Сиам Ҡултығы

Сиа́м ҡултығы, (Таила́нд ҡултығы (тай.

อ่าวไทย, Ау Тхай[3]; малай. Teluk Siam; кхмер. ឈូងសមុទ្រសៀម, Chhoung Samut Siem; вьетн. Vịnh Thái Lan) — көнбайышта һәм төньяҡта Таиланд, көнсығышта — Камбоджа һәм Вьетнам, көньяҡ-көнбайышта — Малайзия ярҙары менән уратып алынған ҡултыҡ.

Сиам ҡултығы
тайск. อ่าวไทย
Сиам Ҡултығы
Юғарылағы акваторияКөньяҡ-Ҡытай диңгеҙе
Илдәр
Типҡултыҡ 
Майҙаны320 000 км²
Иң ҙур тәрәнлек80 м
Уртаса тәрәнлек45 м
Таиланд
Точка
Сиам ҡултығы
Сиам ҡултығы
Сиам ҡултығы
Сиам Ҡултығы Сиам ҡултығы Викимилектә
Сиам Ҡултығы
Самуй утрауында шәфәҡ

География

Сиам ҡултығы Һинд-Ҡытай ярымутрауының көнсығышын Малакка ярымутрауынан айырып тора. Яр буйы һыҙығы көнсығышта Вьетнамдағы Байбунг (Камау) морононда башланып көньяҡ-көнбайышта Малайзияның Кота-Бару ҡалаһы янында тамамлана. Көньяҡ-көнсығышта Сиам ҡултығы Көньяҡ-Ҡытай диңгеҙенә күсә. Майҙаны — яҡынса 320 000 км².

Сиам Ҡултығы 
Ко Мак утрауы янында Таиланд ҡултығы панорамаһы, һай һыуҙа һыу төҫө

Төньяҡ нөктәһендә Сиам ҡултығы Бангкок бухтаһын барлыҡҡа килтерә, уға Чаупхрая йылғаһы ҡоя. Ҡултыҡҡа ҡойған тағы бер ҙур йылға — Тапи, уның тамағы Сураттхани ҡалаһы эргәһендә. Чаупраянан ултырмалар килеүен дауам иткәнгә күрә, Үҙәк Таиланд ярҙары көньяҡҡа табан хәрәкәт итә бара. Һыуҙың тәрәнлеге ярҙан 10 — 20 саҡрым алыҫлыҡта ни бары 11 метр тәшкил итә. Ҡултыҡтың уртаса тәрәнлеге — ни бары 45 м, ә иң тәрән урыны — 80 м. Һуңғы боҙлоҡ осоро иң юғары нөктәһенә еткән саҡта ҡултыҡ диңгеҙ кимәленән юғары була һәм Үҙәк Таиландта Чаупхрая тирәләй бөгөнгө уйпатлыҡтың дауамын тәшкил итә. Шул уҡ ваҡытта Сиам ҡултығы ярҙарының күп өлөшө эрозияға дусар ителгән.

Ҡултыҡ эсендә һыу ағымы бик яй, шуға күрә ултырмалар бик тиҙ арта. Тоҙ миҡдары сағыштырмаса түбән һәм 31,8 — 33,5 процент тәшкил итә. Тик тәрәнерәк урындарҙа ғына Көньяҡ Ҡытай диңгеҙенең тоҙло диңгеҙ һыуы үтеп инеп, 50 метрҙан түбәнерәк тәрәнлеккә төшә. Сиам ҡултығының һыу температураһы ярайһы уҡ юғары һәм күпселек урындарҙа мәрйен рифтары барлыҡҡа килеүгә булышлыҡ иткән. Уларҙың күбеһенә глобаль йылыныу һәм бигерәк йылы һыу арҡаһында үлем хәүефе янай. Мәрйендәрҙең юҡҡа сығыуы ҙурыраҡ биләмәләрҙе солғап ала һәм урындағы туризмға, балыҡсылыҡҡа хәүеф менән янай.

Иҡтисады

Сиам Ҡултығы 
Балыҡ тотоу судноһы һәм платформалары Ко Мак утрауы янында

Иҫкәрмәләр

Tags:

ВьетнамВьетнам телеКамбоджаМалай телеМалайзияТаиландТай телеҠултыҡ

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

ҠөрьәнҺарытауИспанияКөҙәй кантоныМөхәммәт Пәйғәмбәр һәм БиблияДәүләкән интернат-лицейы уҡытыусыларыThe EconomistМексикаЙәстү намаҙыХәйҙәрпаша портыХәбиров Фәрит Барый улыБашҡортостан театрҙарыБәнү ҠурайзаЕнТорналарБолгар теле1947ЭддаКесе ЭддаАрал диңгеҙе26 мартМуҡшы теле1844 йылШәғәлиев (Шаһивәлиев) Әхмәт (Шаһивәли) Шәғәли улыБаш ҡалаТәржемәИзраильРус-япон һуғышыСиреналар5 майЯҡтылыҡМалеРимРумыния1812 йылғы Ватан һуғышыМөхәммәттең мөлкәтеМосолман исемеТомас МаннТарихӘбү-ДәбиТеләүембәтов Иршат Әнүәр улыЕте ырыу бағанаһы (Бөрйән районы)МаһабһаратамБохараВестминстер аббатлығыЯдро физикаһыБәләкәй Башҡортостан1981 йылПольшаВатан һуғышы орденыОкеанКабулШәрипов Рөстәм Динислам улыXII быуатҺинд телеТүбәнге ТимкәҠытайӨхүд һуғышы1962 йылИран телдәреПластов Аркадий АлександровичДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙы9 ноябрьМосолман календарыМәҙәниәтUbuntuҠатайМәҡәлИкенсе донъя һуғышыГрек телеМедуза горгонаИке ҡабырсаҡлы моллюскылар🡆 More