Этнография

Этнография (бор.

грек. ἔθνος — һәм γράφω — яҙам) — халыҡ-этностарҙы һәм башҡа этник берәмектәрҙе, уларҙың килеп сығышын (этногенез), составын, таралыуын, мәҙәни-көнкүреш үҙенсәлектәрен, шулай уҡ уларҙың матди һәм рухи мәҙәниәтен өйрәнгән фән.

Этнография предметы

Этнография 
Рәсәйҙең бай мәҙәниәтле һәм тарихлы ерле халыҡтарының береһе булған чукча ғаиләһе
Этнография 
Пигмей халҡының тикшеренеүсеһе һәм шаманы

Этнографияның төп предметы булып донъя халыҡтарын, уларҙың рухи һәм матди мәҙәниәтен, тарихи үҫешен өйрәнеү тора. Этногенезды — теге йәки был этностың барлыҡҡа килеү, социаль институттарының формалашыу тарихын өйрәнеү мөһим урын биләй. Һуңғы ваҡытта этник-ара мөнәсәбәттәргә лә иғтибар бүленә.

Этнография һәм этнология

Этнография 
«Халыҡтарҙы танып белеүҙең төп принцибы булараҡ ялан этнографияһы», — Б. Малиновский. Тымыҡ океандың көнбайыш өлөшөндәге аргонавтар

Ике атаманың яҙмышы күп осраҡта теге йәки был тарихи шарттарға бәйле. Мәҫәлән, XVIII—XIX быуаттарҙа ватан халыҡты өйрәнеү ғилемендә башлыса — «этнография», ә Көнбайыш Европа илдәрендә «антропология» һәм «этнология» төшөнсәләре ҡулланыла.

Н. Н. Харузин (1865—1900) этнографияны «айырым ҡәбиләләрҙең һәм халыҡтарҙың көнкүрешен өйрәнеп, кешелектең мәҙәниәттең түбәнге баҫҡыстарында үҫешен билдәләүсе закондарҙы табырға тырышҡан» фән тип билдәләй.

Революциянан һуңғы йылдарҙа ҡыҫҡа ваҡыт ҡулланылғандан һуң, 1920—1930 йылдарҙа халыҡтарҙы өйрәнеү ғилеме ҡабаттан этнография — халыҡтар һәм ярҙамсы тарихи дисциплина тураһындағы фән кимәленә күтәрелә. Был ваҡытта халыҡтарҙы өйрәнеү ғилемен С. А. Токарев («Этнография — тарихи фәндең халыҡтарҙың матди һәм рухи мәҙәниәттәрен, көнкүрешен өйрәнеүсе өлөшө»), Ю. Бромлей, С. П. Толстов Н. Н. Чебоксаров, Р. Ф. Итс һәм башҡалар формалаштыра.

Терминология буйынса Р. Ф. Итс (1928—1990), былай тип яҙа:

Этнография  Предлагаемое некоторыми советскими исследователями изменение названия "этнография" на "этнология" либо выделение на основе теоретических аспектов этнографии той же "этнологии" не оправдано и не способствует терминологической ясности, так как под термином "этнография" давно уже понимается не столько "народо (этнос) -описание (графо)", сколько "народоведение", что практически является русским переводом термина "этнология". Этнография 

Терминды ла, фәнде лә ҡулланыуҙа төп үҙгәреш 1990-сы йылдарҙа бара. СССР Фәндәр академияһының Этнография институтын Этнология һәм антропология институты тип үҙгәртеү тураһында ҡарар ҡабул ителгәндән һуң, төшөнсәләр икегә бүленә, ике теллелек барлыҡҡа килә. Был күп йәһәттән институт директоры В. А. Тишковтың эшмәкәрлегенә бәйле:

Этнография  Не так-то просто было решиться на переименование института и дисциплины в целом из этнографии в этнологию, если несколько поколений формировалась идентичность ученых как этнографов, а само слово «этнография» сохраняло своё достойное содержание. Критиков и обидных высказываний на этот счет было много до и после того, когда Президиум РАН в 1990 г. принял постановление переименовать институт, а союзников было очень мало. Мне было важно модернизировать дисциплину, вписать её в мировое этнологическое и антропологическое знание, сохранив при этом цеховую основу нашей науки – её этнографический метод. Этнография 
Этнография  Конец 1980-х – начало 1990-х гг. были временем разброда и даже раскола в некогда казавшемся дружном сообществе советских этнографов. Мне казалось, что создание национальной ассоциации и проведение дисциплинарных конгрессов необходимы для развития отечественной этнологии и антропологии и для исполнения координирующей роли института. Ассоциация этнографов (именно этнографов, чтобы не совершать насилие над всем отечественным сообществом!) и антропологов России была создана. Первый конгресс прошел в 1995 году в г. Рязани. В нём участвовало около 80 ученых, в том числе из Грузии и других новых государств. Сильно покусанные комарами в пойме р. Оки, где было место проведения конгресса, эти люди заложили новую традицию. VII Конгресс в 2007 г. в г. Саранске собрал более 700 участников! Эта традиция будет жить долго. Этнография 

Ике теллелек һаҡланып ҡала, ул АлтДУ-ның Археология, этнография һәм сығанаҡтарҙы өйрәнеү ғилеме кафедраһы, ОмДУ-ҙың Этнография һәм музейарҙы өйрәнеү ғилеме кафедраһы, СПбДУ-ҙың Антропология һәм этнография кафедраһы атамаларында асыҡ сағыла:

Этнографияла «этнос» төшөнсәһе проблемаһы

XIX быуатта уҡ тәүге тапҡыр «этнос», «халыҡ» төшөнсәләрен аңлатырға маташыуҙар барлыҡҡа килә. Тәүгеләрҙән булып быны А. Бастиани эшләргә тырыша. Ул, этник үҙаң һәм этник бер төрлө никахтар, бөтөн һәм тотороҡло, бер системалы берәмектәр булдырыу аша етеш, нәҫел үрсетеүсе булараҡ милләт, халыҡ, ҡәбилә этностың йәшәү төрҙәре булып тора, тигән һығымтаға килә. Хәйер, бындай аңлатма тикшеренеүселәрҙе ҡәнәғәтләндермәй, сөнки ул этномәҙәни һәм тел ассимиляцияһы факторҙарын иҫәпкә алмай.

Эволюционистар, шулай уҡ К. Маркс һәм Ф. Энгельс хеҙмәттәре йоғонтоһонда яңы теория барлыҡҡа килә — этностар тарихи процесс барышында социаль төркөмдәр булараҡ барлыҡҡа килгән (марксистарҙың хеҙмәттәрендә ул йыш ҡына ҡәбилә, халыҡ, капиталистик милләт (ҡайһы берҙә был осорҙан башҡа ла), социалистик милләт итеп һүрәтләнә).

СССР-ҙа шулай уҡ «этнос» төшөнсәһенең асылы темаһына тикшеренеүҙәр алып барыла. Төп теоретик положениеларҙың береһен академик Ю. В. Бромлей тәҡдим итә, ул этносты локаль мәғәнәлә «этноскос» һәм этносоциаль организм булараҡ айыра. Ю. Бромлей «этникос» һәм «милләт» төшөнсәһен айыра: «Этникостар һәм этносоциаль организмдар — этник берләшмәләрҙең төп төрҙәре. Әммә улар менән генә кешелектең этник структураһы бөтмәй. Күп этностар, бигерәк тә эреләр, йыш ҡына этнографик төркөмдәрҙән йәки субэтностарҙан тора. Был терминдар менән этностың йәнле һөйләү теле, мәҙәниәт һәм көнкүреш үҙенсәлектәре менән айырылып торған территориаль өлөштәрен билдәләйҙәр, улар ҡайһы берҙә үҙатамаға һәм икеләтә үҙаңға эйә. Этнографик төркөмдәр йыш ҡына халыҡҡа йәки милләткә ингән ҡәбилә компоненттарынан килеп сыҡҡан. Ҡайһы берҙә улар этностың социаль-дини дифференциацияһы ваҡытында, шулай уҡ этник территорияның киңәйеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килә, этностың күсмә өлөштәре төрлө тәбиғи мөхиткә эләкһә, төрлө күрше этностар менән үҙ-ара тәьҫир итешә һ.б.»

Хәҙерге Рәсәйҙә «этнос» проблемаһын тикшереү менән, атап әйткәндә, В. А. Тишков шөғөлләнә, ул үҙ теорияһын сит ил тикшеренеүҙәре нигеҙендә төҙөй. Конструктивизмдың (был теория шундай атама ала) барлыҡҡа килеү сәбәптәренең береһе булып ҡайһы бер сит илдәрҙә милли мәсьәләнең киҫкенләшеүе тора. Унда раса төшөнсәһе «фенотип»ҡа алмаштырылған.

Хәҙерге этнологияла һәм этнографияла иң мөһим төшөнсә булып бер социумды икенсеһенән айырған тел, мәҙәни һәм башҡа билдәләр йыйылмаһы булараҡ этниклыҡ төшөнсәһе тора.

Этнография ысулдары

Этнография 
Бөйөк Петрҙың Антропология һәм этнография музейы.

Этнографияның төп ысулы булып ер шары халыҡтарының көнкүрешен һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен, уларҙың таралыуын һәм мәҙәни-тарихи мөнәсәбәттәрен туранан-тура күҙәтеү һәм артабан уларҙы анализлау тора. Этнография хәҙерге халыҡтарҙы уларҙың булған өлөшөндә генә түгел, ә уларҙың тарихи һәм мәҙәни үҫешен, этногенезын һәм социаль институттарҙың барлыҡҡа килеү тарихын өйрәнә, шулай уҡ яҙма һәм матди сығанаҡтар ҙа ҡулланыла.

Туранан-тура күҙәтеү ысулы булып этнографтың тикшеренеүҙәр территорияһындағы эше тора һәм ялан этнографик тикшеренеүе (ялан этнографияһы) тип атала.

Ялан этнографияһы - йәшәгән халыҡтар араһында традицион-көнкүреш мәҙәниәтенең айырым структура компоненттары һәм уларҙың билдәле бер система булараҡ эшләүе тураһында тәүге этнографик мәғлүмәттәр йыйыу маҡсатында алып барылған тикшеренүҙәр.

Бөтә ялан этнографик тикшеренеүҙәрен ике төргә бүлергә мөмкин:

  • Стационар - тикшерелгән халыҡ араһында йәшәү оҙаҡ, һөҙөмтәлә этнограф уның матди һәм рухи мәҙәниәтен, шулай уҡ көнкүрешен тәрәнерәк аңлай. Етешһеҙлектәрҙән — бәләкәй территорияны солғап ала, тимәк, башҡа өлкәләр менән сағыштырмаса тикшеренеүҙәр үткәреү мөмкин түгел (Сағыу вәкилдәре — В. Г. Богораз, Л. Я. Штернберг, Н. Н. Миклухо-Маклай, Б. Малиновский һ. б.)
  • Экспедиция - этнографик материал йыйыуҙың киң таралған ысулы, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә (бер нисә аҙнанан алып ике айға тиклем) көнкүреш, торлаҡ, кейем, кәрәк-яраҡ, йәғни стационар күҙәтеү талап итмәгән материал йыйырға мөмкинлек бирә.

Ялан этнографик тикшеренеүҙәре ваҡытында түбәндәге ысулдар ҡулланыла:

  • Күҙәтеү — тикшеренеүсенең өйрәнелә торған мөхиткә инеүе. Тикшеренеүсе өйрәнелә торған социум тормошонда ҡатнаша, йәки ситтән генә күҙәтә.
  • Һорау алыу: беренсел мәғлүмәт йыйыу ысулы. Этнограф тәүҙә һорауҙар төҙөй, ә һуңынан уның буйынса халыҡ менән әңгәмәләшә.
  • Анкета тултырыу - тикшеренеүсе информатор менән шәхсән әңгәмәләшмәй, ә һорауҙарға яуапты анкета аша ала (почта аша, листовкалар йәки матбуғат таратыу юлы менән).
  • Әңгәмә - һорауҙарға яуап алыу маҡсатында ойошторолған шәхси әңгәмә.

Шулай уҡ:

  • Халыҡтарҙа ҡалған, әммә элекке мәғәнәһен юғалтҡан теге йәки был күренештәрҙе өйрәнеү ысулы.
  • Сағыштырма-функциональ (йәки кросс-мәҙәни) ысул, халыҡтар үҫешендәге дөйөмлөктө, шулай уҡ уларҙың сәбәптәрен сағыштырыу юлы менән асыҡлау.

Хужалыҡ-мәҙәни төрҙәре

Тарихи-мәҙәни өлкәләр

Антропологик классификация

Лингвистик классификация

Этнографияның башҡа фәндәр менән бәйләнеше

Бөйөк тикшеренеүсе-этнографтар

  • Гумилёв Лев Николаевич
  • Итс Рудольф Фердинандович
  • Гадло Александр Вильямович
  • Токарев Сергей Александрович
  • Бромлей Юлиан Владимирович
  • Фрэзер Джеймс Джордж
  • Леви-Стросс Клод
  • Боас Франц
  • Малиновский Бронислав Каспар
  • Миклухо-Маклай Николай Николаевич
  • Тайлор Эдуард Бернетт
  • Морган Льюис
  • Дюркгейм Эмиль
  • Мид Маргарет
  • Бенедикт Рут
  • Рубин Рут

Шулай уҡ ҡарағыҙ

  • Этногеография
  • МДУ-ның Этнология кафедраһы
  • СПбДУ-ның Этнография һәм антропология кафедраһы
  • РФА-ның Н. Н. Миклухо-Маклай исемендәге Этнология һәм антропология институты
  • Кунсткамера
  • Рәсәй этнография музейы
  • Мифология
  • Этнология
  • Тарих
  • Антропология
  • Славистика

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Дәреслектәр

Һылтанмалар

    Организации
    Музеи

Tags:

Этнография предметыЭтнография һәм этнологияЭтнография ла «этнос» төшөнсәһе проблемаһыЭтнография ысулдарыЭтнография Хужалыҡ-мәҙәни төрҙәреЭтнография Тарихи-мәҙәни өлкәләрЭтнография Антропологик классификацияЭтнография Лингвистик классификацияЭтнография ның башҡа фәндәр менән бәйләнешеЭтнография Бөйөк тикшеренеүсе-этнографтарЭтнография Шулай уҡ ҡарағыҙЭтнография ИҫкәрмәләрЭтнография ӘҙәбиәтЭтнография ҺылтанмаларЭтнография

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ЗәғифлекЗаһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтыМайУрал тауҙарыЕрТуйсина Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙыXMLГамеланВенгрҙарИхтиандрСанкт-ПетербургХижәзДаянова Тәскирә Байрам ҡыҙыҠулаев Мөхәмәтхан Сәхипгәрәй улы9 июльХрущёв Никита СергеевичСыуаш телеҒәрәп телеРостов АренаБатанов Бәхетғәлей НиколаевичЫрымбур губернаһыТау эшеБиохимияМария ЧеботарьТөньяҡ амурҙары (башҡорт яугирҙәре)Хәсән НазарКилеш17 сентябрьМәскәү өлкәһеХөсәйенов Ғайса Батыргәрәй улыЗәңгәр күлдәкле башҡорт ҡыҙыИзраильФинанстарМөхәмәтйәнов Шакирйән Юныс улыXVI быуатИсем (һүҙ төркөмө)АсылыкүлЭнциклопедияБарабанБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрыБүреләр (рок төркөмө)БатыршаБеляев Павел ИвановичКорея Халыҡ-Демократик РеспубликаһыЯнцзыУрду теле6 декабрьБайегетов Сәғиҙулла Исмәғил улы1992 йылМакедон теле1975 йылЯлан кантоныПортугалияАрхеологияБашҡортостан тарихыТанзиматЖурналистикаSkypeИсҡужин Мөхәмәтғәле Ғәли улыКислород🡆 More