Нервы системаһы — иммун һәм эндокрин системалар менән бергә организмдың дөйөм эшмәкәрлеген бар яҡтан көйләүсе, уның тышҡы һәм эске мөхит менән бәйләнешен, ундағы төрлө үҙгәрештәргә яуабын бойомға ашырыусы морфологик һәм функциональ яҡтан үҙ-ара бәйле төрлө нервы структуралары берлеге.
Баш һәм арҡа мейеһенән таралып, бер система тәшкил иткән, бөтә организмдың эшмәкәрлегенә етәкселек итеүсе нәҙек кенә еп рәүешендәге үҫенде булған нервылар уның беренсел нигеҙе булып тора.
Кешенең нерв системаһы |
---|
Нәҡ нервы системаһы тәү сиратта организмдың барлыҡ функцияларын яйлауҙа бик мөһим роль уйнай. Ул күҙәнәк, туҡыма, тән ағзалары һәм уларҙың системаларының үҙ-ара ярашып эшләүен тәьмин итә.
Кешенең әйләнә-тирәләге мөхитте белеп-тикшереүенә генә түгел, уны әүҙем рәүештә үҙгәртә лә алыуына ярҙам итеүсе һиҙеү-тойоу, уҡып өйрәнеү, хәтер, телмәр һәм фекер йөрөтөү кеүек барлыҡ психик процестар нигеҙендә нервы системаһы эшмәкәрлеге ята.
Ул иммун һәм эндокрин системалар менән берлектә һәм дөрөҫ эшләгәндә генә организм, бөтөн бер система булып, үҙенә тейешле барлыҡ бурыстарҙы ла тулы мәғәнәһендә тормошҡа атҡара.
Организмдың дөйөм нервы системаһы үҙ сиратында күләме һәм эшмәкәрлеге йәһәтенән вағыраҡ булған үҙәк нервы системаһын, вегетатив нервы системаһын, симпатик һәм парасимпатик нервы системаларын, висцераль нервы системаларын үҙ эсенә ала.
Нервы системаһының әһәмиәте һәм мөһимлегенең бөтә төрлөлөгөн уның үҙенсәлектәренән сығып аңлатырға була.
Нервы системаһы нейрондарҙан һәм ваҡ-ваҡ эйәрсән (нейроглея) күҙәнәктәрҙән тора.
Нейрондар — үҙәк нервы системаһының да, периферик нервы системаһының да төп структур һәм функция элементары. Нәҡ улар нервы системаһының эшмәкәрлеген тәьмин итә.
Нейрондар, ярһыусы күҙәнәктәр булараҡ, нервы импульстары (көсһөҙ генә электр тогы) барлыҡҡа килтереү һәм уларҙы тапшырыу һәләтенә эйә.
Төрлө формала һәм ҙурлыҡта булған нейрондар тәндән һәм үҫентеләрҙән тора. Үҫентеләр үҙҙәре ике төргә — дендриттарға (ҡыҫҡа үҫентеләр) һәм аксондарға (оҙон үҫенте) бүленә.
Күпселек дендриттар (грекса «дендрон» — ағас) — ҡыҫҡа, ныҡ тармаҡланған үҫентеләр. Бер нейронда улар бер нисә булырға мөмкин, шул уҡ ваҡытта уларҙың бары тик берәү генә булыуы ла, йә иһә бөтөнләй булмауы ла тулыһынса тәбиғи күренеш.
Нервы импульстары дендриттар буйынса нервы күҙәнәге тәненә килеп инә.
Аксон (грекса «аксис» — үҫенте) — оҙон, башлыса аҙ тармаҡланыусан үҫенте. Ул импульстарҙы күҙәнәк тәненән алып китә.
Һәр бер нервы күҙәнәгенең бары бер генә аксоны бар, шул уҡ ваҡытта уның оҙонлоғо бер нисә тиҫтә сантиметрға етергә мөмкин.
Шулай итеп, нервы күҙәнәктәренең оҙон үҫентеләре аша импульстар организм кимәлендә ҙур алыҫлыҡтарға тапшырыла ала. Аксондар аша импульстар нейрон тәне аша башҡа күҙәнәктәргә, шул иҫәптән, икенсе нейрондарға күсә.
Үҙҙәренән киткән үҫентеләрҙең формаһына һәм нисек китеүҙәренә ҡарап нейрондар униполяр (бер үҫентеле), биополяр (ике үҫентеле) һәм мультиполяр (күп үҫентеле) булырға мөмкин. Шулай уҡ ялған үҫентеле нейрондар ҙа була.
Ҙурлыҡтары буйынса нейрондар төрлө була: бәләкәй (5 мкм-ға тиклем), уртаса ҙурлыҡта (30 мкм-ға тиклем) һәм ҙур нейрондар (100 мкм-ға тиклем).
Нейрондарҙың үҫентеләре оҙонлоғо ла төрлөсә: мәҫәлән, уларҙың ҡайһы берҙәрен микроскоп менән генә күрергә мөмөкин булһа, икенселәре 1,5 метрға ла етергә мөмкин.
Миҫал өсөн: арҡа мейеһендә урынлашҡан нейрондың үҫентеләре аяҡ һәм ҡул бармаҡтарына барып етә. Нервы импульсын (ярһыу һәм ҡуҙғыуҙы) бер нейрондан икенсеһенә йә башҡа күҙәнәктәргә тапшырыу, шулай уҡ импульстың көсөргәнешлеген яйға һалыу махсус контакттар (урыҫса — синапстар) ярҙамында башҡарыла.
Оҙон үҫентеләр йыш ҡына аҡ төҫтәге май һымаҡ матдәнән торған шекәрә менән көпләнгән була. Уларҙың үҙәк нервы системаһындағы тупланмалары аҡ матдә барлыҡҡа килтерә.
Нейрондарҙың ҡыҫҡа үҫентеләренең һәм тәндәренең ундай шекәрәһе юҡ. Уларҙың тупланмалары һоро матдәне барлыҡҡа килтерә.
Төҙөлөштәре һәм килеп сығышы йәһәтенән төрлө-төрлө булған эйәрсән күҙәнәктәр (урыҫса «нейроглиальные клетки»), нейрондарҙы уратып алып, нервы системаһында ярҙамсыл функциялар үтәй: нейрондарҙы туҡландырыу һәм һаҡлау бурыстарын башҡара.
Нейрондарға ҡарағанда эйәрсән күҙәнәктәрҙең һаны 10 тапҡыр самаһы күберәк. Дөйөм алғанда, улар үҙәк нервы системаһы күләменең яртыһын тиерлек алып тора. Шул уҡ ваҡытта, нейрондарҙан айырмалы рәүештә улар нервы импульстары барлыҡҡа килтерә алмай.
Нейрондар үҙ формалары һәм башҡарған эшмәкәрлеге буйынса бер-береһенән айырыла. Уларҙың берәүҙәре, һиҙгерҙәре, импульстарҙы һиҙеү органдарынан арҡа һәм баш мейеләренә тапшыра.
Һиҙгер нейрондарҙың тәндәре үҙәк нервы системаһы юлындағы нервы төйөндәрендә ята.
Нервы төйөндәре — нервы күҙәнәктәре тәндәренең үҙәк нервы системаһынан ситтәге тупланмалары.
Нейрондарҙың икенселәре, хәрәкәт нейрондары, импульстарҙы арҡа һәм баш мейеләренән мускулдарға һәм эске ағзаларға тапшыра.
Һиҙгер һәм хәрәкәт нейрондары араһындағы бәйләнеш арҡа һәм баш мейеләрендә өҫтәмә нейрондар тарафынан бойомға ашырыла. Уларҙың тәне һәм үҫентеләре мейенән ситкә сыҡмай.
Арҡа һәм баш мейеләре организмдың барлыҡ ағзалары менән нервылар аша бәйләнгән.
Нервылар — нервы күҙәнәктәренең шекәрә менән көпләнгән оҙон үҫентеләре тупланмалары ул.
Хәрәкәт нейрондарының аксондарынан торған нервылар хәрәкәт нервылары тип атала.
Һиҙгер нервылар һиҙгер нейрондарҙың дендриттарынан тора.
Күпселек нервыларҙа аксондар ҙа, дендриттар ҙа бар. Бындай нервылар ҡатнаш нервылар тип исемләнә. Улар буйынса импульстар ике йүнәлештә — үҙәк нервы системаһына һәм артабан ағзаларға бара.
Төҙөлөшө буйынса нервы системаһының үҙәк (ҮНС) һәм периферик бүлектәрен айырып йөрөтәләр:
Функцияһы буйынса нервы системаһының соматик һәм автономлы (вегетатив) бүлектәрен айырып йөрөтәләр.
Автономлы нервы системаһында симпатик һәм парасимпатик бүлектәрҙе айырып йөрөтәләр. Күпселек эске ағзалар ошо ике бүлек нервылары менән тәьмин ителә. Ҡағиҙә булараҡ, улар .ағзаларға ҡапма-ҡаршы йоғонто яһайҙар. Мәҫәлән, симпатик нервы йөрәктең эшләүен көсәйтә һәм тиҙләтә, ә парасимпатик нервы уны әкренәйтә һәм көсһөҙләндерә.
Төрлө систематик төркөмдәргә ҡараған хайуандарҙың төҙөлөш үҙенсәлектәренә бәйле нервылар системаһының бер нисә тибы бар.
Нервылар системаһы типтары:
Бындай нервной системаһы яҫы селәүсендәрҙә һәм йомро селәүсендәрҙә (уларҙың диффуз нервы селтәре ныҡ үҫешмәгән) осрай.
Күҙәнәктәрҙең күп өлөшө нервы төйөндәре — ганглияларға йыйылған. Күпселек хайуандарҙа уларҙағы нервы күҙәнәктәре махсуслашҡан һәм айырым ағзаларҙы хеҙмәтләндерә. Башаяҡлы моллюскыларҙа һәм быуынтығаяҡлыларҙа нервы төйөндәре берләшеп баш мейеһе барлыҡҡа килтерә.
This article uses material from the Wikipedia Башҡорт article Нервы системаһы, which is released under the Creative Commons Attribution-ShareAlike 3.0 license ("CC BY-SA 3.0"); additional terms may apply (view authors). Башҡа шарт булмаһа, CC BY-SA 4.0 лицензияһына ярашлы, эстәлек менән һәр кем файҙалана ала. Images, videos and audio are available under their respective licenses.
®Wikipedia is a registered trademark of the Wiki Foundation, Inc. Wiki Башҡорт (DUHOCTRUNGQUOC.VN) is an independent company and has no affiliation with Wiki Foundation.