Реинкарна́ция (лат. reincarnatio ̊ҡабаттан кәүҙәләнеш), йәғни кәүҙәләнеү; шулай уҡ йәндәрҙең күсенеүе, метемпсихоз (лат. re — приставка, обозначающая «возобновление, повторность» + лат. incarnatio — «воплощение».бор.
грек. μετ-εμψύχωσις. μετ-εμψύχωσις — тере йән эйәһенең (ҡайһы бер вариацияларҙа тик кешеләр генә) үлемһеҙ асылының ҡабат-ҡабат бер есемдән икенсеһенә әүерелеүен дини-фәлсәфәүи күҙаллауҙар һәм инаныуҙар төркөмө. Был үлемһеҙ асылды төрлө традицияларҙа рух йәки йән, «илаһи осҡон», «юғары» йәки «ысын Мин» тип атайҙар; һәр тормошта физик донъяла индивидтың яңы шәхесе үҫешә, әммә бер үк ваҡытта индивидтың билдәле бер өлөшө тәндән тәнгә күсеүҙәр теҙмәһендә лә үҙгәрешһеҙ ҡала. Ҡайһы бер традициялар раҫлауынса, бер-бер артлы кәүҙәләнеүҙәр ниндәйҙер маҡсатҡа эйә һәм унда йән эволюцияға дусар була. Йәндәрҙең күсеүе тураһында күҙаллау ҡайһы бер дини системаларға ғына хас түгел, ә ниндәйҙер дини системанан айырылыуҙа, мәҫәлән, шәхси донъяға ҡарашта ла осрай.
Реинкарнация | |
Реинкарнация Викимилектә |
Йәндәрҙең күсеүенә ышаныу — боронғо феномен. Этнограф С. Токарев буйынса, күҙаллауҙарҙың иң тәүге формаһы тотемдарға бәйле. Ҡайһы бер халыҡтарҙа (эскимостарҙа, Төньяҡ Америка индеецтарында, йәһүдтәрҙә) балаға олатаһының йәки шул уҡ ырыу төркөмөнөң башҡа вәкиленең йәне инә тип иҫәпләнә. Реинкарнация доктринаһы индуизмда, буддизмда, джайнизмда һәм сикхизмда үҙәк урында тора. Пифагор, Сократ һәм Платон кеүек боронғо грек фәйләсуфтары йәндәрҙең күсеү идеяһын ҡабул итә. Реинкарнацияға ышаныу ҡайһы бер хәҙерге мәжүси традицияларға, нью-эйдж хәрәкәтенә хас, шулай уҡ спиритизм, каббала, гностицизм һәм эзотерик христианлыҡ кеүек ҡайһы бер Африка ғөрөф-ғәҙәттәре, эзотерик фәлсәфәләр яҡлылар тарафынан ҡабул ителә.
Хәҙерге фән күҙлегенән ҡарағанда, реинкарнация феномены барлығын дәлилләүсе бер генә ғилми раҫлау ҙа юҡ.
Реинкарнацияға ышаныу ике төп өлөштән тора:
Индуизм һәм буддизмдың төрлө йүнәлештәрекеүек Көнсығыш диндәре һәм йолалары бер тән үлгәндән һуң тормош яңыһында дауам итә, тип иҫәпләй. Индуист күҙаллауҙарына ярашлы, йән (атман) икенсе тәнгә күсә. Шулай итеп, ул алдағы тормошондағы ғәмәлдәренә ҡарап, төрлө тормошта төрлө — яҡшыраҡ йәки насарыраҡ — тәнгә инә.
Субстанциональ йәнде (ҡара: анатмавада) йәки мәңгелек аңды танымаған Буддизмдың иртә мәктәптәре (ҡара: тхеравада) вариҫтары, карма «формалаштырыусы факторҙар» (самскара) йоғонтоһо аҫтында дхармдарҙың — ябай психофизик элементтарҙың — буталыуын раҫлай. Буддизмда аң серия йәки бер-береһенән сыҡҡан эҙмә эҙлекле психик торош булараҡ ҡарала. «Аң ағымы» (читта-сантана) төшөнсәһе: 1) шәхси йән (атман) төшөнсәһенән башҡа шәхси психофизик тәжрибәһенең континуаллеге һаҡланыуы, 2) кармик әжер механизмының эшләүе. Тхеравадта, ҡабат тыуғанда (пунабхава) элекке йәшәйештең аҙаҡҡы мәле, янып бөтөп барған шәмдән яңы шәм ҡабыҙған кеүек, яңы йәшәйештең тәүге мәлен билдәләй Сарвастивадала үлем һәм яңы тормош араһында аралыҡ торошо концепцияһы барлыҡҡа килә
Көнсығыш дини тәғлимәттәре яҡлылар өсөн «реинкарнация» төшөнсәһенә альтернатива юҡ. Улар был тәғлимәттеғәҙеллеге өсөн таный. Уның мәғәнәһе буйынса, изге, юғары әхлаҡи тәртип шәхескә йәшәү шарттарын яҡшырта-яҡшырта тормоштан-тормошҡа алға барырға мөмкинлек бирә. Улай ғына ла түгел, реинкарнация үҙе Алланың тере йән эйәләренә ҡарата шәфҡәтле булыуының сағыу шаһиты һәм унан кешеләргә ҡарата яуызлыҡ ҡылыу тураһында ғәҙелһеҙ ғәйепләүҙе алып ташлай. Реинкарнация процесында, һәр саҡ йәнгә уның яңы кәүҙәләнешендә камиллашыуы өсөн тағы ла бер мөмкинлек бирелә. Тормоштан тормошҡа алға барып, йән таҙарына һәм сансараның әйләнешенән сығып, мокшаға (азатлыҡҡа) етә ала.
Көнсығыштың мәңгелек "мин"гә ҡарата фәлсәфәүи һәм дини инаныуҙары көнсығыш дин ғилемдәрендә йәндәрҙең күсенеүе нисек ҡаралыуҡа тура йоғонто яһай, улар араһында йән тәбиғәтен (дживы йәки атмана) фәлсәфәүи йәһәттән аңлауҙа ҙур айырмалар бар. Бер ағымдар «Мин» тигәнде инҡар итә, икенселәре индивидтың мәңгелек, шәхси асылы барлығы тураһында һөйләй, ә ҡайһы берҙәре "Мин"дең тереклек итеүе лә, уның йәшәмәүе лә иллюзия булып тора тип раҫлай. Был инаныуҙарҙың һәр береһе реинкарнация төшөнсәһен аңлатыуға туранан-тура йоғонто яһай һәм сансара, муҡшы, нирвана и бхактикеүек концепциялар менән бәйле.
Йәндең күсеүе (санскр. पुनर्जन्म — пуарджанма) индуизмдың төп төшөнсәләренең береһе булып тора. Башҡа һинд диндәренең фәлсәфәүи системаларындағы кеүек, тыуыу һәм үлем әйләнеше тәбиғәттең тәбиғи феномены булараҡ ҡабул ителә. Индуизмда индивидуумдың ысын рухи тәбиғәтенә ҡарата наҙанлығы уны фани тән һәм матдә менән — карма һәм ҡабаттан тыуыу әйләнешендә ҡалырға теләү теләген хуплаған — тиңләштереүгә килтерә.
Реинкарнация темаһы көнбайыш поп-мәҙәниәтендә, атап әйткәндә, кинематографияла, әҙәбиәттә, популяр музыкала киң таралған. Ошо тема менән бәйле бик күп фильмдар төшөрөлә. Уларҙың ҡайһы берҙәре түбәндә килтерелә:
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Реинкарнация, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.