Лгбт

ЛГБТ (ингл. LGBT) — инглиз телендә лесбияндар (Lesbians), гейҙар (Gays), бисексуалдар (Bisexuals) һәм трансгендер кешеләр (Transgenders) өсөн барлыҡҡа килгән аббревиатура.

Был термин 1990-сы йылдарҙан алып ҡулланыла һәм 1980-се йылдар урталарынан алып аҙағына хәтлем «гей-берләшмәһе» һүҙен алмаштыра башлаған «ЛГБ» аббревиатураһының адаптацияһы булып тора.

Лгбт
ЛГБТ-ны күрһәтеүсе алты полосалы йәйғор флагы

«ЛГБТ» термины «сексуаль мәҙәниәт һәм гендер үҙенсәлеге» төрлөлөгөн күрһәтеү өсөн яһалған һәм гомосексуал, бисексуал һәм трансгендер кешеләргә ҡарата ҡулланыла. 1996 йылдан ЛГБТК (LGBTQ) аббревиатураһы осрай, унда К (Q) хәрефе «квир» (ингл. Queer) һүҙен аңлата. Q шулай уҡ «шикләнеүсе» (ингл. Questioning) тип атап була. 1999 йылданалып интерсекс-кешеләрҙең бер өлөшө ЛГБТИ (LGBTI) аббревиатураһын тәҡдим итә артабан был ЛГБТИК (LGBTIQ) менән берләшә.

Аббревиатура уларҙың сексуаль йүнәлеш һәм гендер берләшеүе нигеҙендә берләшкән кешеләрҙең үҙатамаһы, Ҡушма Штаттарҙа һәм башҡа төрлө инглиз телле илдәрҙә күпселек йәмәғәт ойошмалары һәм киң мәғлүмәт саралары тарафынан ҡабул ителә, ә һуңғараҡ донъяның күпселек илдәрендә.

Тарих

1960 йылға тиклем инглиз телендә ориентацияһы гетеросексуальдан айырылып торған һәм шул уҡ ваҡытта кире мәғәнәғә эйә булмаған кешеләрҙе билдәләгән термин юҡ ине. Иң нейтраль термин - өсөнсө енес (ингл. third gender) 1960 йылдарҙа тәҡдим ителде, әммә үҙләштерелмәне.

Тәүгеләрҙән булып гомосексуал (ингл. homosexual) термины киң ҡулланылған. Әммә ул насар мәғәнә йөрөтә тип һаналған һәм, ҡағиҙә булараҡ, алмаштырылған: 1950-1960 йылдарҙа гомофил (ингл. homophile), ә һуңынан 1970 йылдарҙа - гей (ингл. gay). 1970 йылдарҙа күп лесбиянкалар алдында тигеҙлек мәсьәләһе беренсе урында торҙо. Гендер стереотиптарын улар патриархаль кисерештәр тип күрҙеләр. Лесбиян-феминисттар гей-барҙарҙа киң таралған роль моделдәрҙән ҡастылар. Феминистик хәрәкәттең әүҙемлеге артыу менән, "гейҙар һәм лесбияндар" фразаһы йышыраҡ ҡуллана башланы. Һуңыраҡ уларға трансгендер кешеләре һәм бисексуалдар ҡушыла.

1970-се йылдар аҙағында - 1980 йылдар башында, Стоунволл сыуалыштар эйфорияһы үткәндән һуң, ҡабул итеүҙә үҙгәреш үҙгәрҙе. Күп кенә гейҙар һәм лесбияндар ЛГБТ-берләшмәнең тиң ағзалары булараҡ бисексулдарҙы һәм трансгендер кешеләрҙе ҡабул итмәй башланы. 1990-сы йылдарҙа ғына бисексуалдар һәм трансгендер кешеләре, гейҙар һәм лесбияндар менән берҙәм берләшмә булдырҙы. Был осорҙан алып йәмғиәттең аббревиатураһы ЛГБТ тип атала башлан..

Варианттар

Лгбт 
ЛГБТК — ЛГБТ аббревиатураһы «квир» һүҙе менән киңәйтеү
Лгбт 
ЛГБТИК йәки ЛГБТКИ - шулай уҡ интерсекстарҙы үҙ эсенә алып, киңәйтелгән версия

Иҫкәрмә

Tags:

АббревиатураИнглиз теле

🔥 Trending searches on Wiki Башҡорт:

Мамыҡ ҡанатлыларРостов АренаХалыҡ-ара стандарт китап номерыӨфөЙәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улыСиләбе өлкәһеАрхеологияБаязит БикбайҠошсоБөжәктәрБерлин3 октябрьГәзитМәжүсилекФредерик ШопенВашингтон МонументыНефтьОтто фон БисмаркДанияW3CТәкәләр (ырыу)СайтЕрМария-АнтуанеттаҠарға бутҡаһыИгебаев Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улыQIWIТанзимат23 апрельОҙон көйЗакир ҺаҙыйИр енес ағзаһыАуылАмерика Ҡушма ШтаттарыМостай КәримXMLКәкүкӨмөтбаева Рита Ришат ҡыҙыӘхмәтшин Рәлиф Фәйзел улыЭнциклопедияҺарыҡты кем ашаған?Бәрәңге6 декабрьБанкнотаСүриә телеГерманияМонархияҮҫемлектәрБашҡорт Википедияһы20 мартФлоридаФашизмФЗаһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтыХәйбулла районыМәҫәлАстрономияШарль де Голль1990 йыл🡆 More