Маврҙар

Маврҙар (лат. Mauri, грек.

VII һәм XVII быуаттар араһындағы осорҙа Төньяҡ-Көнбайыш Африка һәм Европа йәшәгән, ислам динен тотҡан берберҙар һәм Африка ҡәбиләләре.

Маврҙар
Кем хөрмәтенә аталған Мавретания Тингитанская[d]
Урынлашыу картаһы
Маврҙар Маврҙар Викимилектә
Маврҙар
Мавр, Абд әл-Вәхит ибн Мәсуд ибн Мөхәммәт Анун, Англия королеваһы Елизавета Беренсегә килгән мавр илсеһе
Маврҙар
Кастилия илселәре маврҙар королен Ғүмәр әл-Мостафикты уларҙың альянсына ҡушылырға күндерергә маташа (Кантигас де Санта-Мариянан хәҙерге һүрәт).

«Маврҙар» термины Иберия ярымутрауын яулап алған һәм VIII быуатта унда төпләнгән ғәрәптәргә һәм берберҙарға, шулай уҡ ошо яулап алынған биләмәләрҙә Ислам динен ҡабул итеүселәргә (һәм уларҙың вариҫтарына) ҡарата ҡулланыла. Иберия ярымутрауының ҡайһы бер ғәрәп илбаҫарҙары негроид расаһы вәкиле булғанға күрә, был термин XVI һәм XVII быуаттарҙа һәр ҡара тәнле кешенең айырмалыҡ билдәһе итеп ҡулланылған. Аныҡ булмауы арҡаһында «мавр» терминын тарихсылар һирәк ҡуллана. «Мавритан» һүҙбәйләнеше йыш ҡына Испанияның мосолман хакимлығы аҫтында булған өлөштәрендә барлыҡҡа килгән сәнғәт һәм мәҙәниәт әҫәрҙәренә ҡарата ҡулланыла. Гранаданы яулап алғандан һуң ҡалған һәм христианлыҡ динен ҡабул иткән маврҙар морисктар исеме менән билдәле.

Ғәрәптәрҙең Пиреней ярымутрауын яулап алыуы

Маврҙар 
Реконкиста ваҡытында мавритандар һәм христиандар араһында алыш, Кантигас де Санта-Мариянан алынды
Маврҙар 
Кордовала йәмиғ мәсетенең манараһы (Мескита)
Маврҙар 
Христиан менән мавр сатраш уйнай, Кастилия һәм Леон короле Альфонсо X-ның "Уйындар китабы"нан, яҡынса 1285 йыл.

VII быуат аҙағында ғәрәптәр, терәк пункты итеп хәҙерге Тунистың көнсығышындағы Кайруан ҡалаһын һайлап, Төньяҡ Африканы яулай һәм 709 йылға ҡарай Танжерға һәм Атлантик океандың ярҙарына барып етә. 711 йылда Тәрек ибн-Зыяд етәкселегендәге ғәрәптәр һәм берберҙар Пиреней ярымутрауында килгән. 711 йылдың 19 июлендә Ханд күле буйында вестготтарҙы ҡыйратып һәм Эсиха янындағы алышта еңеп, ғәрәп ғәскәрҙәре Кордованы, Толедоны — Вестгот короллегенең баш ҡалаһын һәм башҡа ҡалаларҙы ала.

712 йылда Төньяҡ Африканан килгән Муса ибн Нусайрҙың ғәскәре Мәҙинә-Сидонияны, Кармонаны, Севильяны һәм Мериданы баҫып ала.

718 йылға ҡарай Пиреней ярымутрауы, төньяҡта бәләкәй генә өлөшөнән тыш, ғәрәптәр ҡулына күсә. 720 йылда улар Галлияға бәреп инеп, Септимания менән Нарбоннаны баҫып алған. Уларҙың Европаға артабанғы йүнәлеше 732 йылдың 4 октябрендә Пуатье янында Франк дәүләтенең майордомы Карл Мартелдың атлы ғәскәре һәм пехотаһы тарафынан ғәрәп ғәскәрҙәрен ҡыйратҡандан һуң туҡтатыла. 759 йылда Франк дәүләтенең майордомы Ҡыҫҡа Пипин Нарбоннанан һәм Септиманиянан ғәрәптәрҙе сығара.

Баҫып алынған Испания биләмәләрендә ғәрәптәр Өмәүиҙәр хәлифәлеге составына ингән әмирлек ойоштора. 756 йылда Өмәүиҙәр — бойондороҡһоҙ Кордова әмирлегенә, ә 929 йылда Кордова хәлифәлегенә нигеҙ һалалар. Урындағы халыҡ араһында ислам таралған.

Ерҙе яулап алыусыларға буйһонған урындағы донъяуи һәм сиркәү ер биләүселәренә крәҫтиәндәр менән бергә элек биләгән ерҙәренең бер өлөшө ҡалдырылған. Ерҙәрҙең байтаҡ өлөшө илбаҫарҙар араһынан яңы зыялылар ҡулына күскән. Көньяҡ һәм көньяҡ-көнсығыштың иң уңдырышлы ерҙәрен ғәрәптәр үҙҙәре биләй; илдең үҙәк һәм төньяҡ өлөшөндә ғәрәптәр үҙҙәренең ғәскәрҙәренә ингән күп һанлы бербер ҡәбиләләрен урынлаштыра.

Хәлифә Абд ар-Рахман III (912—961 йылдарҙа идара иткән) хакимлығы осоронда Кордова әмирлеге (ә 929 йылдан алып — хәлифәлек) иң ҙур ҡеүәткә өлгәшә. Феодаль мөнәсәбәттәрҙең үҫеше X быуат аҙағында үҙәк властың көсһөҙләнеүенә килтерә. 1031 йылда Кордова хәлифәлеге бик күп ваҡ әмираттарға тарҡала. Был, ахыр сиктә, уның юҡҡа сығыуына килтергән.

Реконкиста

Пиреней ярымутрауының төньяғында VIII быуатта уҡ ғәрәптәрҙең яулап алыуына ҡаршы тороу үҙәктәре барлыҡҡа килгән. Реконкистаның хәл иткес этабы 1031 йылда Кордова хәлифәлеге тарҡалғандан һуң башланған. 1085 йылда кастилиялар Кастилия һәм Леон короллегенең баш ҡалаһына әүерелгән Толедоны ала. Ваҡ ғәрәп дәүләттәре Төньяҡ Африканан Әл-Мурабиттарҙы ярҙамға саҡыра. Улар 1086 йылда Салака эргәһендә еңеү яулап һәм Реконкиста барышын туҡтатып, бөтә мосолман Испанияһын үҙенә буйһондора. Әммә 1118 йылда Арагон короллеге маврҙарҙан Сарагосаны тартып ала. XIII быуат уртаһында маврҙарҙың көньяҡта ҙур булмаған территорияһы — Гранада әмирлеге генә ҡалған. Көнбайышта Реконкистаны Португалия үткәрә (1095—1139 йылдарҙа Леонға бәйле графлыҡ; 1139 йылдан алып — корллек, ул 1143 йылда Леон тарафынан тип танылған). 1492 йылда Реконкиста Пиреней ярымутрауында мосолмандарҙың һуңғы терәге — Гранаданы алыу менән тамамлана. Испанияла ҡалған ғәрәп-бербер халҡы көсләп суҡындырыла һәм христиан динен ҡабул итергә мәжбүр була. 1492 йылда Испаниянан йәһүдтәр, ә 1502 йылда христиан динен ҡабул итмәгән маврҙар ҡыуылған.

Пиреней ярымутрауында ҡалған мавр-мосолмандарҙың нәҫелдәре мориско (moriscos) тип аталған. Улар Арагон, Валенсия йәки Андалусия кеүек ҡайһы бер төбәктәрҙә крәҫтиәндәрҙең байтаҡ өлөшөн тәшкил иткән, әммә 1609—1614 йылдарҙа күбеһенсә ҡыуып сығарылған. Тарихсылар баһалауынса, яҡынса 8 миллион кешенән 300 меңе ҡыуылған. Улар башлыса хәҙерге Марокко, Тунис һәм Алжирға күсеп киткән.

Галерея

Иҫкәрмәләр

Маврҙар 
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «мавр» мәҡәләһе бар

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Ҡалып:Древняя Ливия — области и ливийские племена Ҡалып:Расовые, этнические, религиозные, региональные и социальные прозвища Ҡалып:Арабы

Tags:

Маврҙар Ғәрәптәрҙең Пиреней ярымутрауын яулап алыуыМаврҙар РеконкистаМаврҙар ГалереяМаврҙар ИҫкәрмәләрМаврҙар ӘҙәбиәтМаврҙар ҺылтанмаларМаврҙарАфрикаБерберҙарГрек телеЕвропаИсламЛатин теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Антипин Филипп ЛукьяновичАвстралияМәхмүт (Салауат районы)Башҡортостан Республикаһының Юғары СудыТинес (ҡасаба)Исхаҡов Ришат Сәлмән улыБойцова Мария ФилипповнаГәрәев Муса Ғайса улыБурамаУрта быуаттарQR-кодҺүҙбәйләнешӨхүдСалауат (Ислам)МетаболизмБлогАбдуллина Гөлфирә Риф ҡыҙыБаймаҡ районыӘбйәлил районыТимер юл транспортыСалауат ЮлаевКиотоСибәғәтов Флүр Шәрифулла улыДәүләткилдеев Ҡасим Сәлиғәскәр улыЙылҺарыҡШтрих-кодХәбиров Фәрит Барый улыБашҡорт телендәге уйын фильмдары исемлегеБашҡорт теленең лексикаһыРязанский Сергей НиколаевичАсланова Маргарита СемёновнаҠорбанғәлиевАнамнияларВаҡытҠырғыҙстан райондарыАмерика Ҡушма Штаттары президенттары исемлегеУрал батырҠаҙағстанХамматов Яңыбай Хаммат улыЙондоҙ дәүмәлеСолтангәрәев Рәшит Ғимран улыӨфөШайморатов Миңлеғәле Минһажетдин улыЭҙләүҙе оптималлаштырыуСалауат Юлаев музейыАсыҡ контентХәрби хеҙмәткәрСыртланова Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙыЕ. А. Букетов исемендәге Ҡарағанды дәүләт университетыБашҡортостан архитектураһыКурдтарЙен ЗигмундТатар дәүләт гуманитар-педагогия университетыБерлинӘз-Зәлзәлә сүрәһе1985 йылМарко ПолоБашҡорт теленең диалекттарыШыйыҡсаИр енес ағзаһы🡆 More