Ярлылыҡ — индивид, йәки социаль төркөмдөң иҡтисади хәлен тасуирлаусы характеристика, был хәлгә тарығандар йәшәү, хеҙмәткә яраҡлылыҡты һаҡлап ҡалыу, нәҫелде арттырыу кеүек минималь нужаһын үтәй алмай.
Ярлылыҡ сағыштырмаса төшөнсә һәм ул тәғәйен йәмғиәттә ҡабул ителгән дөйөм йәшәү стандарты кимәленә бәйле (Джини коэффициенты, Тейл индексы).
Ярлылыҡ | |
Ҡайҙа өйрәнелә | sociology of poverty[d] |
---|---|
Нимә менән тоташа | феминизация бедности[d] |
Обрабатывается, смягчается или управляется | poverty reduction[d] |
ICPC 2 | Z01 |
Ҡапма-ҡаршыһы | богатство[d] |
Ярлылыҡ Викимилектә |
Ярлылыҡ түбәндәге төркөмдәргә ҡараған бер— береһенә бәйле төрлө сәбәптәрҙең эҙемтәһе булып тора:
«Оксфам» халыҡ-ара гумантар ойошмаһының эксперттары фекеренсә, 2010 йылдан башлап, ярлылыҡтың һәм социаль тигеҙһеҙлектең артыуының сәбәптәре:
Дәүләттең ярлылыҡты кәметеү буйынса саралары:
Рәсәй фәндәр академияһының Социология институты директоры Михаил Горшков (2013) фекеренсә, Рәсәйҙә һәр бишенсе кешене ярлы кеше тип атарға була.
2013 йылғы статистика күрһәткестәре буйынса Рәсәйҙә халыҡтың 8,8 %, йәғни (килемдәре билдәләнгән йәшәү минимумынан аҙыраҡ) 12,5 млн ярлы тип атарға була. 2014 йыл башында был күрһәткес 19,8 млн (13,8 %) , 2015 йылдың I кварталында 22,9 млн (15,9 %) етә.
Рәсәй фәндәр академияһының Социология институты үткәргән тикшеренеүҙәрҙә (2013) ярлыларҙы 2 төркөмгә бүләләр: «килем буйынса» — статистикала күрһәтелгән һандар буйынса, һәм «тормош ауырлыҡтары арҡаһында» — килемдәре яҡшы булған хәлдә лә, ауыр көн итеүселәр (ауырыу, ғаиләлә эшләй алмаусылар булыуы һәм башҡа), икенсе категорияға 2003 йылда Рәсәй халҡының 39 %, 2008 году өстән бер, 2013 — дүрттән бер өлөшө ингән. «Килем буйынса» ярлылар иҫәбенә ингәндәрҙең 25 %, 17 % «тормошта ауыр хәлгә тарығандар»ҙың 17 % эшһеҙлек арҡаһында ошо хәлгә төшкән. Шул уҡ ваҡытта тикшеренеүҙең етәксеһе, социология фәндәре докторы, профессор Наталья Тихонова әйтеүенсә, әле Рәсәйҙә «бер ҡасан да булмағанса, эшләгән кешеләр араһында ярлылар күп».
1999 йылдан һуң Рәсәй халҡының реаль килеме тәү тапҡыр 2014 йылдан түбәнәйә башлай. 2014 йылдың октябренән 2015 йылдың авгусына тиклем, 9 айҙа, халыҡтың килеме 9 % кәмегән. Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының Социологик анализ һәм прогнозлау институтының докладын әҙерләүселәр килем кәмеүе һумдың девальвацияһына (арзанайыуы), бюджет хеҙмәткәрҙәренә эш хаҡын индексациялау әҙәйеүгә, социаль түләүҙәр алыу шарттары ауырлашыуға йәки ул түләүҙәрҙең бөтөнләй бөтөрөлөүенә бәйле, тип иҫәпләй
Динамика отношения россиян к бедным, % | |||
---|---|---|---|
Отношение | Год | Источник | |
2003 | 2013 | ||
С сочувствием | 51 | 36 | |
Не лучше и не хуже, чем к остальным | 22 | 35 | |
С жалостью | 17 | 16 | |
Безразлично | 2 | 7 | |
С уважением | 1 | 2 | |
С презрением | 1 | 1 | |
Затрудняюсь ответить | 5 | 1 |
.
Ярлылыҡ тураһында бик күп әҫәрәҙәр тыуҙырылған, мәҫәлән:
Бедность Викиһүҙлектә | |
Бедность Викиөҙөмтәлә | |
Бедность Викикитапханала | |
Бедность Викимилектә | |
Бедность Викияңылыҡтарҙа |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Ярлылыҡ, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.