларҙың береһе булып һанала. Икенсе бөтә донъя һуғышынан һуң Кавабата әҫәрҙәр яҙыуын уңышлы дауам итә. Уның әҫәрҙәре араһында «Тысячекрылый журавль», «Стон горы», «Спящие красавицы», «Красота и грусть» (япон. 美しさと哀しみと ) һәм «Старая столица» ҙур уңышҡа эйә була.
Китап авторы үҙ әҫәрҙәренең араһында иң яҡшы тип «Мэйдзин» («Мастер игры в го») повесын һанай. Был эш повесы стиле буйынса уның башҡа әҫәрҙәре стиленән ныҡ айырыла. Был хикәйә ярым документаль, ул 1938 йылдағы го ярышы тураһында. Уйында ҡатнашыусы Сюсай Хонъимбоның был һуңғы партияһы була, ул йәш дәғүәсенән еңелә. Бер йылдан ҡарт мэйдзин вафат була. Повеста көсөргәнешле спорт көрәше тураһында һүҙ барһа ла, тәнҡитселәр әҫәрҙе Японияның Икенсе донъя һуғышында еңелеүе символы итеп ҡарайҙар.
Яҙыусының һуғыштан һуңғы ике иң ҙур китабы — «Тысячекрылый журавль» (1949-1951 йылдарҙа яҙылған) һәм «Стон горы» (1949-1954). Беренсе китабының үҙәк темаһы булып япон сәй церемонияһы һәм яуапһыҙ мөхәббәт тора. Төп герой атаһының һөйәркәһенә ғашиҡ була, ә атаһы үлгәндән һуң, уның һөйәркәһенең ҡыҙына ғашиҡ тота. Ҡыҙ унан ҡасып китә. Сәй тантанаһы матур, ул ябай кешелек мөнәсәбәтенең фоны ғына булып тора, әммә Кавабатаның маҡсаты ҡайһы бер хистәрҙең үлем килтереү мөмкинлеген күрһәтеү була. Сәй церемонияһы өсөн һауыт-һаба оҙаҡҡа етә, !кешеләр тормошо ҡайһы саҡ көсһөҙ, тотороҡһоҙ. Аныҡ булмаған инцест, мөхәббәт юҡлығы, ҡотолғоһоҙ үлем темаһы Кавабатаның «Стон горы» әҫәрендә лә дауам итә. Ваҡиғалар Камакура ҡалаһында бара. Төп герой, оло йәштәге ир, ҡатынын, балаларын яратмай. Уға килене ныҡ оҡшай, әммә был тыйылған мөхәббәт. Китап, был хәлде сисмәйенсә ҡалдырып, тамамлана.
Кавабатаның күп кенә китаптарының сиселеше асыҡ финал менән ҡалдырып тамамлана, был ҡайһы саҡта тәнҡитселәр һәм уҡыусыларҙың ризаһыҙлығын тыуҙыра. Әммә яҙыусы был аҙымды аңлы рәүештә һайлай, сөнки автор һүрәтләнгән ваҡиғаларға ҡарағанда әҫәр тыуҙырған һөҙөмтәләр өҫтөнөрәк тип таба. Ул үҙ стилен шиғриәттәге япон традицион хайку формаһы менән сағыштыра.
1948-1965 йылдарҙа ПЕН-клубтың япон бүлеге президенты булараҡ, Кавабата үҙ әҫәрҙәрен япон теленән көнбайыш телдәренә тәржемә итә ала. Япон яҙыусылары араһында Кавабата беренсе булып 1968 йылда «япон йәненең иҫ киткес сыҙамлылығын хикәйәләү оҫталығы өсөн» әҙәбиәт буйынса Нобель премияһын ала. Премияны тапшырыуҙа Нобель комитеты уның өс повесын: «Снежная страна», «Тысячекрылый журавль» һәм «Старая столица» — билдәләп үтә. Һуңғы йылдарҙа көсөргәнешле рәүештә яҙа башлаған яңы романын Ясунари Кавабата тамамлай алмай. Яҙыусы ҡаты ауырыуҙан наркотиктар ҡуулланырға әүәҫләнә. Үҙенең дуҫы Юкио Мисиманың вафатын ауыр кисерә, 1972 йылдың 16 апрелендә Токио ситендәге аулаҡ курорт ҡаласығы Дзусиҙа,һөрөм газынан ағыуланып, Кавабата үлә (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, үҙ-үҙенә ҡул һала).
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Ясунари Кавабата, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.