Фракия: Балҡандағы тарихи һәм географик өлкә

Фра́кия (грек.

1923 йылда төҙөлгән Лозанна тыныслыҡ килешеүенә ярашлы хәҙерге ваҡытта ул өс дәүләт араһында бүленгән: Болгария составына Төньяҡ Фракия (шулай уҡ Үрге Фракия уйһыулығы булараҡ та билдәле) инһә, тарихи йәһәттән Көнбайыш Фракия тип йөрөтөлгән ерҙәр Грецияның хәҙерге Фракия правинцияһы, ә өсөнсө ил — Төркиәгә төбәктәге иң ҙур мегалополис булған Истанбул ҡалаһы менән Көнсығыш Фракия бирелә.

Фракия
Рәсем
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт Фракия: Географияһы, Тарихы, Иҫкәрмәләр Болгария
Фракия: Географияһы, Тарихы, Иҫкәрмәләр Греция
Фракия: Географияһы, Тарихы, Иҫкәрмәләр Төркиә
Сиктәш Боронғо Греция
Ҡайҙа өйрәнелә фракология[d]
Урынлашыу картаһы

Фракия: Географияһы, Тарихы, Иҫкәрмәләр
Фракияны 1923 йылдан һуң Болгария, Греция һәм Төркиә араһында бүлеү.
Фракия: Географияһы, Тарихы, Иҫкәрмәләр
Тарихи Фракия һәм уға күрше биләмәләр — Боронғо Македония, Иллирия, Мёзия һәм Дакия — Alexander G. атласынан алынған карта. Findlay Classical Atlas to Illustrate Ancient Geography, New York, 1849
Фракия: Географияһы, Тарихы, Иҫкәрмәләр
Көнсығыш һәм Көнбайыш Фракияның XX быуат башындағы (1912 йыл) этнографик картаһы.

Фракияның географик уртаһында мөһим транспорт үҙәге — төрөк ҡалаһы Әдирнә (тарихи исеме Адрианополь) урынлашҡан. Хәҙерге ваҡытта төбәктә 13 миллионға яҡын кеше, шул иҫәптән 10 миллион тирәһе төрөк, 1 миллионға яҡын болгар һәм 0,2 миллион грек йәшәй.

Ҡояш системаһындағы иң ҙур планета булған Юпитерҙың юлдашы Европалағы макулаға Фракия хөрмәтенә уның исеме бирелгән.

Ҡайһы бер фараздар буйынса, Рим ҡолдары восстаниеһы етәксеһе Спартак Фракия батшаларының береһенең улы була.

Географияһы

Төбәктең төп һыу артерияһы Марица йылғаһы йәки Эврос, Греция менән Төркиә араһында дәүләт сиге нәҡ уның буйынса үтә. Өлкәнең көнсығышында Странджа тауҙары һуҙылып ята. Яр буйында урынлашҡан Фракияның климаты субтропик, эске райондарҙа уртаса.

Тарихы

Беҙҙең эраға тиклем I быуатта уҡ боронғо Фракия биләмәләре Боронғо Рим контроленә күсә. Һуңыраҡ, беҙҙең эраның 330 йылында, Рим империяһының баш ҡалаһы Босфор боғаҙы буйындағы Византий ҡалаһына күсерелә, һәм уға император Константин хөрмәтенә «Константинополь» исеме бирелә. Шулай итеп, Фракия яңы барлыҡҡа килгән Византия империяһының (Көнсығыш Рим империяһының) мөһим стратегик төбәгенә әүерелә.

XIX быуат аҙағында-XX быуат башында, көсһөҙләнгән һәм һүнә барған Ғосман империяһының революцион көстәре Константинополде Греция һәм Болгария ғәскәрҙәре һөжүмдәренән яҡлап-һаҡлап ҡалырға тырышҡанда, Фракия ҡаты һәм көсөргәнешле бәрелештәр майҙанына әйләнә. Бының асыҡ миҫалы — Фракия өсөн ҡан ҡойошло һуғыш. Уның менән бергә Македония өсөн көрәш тә ҡыҙыу бара. Нисек кенә булмаһын, 1913 йылға тиклем төбәктә йәшәүселәрҙең сағыштырмаса күпселеген тәшкил иткән урындағы болгар халҡы ауыр һынауҙар кисерә. Болгар халыҡ ижады һәм тарихы буйынса танылған белгес Любомир Милетич (1863—1937) был йылдарҙа булған ваҡиғаларҙы үҙенең «1913 йылда Фракия болгарҙарын тар-мар итеү» тип исемләнгән китабында һүрәтләй. XX быуат башында Фракия биләмәләренең күп өлөшө Болгарияға бирелә. Беренсе донъя һуғышынан һуң һәм 1923 йылғы Лозанна тыныслыҡ килешеүенә ярашлы Төркиәгә ҡалған ерҙәр ҡушыла, ә Греция Ксанти, Комотини һәм Эврос райондарын ала. Эврос йылғаһы көнсығышта тәбиғи сик булып хеҙмәт итә.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Фракия ГеографияһыФракия ТарихыФракия ИҫкәрмәләрФракия ҺылтанмаларФракияБалҡан ярымутрауыБолгар телеБолгарияГрек телеГрецияИстанбулКөнсығышЛатин телеЛозанна тыныслыҡ килешеүеТарихТөркиәТөрөк теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Башҡорт шәжәрәһеМәғрифәтселек дәүереҠораллы КөстәрЯпонияXVIII быуатИстанбулЗаһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтыТанзанияҒәйнәБашҡорт дәүләт академия драма театрыСалауат Юлаев һәйкәле (Өфө)Мария-АнтуанеттаБашҡорт дәүләт опера һәм балет театрыМиланАстрономия24 ғинуарСалауат ЮлаевБашҡорт телендә аффиксацияТултырыусы1873 йылБашҡорт телеАуылАвстралияӨфө губернаһыТәкәләр (ырыу)Беренсе донъя һуғышыМостай КәримКатарӘбделҡадир ИнанКөньяҡ-Көнсығыш АзияХәбиров Фәрит Барый улыВикимилек12 сентябрьГригориан стилеЙәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улыДоткомдар ҡыуығыБикбаев Рауил Төхфәт улыГордеев Михаил Викторович1884 йылҺүҙ төркөмдәреИорданияБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыАһалтәкә атыГермания26 майЕйәнсура районыИгебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улыДинамо2 август24 апрельHTMLХәсән НазарТанзиматИслам тарихыКонституцион монархияЙолаҠош юлыМәжүсилек1732 йылҮҫәргән ырыуы шәжәрәһеФутболҠаҙағстанҺуғышБернсдорф (район Цвиккау)АпрельЧернов Иван ЛогиновичҺуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр🡆 More