Приштина

При́штина (алб.Prishtinë, сер.

Халҡы — 198 000 кеше, башлыса албандар.

Ҡала
Приштина
сер. Приштина, алб. Prishtinë
Приштина
Флаг Герб[d]
Флаг Герб
Ил

Косоволағы тораҡ пункт

автономиялы край

Косово һәм Метохия автономиялы крайы

Округ

Приштина округы/Косово округы

Координаталар

HGЯO

Башлыҡ

Шпенд Ахмети[d]

Майҙаны

572 км²

Бейеклеге

652 м

Халҡы

~200 000 кеше

Милли состав

албандар

Сәғәт бүлкәте

UTC+1, йәйге UTC+2

Телефон коды

(+381) 038

Почта индексы

10000

Һанлы танытмалар
Рәсми сайт

kk.rks-gov.net/prishtina/
 (серб.) (алб.) (инг.)

Приштина (Ер)
Приштина
Приштина

Сербия  һәм Косовоның бойондороҡһоҙлоғон танымаған дәүләттәр күҙлегенән Приштина — Косово һәм Метохия автономиялы крайының баш ҡалаһы.

Тарихы

Беҙҙең эраның II быуатында Ульпиана тигән Рим колонияһы нигеҙләнә, VI быуатта атамаһы колонияны ҡабат төҙөгән император Юстиниан хөрмәтенә Юстиниана Икенсе тип үҙгәртелә. VI—VII быуаттар сигендә Балҡан ярымутрауы славяндар тарафынан колониялаштырылған саҡта емертелә.

Приштина тәүләп — 892 йылғы, ә хәҙерге атамаһы менән 1342 йылғы сығанаҡтарҙателгә алынған. Приштина урта быуат серб дәүләте үҙәктәренең береһе була һәм король Стефан Урош II Милутиндың (1282—1321) резиденцияһы булып хеҙмәт итә. Ҡаланан төньяҡ-көнбайыштараҡ 1389 йылда Косово яланындағы алыш була. 1459 йылда серб баш ҡалаһы Смедерево Ғосман империяһы тарафынан баҫып алына һәм төрөктәр хакимлығы аҫтында ҡала.

1912 йылда, Беренсе Балҡан һуғышы ваҡытында, ҡаланы сербтар буйһондора. Беренсе донъя һуғышы барғанда ҡаланы австрий ғәскәрҙәре оккупациялай (19151918), шунан һуң ул ҡабат Сербияға ҡайтарыла.

Икенсе донъя һуғышы барғанда Приштина итальян идаралығына тапшырыла. 1943 йылда немецтар ҡаланы оккупациялай. 1944 йылдың 21 октябрендә Югославия Халыҡ-азатлыҡ армияһы тарафынан азат ителгәс, ҡала Югославия Совет Федератив Республикаһы составына Сербия Республикаһының бер өлөшө итеп индерелә. 1946 йылдан — Косово-Метохия автономиялы өлкәһенең, 1963 йылдан — крайының административ үҙәге була. Коммунистик хөкүмәттең декреты буйынса, Приштина 1974 йылда яңы ойошторолған Косово социалистик автономиялы провинцияһының баш ҡалаһы статусын ала.

1999 йылдың башында, Косоволағы конфликт көсәйгән саҡта, ҡала ҙур зыян күрә. Бөтә сербтар ҙа тиерлек һәм башҡа албан булмағандар ҡаланан ҡаса йә ҡыуыла. 1999 йылдың 12 июненән 2003 йылға тиклем ҡаланың аэропорты Рәсәй ғәскәрҙәре контроле аҫтында тотола.

2008 йылдан Приштина өлөшләтә танылған Косово Республикаһының баш ҡалаһы булып тора.

Географияһы

Приштина Косовоның төньяҡ-көнсығышында Голяк тауҙарына яҡын ғына тора. Приштинанан Шар-Планина тауҙары күренә, улар бер нисә километрҙа, Косово менән Метохияның көньяғында, урынлашҡан. 

Транспорты

Приштина Косоволағы автомобиль, тимер юл һәм  һауа селтәрҙәренең эре узелы булап тора. Автобустар, поездар һәм  самолёттар Приштина менән төбәктәге һәм унан ситтәге башҡа тораҡ пункттар менән бәйләнеште тәьмин итә.  

Галерея

Панорама

Приштина 
Приштина панорамаһы

Административ буйһоноуы

Серб позицияһы Албан позицияһы
Приштина 

Косово һәм Метохия автономиялы крайының Косово крайына инә

Приштина 

Косово Республикаһының
Приштина округына инә

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Tags:

Приштина ТарихыПриштина ГеографияһыПриштина ТранспортыПриштина ГалереяПриштина ПанорамаПриштина Административ буйһоноуыПриштина ИҫкәрмәләрПриштина ҺылтанмаларПриштина2008 йылАлбандарКосово РеспубликаһыСерб теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

LinuxХажАвстралияДаянова Тәскирә Байрам ҡыҙыҠошсо кантоныУльтрафиолет нурланыш1732 йылАмерика Ҡушма ШтаттарыСәсәнГерманияСыуаштарАпрель (Алағарай)МәскәүФәйзуллина Гәүһәр Садиҡ ҡыҙыБүреләр (рок төркөмө)Малиновский Родион ЯковлевичМаскатБөтә донъя мираҫыБиблия2017 йылСатурн (планета)Яҡшыбаева Лира Миңләхмәт ҡыҙыТау эшеБаймөхәмәтов Айгиз Ғиззәт улыДауыт Юлтый1959 йылЗакир ҺаҙыйТәбиғәтВикимилекКомиксАҡмуллаХәбиров Фәрит Барый улыМамыҡ ҡанатлыларSkypeНатрий карбонатыАҙанғол (Мәсетле районы)БанкнотаСыуаш милли кейемеҮҫәргән ырыуы шәжәрәһеШаршамбыУсманов Хәсән Хәжиәхмәт улыУрал батырГренландияМетаболизмНазаров Рәшит Сәйетбаттал улыКүсемһеҙ мөлкәтҒәрәп телеТверь өлкәһеАуылМәжүсилекАң фәлсәфәһеХисамов Ғәлим Афзал улыҒиндуллин Фәрит Хөрмәтулла улыДәүләтшина Һәҙиә Лотфулла ҡыҙыБашҡортостан байрамдарыДиалектМәжит ҒафуриИнтернетБашҡортостан ҡоштарыҠара гөбөргәйелБашҡортостан күлдәреИсмәғилев Заһир Ғариф улыКорея Халыҡ-Демократик РеспубликаһыӨмөтбаев Мөхәмәтсәлим Ишмөхәмәт улыКилешФранция24 ғинуар🡆 More