Политоло́гия (грек.
грек. λόγος — ғилем), йәки сәйәси фән, — политика тураһында фән , кешеләрҙең власть мөнәсәбәттәренә, йәмғиәттең дәүләт-сәйәсәт ҡоролошона, принциптарына, нормаларына бәйле айырым эшмәкәрлек өлкәһе, улар йәмғиәттең йәшәү эшмәкәрлеген, кешеләр , йәмғиәт һәм дәүләт араһындағы мөнәсәбәттәрҙе тәьмин итеү. Сәйәсәт (политика) менән шөғөлләнеүсе политолог тип атала.
Политология | |
Әһәмиәтле кеше | Морис Дюверже[d] һәм Элинор Остром |
---|---|
Алдағы | камеральные науки[d] |
Өйрәнеү объекты | Сәйәсәт |
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр | 45 580 |
Политология Викимилектә |
Политология үҫешендә шартлы рәүештә өс дәүерҙе бүлеп ҡарарға була :
Политика уҡыу фәне булараҡ XIV быуат аҙағынан алып Европа университеттары уҡытыу программаларына индерелә башлай. Баштараҡ был фән Аристотелдең «Политика»һын өйрәнеүҙән генә торған .
XIX быуаттың икенсе яртыһынан алып, социология һәм позитивизм методологияһы үҫеше менән бәйле политология ла етеҙ үҫешә башлай. Европа һәм Төньяҡ Америка университеттарында сәйәсәт фәндәре кафедралары , хатта факультеттары барлыҡҡа килә . Иң тәүге булып 1857 йылда Колумбия университетында (АҠШ тарих һәм сәйәсәт фәндәре кафедраһы булдырыла . Испанияның Мадрид ҡалаһында Әхлаҡ һәм сәйәсәт фәндәре академияһы ( 1861), Парижда Сәйәсәт фәндәре ирекле мәктәбе (Франция, 1871), Колумбияла (Миссури) Сәйәсәт фәндәре мәктәбе (АҠШ, 1880), Берлинда Дәүләтте өйрәнеү йәмғиәте (Германия, 1883), Лондонда Иҡдисат һәм сәйәсәт фәндәре мәктәбе (Бөйөк Британия, 1895) ойошторола.
1948 йылда ЮНЕСКО ярҙамы менән үткәрелгән сәйәсәт фәндәре буйынса халыҡ-ара симпозиум сәйәсәтте өйрәнеүгә һиҙелерлек этәргес бирә. Унда «политология» термины индерелә һәм юғары уҡыу йорттарында был фәнде өйрәнеү тәҡдим ителә .
Тәү сиратта политологияның фән булараҡ предметы - сәйәси власть, уның хоҡуҡ системаһы нигеҙҙәре, уның легитимлығы, уның тотороҡлоғон тәьмин итеүсе механизмдарҙы һәм хаким итеү күҙлегенән оптималлеген (иң ҡулайлы вариантын) асыҡлау. Бынан тыш, политология фәненең объекты булып сәйәсәт (политика), йәмғиәт тормошоноң сәйәсәт өлкәһе тора. Сәйәси власҡа ҡарата ижтимағи субъекттарҙың мөнәсәбәт законлылыҡтары - политология предметы. Был предметты төрлө фәндәр өйрәнә (социология, философия, хоҡуҡ һ.б.), политология уларҙың төрлө аспекттарын бергә ҡушып өйрәнә.
Күп ғалимдар политологияны төрлө фәндәр араһында тороусы фән тип ҡарай, уның өйрәнеү предметы тип сәйәси тормоштоң йәшәү һәм үҫеш тенденциялары закондары ҡарала, улар сәйәсәт субъекттарының сәйәси власть һәм сәйәси мәнфәғәттәрҙе тормошҡа ашырыу эшмәкәрлегенә ҡушылыу процессын сағылдыра. Ләкин күп кенә ғалимдар бер ниндәй ҙә айырым мәңгелек сәйәси закондар һәм хаҡиҡәт юҡ тип иҫәпләй . Сәйәси закондарҙы тикшереүселәр шуны иҫендә тоторға тейеш — бер теоретик «прогресс» тип иҫәпләгән әйбер, икенсеһе өсөн регресс булып сығасаҡ.
Политология өйрәнгән мәсьәләләрҙе өс ҙур төркөмгә бүлергә була :
Тағы ла бер аңлатма:
Рәсәй политологияһында түбәндәге сәйәсәттең функциялары күрһәтелә:
Политология Викимилектә | |
Политология Викияңылыҡтарҙа |
Фән йүнәлештәре | Фән тураһында… |
Гуманитар | Йәмғиәт | Тәбиғи | Техник | Практик |
Математика | Физика | Химия | География | Астрономия | Геология | Биология | Тарих | Тел белеме | Филология | Фәлсәфә | Психология | Социология | Антропология | Иҡтисад | Информатика |
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Политология, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.